Зюзин Андрей Юрьевич
Зюзин Андрей Юрьевич (1978 йылдың 21 ғинуары, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы.
Биографияһы
Андрей Юрьевич Зюзин 21 января 1978 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Салауат Юлаев» мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Спорт карьераһы
1994—1997 йылдарҙа «Салауат Юлаев» өсөн 103 матчта 16 шайба индерә һәм 13 һөҙөмтәле пас бирә. 1996 һәм 1997 йылдарҙағы йәштәр донъя чемпионатының бронза призеры (барлығы 13 уйын, 2 гол, 5 пас). 1996 йылда 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (иң яҡшы һаҡсы: 5 уйында 7 мәрәй (5+2) йыя; чемпионаттың символик йыйылма командаһына эләгә).
1996 йылда Милли хоккей лигаһының «Сан-Хосе Шаркс» командаһы тарафынан дөйөм 2-се һан аҫтында һайлана. МХЛ-да 496 матч уйнай, 38 шайба индерә, 82 һөҙөмтәле пас бирә.
МХЛ-да 2004/05 йылғы локаут ваҡытында «Салауат Юлаев» командаһы өсөн 14 матчта һәм «Северсталь» өсөн 10 матчта уйнай.
2008 йылда Рәсәйгә Континенталь хоккей лигаһында СКА (Санкт-Петербург) өсөн уйнарға ҡайта. 2010 йылдың 24 ноябрендә Мытищи ҡалаһының «Атлант» клубы менән килешеү төҙөй[1]
2011/12 йылдар миҙгелендә Швейцарияның «Биль» клубы өсөн сығыш яһай.
2012 йылдың 9 ноябрендә Төмәндең «Рубин» клубы менән килешеү төҙөй[2].
2014 йылдың 10 ғинуарында Белоруссияның экстралига командаһы «Витебск» менән килешеүгә ҡул ҡуя.
Тренер карьераһы
2015 йылдың 1 майынан 2016 йылдың 1 майынаса — "Салауат Юлаев"та тренер[3]
2020 йылдың 7 майында КХЛ-да «Сочи» клубының спорт директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
Ҡаҙаныштары
• «Салауат Юлаев» составында өс тапҡыр ил чемпионатының бронза призеры (1995, 1996, 1997);
• Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (1996);
• Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында Европа чемпионатының иң яҡшы һаҡсыһы (1996);
• Йәштәр командалары араһындағы донъя чемпионатының бронза призеры (1996, 1997);
• «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» почет билдәһе[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Атлант» официально подтвердил переход Зюзина. championat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.Архивная копия от 27 ноябрь 2010 на Wayback Machine
- ↑ Андрей Зюзин стал игроком «Рубина». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 13 ноябрь 2012 года.
- ↑ Андрей Зюзин войдёт в тренерский штаб «Салавата Юлаева». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 12 апрель 2015 года.
- ↑ Андрей Зюзин. myspeaker.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.