Антипов Владимир Борисович

Анти́пов Влади́мир Бори́сович (1978 йылдың 14 ғинуары, Апатиты[d], Мурманск өлкәһе) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002).

Биографияһы

Владимир Борисович Антипов 1978 йылдың 14 ғинуарында Мурманск өлкәһенең Апатиты (рус.)баш. ҡалаһында тыуа. Урамда эшләнгән ябай хоккей ҡумтаһында уйнай башлай, шунда тәүге оҫталыҡ ала. 15 йәшендә уны, бер ниндәй етди мәктәп үтмәгән үҫмерҙе, Ярославлгә саҡыралар[1].

Карьераһы

Профессиональ кимәлдә хоккей менән Апатитыла, һуңынан Ярославлдә шөғөлләнә башлай. 19992001 йылдарҙа Төньяҡ Американың түбәнге хоккей лигаларында сығыш яһай. 2006 йылда «Салауат Юлаев»ҡа күсә. 2011 йылда Силәбе ҡалаһына «Трактор»ға күсә. "Салауат Юлаев"та һәм «Трактор»ҙа команда капитаны була.

2013 йылдың 18 июлендә Череповецтың «Северсталь» командаһы менән бер йылға контракт төҙөй[2]; 2014 йылдың 1 ғинуарында клуб уйынсы менән килешеүҙе өҙә.

Ҡаҙаныштары

  • Биш тапҡыр Рәсәй чемпионы: 1997, 2002, 2003 йылдарҙа Ярославлдең «Локомотив» ы составында (1997 — «Торпедо»), 2008, 2011 йылдарҙа Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы составында. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы составында 2011 йылда Гагарин кубогын яулаусы.
  • 2011/2012 йылғы уйын миҙгелендә Силәбе клубы «Трактор» составында КХЛ-дың Континент кубогын яулаусы.
  • 2011/2012 йылдар миҙгелендә Силәбе командаһы «Трактор» составында КХЛ чемпионатының бронза призеры.
  • 2012/2013 йылдар миҙгелендә Силәбе командаһы «Трактор» составында КХЛ чемпионатының көмөш призеры.

Статистикаһы

Клубтағы карьераһы

Регуляр миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/− Штр У Г П М +/− Штр
1996/97 Торпедо Ярославль Суперлига 27 6 4 10 22 2 0 0 0 0
1997/98 Торпедо Ярославль Суперлига 41 9 2 11 16 57 7 2 1 3 1 12
1998/99 Торпедо Ярославль Суперлига 42 7 13 20 5 30 14 3 4 7 6 14
1999/00 Сент-Джонс Мэйпл Лифс АХЛ 45 6 7 13 0 14
1999/00 Саут Каролина Стингрэйз ECHL 4 0 4 4 2
1999/00 Лонг Бич Айс Догс IHL 16 3 3 6 9 18 1 0 0 0 0 0
2000/01 Сент-Джонс Мэйпл Лифс АХЛ 9 1 1 2 -4 2
2000/01 Локомотив Ярославль Суперлига 22 5 4 9 6 46 11 2 1 3 2 8
2001/02 Локомотив Ярославль Суперлига 50 8 12 20 20 48 9 3 2 5 2 14
2002/03 Локомотив Ярославль Суперлига 50 14 15 29 25 42 10 4 3 7 3 6
2003/04 Локомотив Ярославль Суперлига 50 13 12 25 -4 32 3 0 0 0 -1 0
2004/05 Локомотив Ярославль Суперлига 58 18 22 40 15 65 7 0 1 1 1 4
2005/06 Локомотив Ярославль Суперлига 44 14 17 31 2 20 10 2 5 7 -2 10
2006/07 Салауат Юлаев Суперлига 53 21 22 43 16 32 6 1 2 3 2 0
2007/08 Салауат Юлаев Суперлига 51 14 15 29 10 70 16 5 3 8 3 18
2008/09 Салауат Юлаев КХЛ 49 20 15 35 10 26 4 1 0 1 0 0
2010 йыл|10 Салауат Юлаев КХЛ 56 11 20 31 13 45 15 4 3 7 1 27
2010/11 Салауат Юлаев КХЛ 49 11 14 25 9 22 18 3 1 4 2 6
2011/12 Трактор КХЛ 54 10 17 27 0 14 10 7 1 8 -1 2
2012/13 Трактор КХЛ 43 8 10 18 8 12 25 3 7 10 3 2
2013/14 Северсталь КХЛ 34 8 4 12 -18 12
Бөтәһе КХЛ-да 285 64 84 148 22 131 72 18 12 30 5 37
Бөтәһе Суперлигала 487 129 139 268 111 464 95 22 21 43 17 86

Халыҡ-ара ярыштар

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр
1997 Рәсәй (йәштәр) ЙДЧ (20 йәшкәсә) 1 6 1 1 2 0
1998 Рәсәй (йәштәр) ЙДЧ (20 йәшкәсә) 2 7 0 3 3 0
2002 Рәсәй ДЧ 2 9 1 2 3 2
2003 Рәсәй ДЧ 7 7 1 3 4 2
2004 Рәсәй ДЧ 10 6 0 1 1 0
2005 Рәсәй ДЧ 1 7 0 1 1 2
Бөтәһе (йәштәр) 13 1 4 5 0
Бөтәһе (төп йыйылма команда) 29 2 7 9 6

Иҫкәрмәләр

  1. Владимир Антипов: от двора до пяти чемпионств. Фонбет КХЛ (10 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2025.
  2. Владимир Антипов стал игроком «Северстали». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2013. Архивировано 13 август 2013 года.

Тема буйынса өҫтәмә