Башкиров Андрей Валерьевич
Андрей Валерьевич Башкиров (22 июнь 1970 йыл, СССР, Шелехов) — Рәсәй хоккейсыһы, һул һөжүмсе. 2009/2010 миҙгелен үткәргәндән һуң уйынсы карьераһын тамамлай.
Биографияһы
Рәсәйҙә «Ермак» (Ангарск) һәм «Химик» (Воскресенск) хоккей клубтары өсөн уйнай башлай. Төньяҡ Америка буйлап күп сәйәхәт ҡыла, Шарлоттала һәм Хантингтонда (Көньяҡ-яр буйы хоккей лигаһы), Провиденста (АХЛ), Детройтта, Лас-Вегаста һәм Форт Уэйнда (ИХЛ) уйнап өлгөрә. 1997/98 йыл миҙгелендә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә — Форт Уэйн өсөн 65 матчта 28 гол индерә, 48 голды индереүҙә ҡатнаша.
2001—2005 йылдарҙа Швейцария чемпионатында «Лозанна» өсөн сығыш яһай. 2004/05 йыл миҙгелендә «Северсталь» (Череповецк) өсөн 22 матч үткәрә, бер шайба индерә, ике голды индереүҙә ярҙам итә. 2005 йылда ҡабаттан Швейцарияға килә. 2006 йылда, «Авангард» (Омск) хоккей клубының тәҡдимен ҡабул иткәс, Рәсәйгә ҡайта. МВД (Мәскәү өлкәһе) һәм «Себер» хоккей клубтарында уйнай.
Статистика
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | ||||||||||||||||||||
| ЙЫЛ | КОМАНДА | И | Г | П | О | Ш | +/- | ГБ | ГМ | ПГ | Б | % | И | Г | П | О | Ш | ГБ | ГМ | ПГ | |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1998-99 | Монреаль | 10 | 0 | 0 | 0 | 0 | −3 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0.0 | - | - | - | - | - | - | - | - | |
| 1990-00 | Монреаль | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0.0 | - | - | - | - | - | - | - | - | |
| 2000-01 | Монреаль | 18 | 0 | 3 | 3 | 0 | −2 | 0 | 0 | 0 | 22 | 0.0 | - | - | - | - | - | - | - | - | |
| БАРЫҺЫ | 30 | 0 | 3 | 3 | 0 | −5 | 0 | 0 | 0 | 26 | 0.0 | - | - | - | - | - | - | - | - | ||