Денисов Дмитрий Витальевич

Денисов Дмитрий Витальевич (1970 йылдың 5 июле, Өфө) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993).

Биографияһы

Дмитрий Витальевич Денисов 1970 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе, тренерҙары В. Н. Денисов, Ф. С. Карюков.

Спорт карьераһы

«Салауат Юлаев» (1987—1995, 1998—1999), «Амбри-Пиотта», Швейцария (1995/96), «Брюнес», Швеция (1996/97), «Литвинов», Чехия (1997/98), «Северсталь», Череповец (1999—2002), «Молот-Прикамье» (2002/03), «Крылья Советов» (2002/03), «Мечел» (2003—2005), «Газовик Төмән» (2005/06), «Торос» (2007/08) клубтарында уйнай.

Ике тапҡыр Рәсәй чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1993/94 йылдар миҙгелендә 40 шайба, 1994/95 йылдар миҙгелендә — 43 (был рекордты 2016/17 йылдар миҙгелендә Сергей Мозякин 48 шайба менән еңә).

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), ЙХЛ (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призеры. «Известия» гәзите призына турнир еңеүсеһе (1992, 1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—1995). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994).

Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң «Торос» хоккей клубының генераль менеджеры булып эшләй (2015/16 — 2016/17)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Официальный сайт —. хоккейный клуб «Салават Юлаев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә