Гомоляко Сергей Юрьевич
Гомоляко Сергей Юрьевич (рус. Гомоляко, Сергей Юрьевич; 1970 йылдың 19 ғинуары, Силәбе ҡалаһы) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Биографияһы
Сергей Юрьевич Гомоляко 1970 йылдың 19 ғинуарында Силәбе өлкәһенең Силәбе ҡалаһында тыуған[1], бала сағы Өфөлә үтә, унда В. П. Деркач һәм атаһы Юрий Гомоляко етәкселегендә хоккей менән шөғөлләнә башлай.
Карьераһы
Мастерҙар командаһында Силәбелә башлап уйнай — 16 йәшендә СССР чемпионатының беренсе лигаһында сығыш яһаған "Металлург"та тәүгә боҙға сыға, 17 йәшендә «Трактор» составына эләгә, уның өсөн 1995 йылға тиклем сығыш яһай. 1992 йылда «Трактор»ҙың капитаны итеп һайлана.
1992—1995 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһына йәлеп ителә, уның составында 1992 йылда «Известия» призына турнир еңеүсеһе була. 1994 йылда йыйылма команда Лиллехаммерҙағы Олимпиадаға әҙерләнгән осорҙа умыртҡа һөйәген йәрәхәтләй, шуның арҡаһында Олимпия уйындарында һәм клубта миҙгелдең ҡалған өлөшөндә уйнамай[2]. 1995 йылда «Трактор»ҙың баш тренеры Валерий Белоусов артынан Магнитогорскиҙың "Металлург"ына күсә, уның составында чемпион һәм Рәсәй кубогы еңеүсеһе, шулай уҡ ике тапҡыр хоккей Евролигаһы чемпионы була.
Карьераһының күпселек өлөшөндә 13-сө һан аҫтында уйнай, 1994 йылда Шпенглер кубогында «Трактор» составында 135-се һан аҫтында сығыш яһай[3][4]. Ҙур кәүҙәле булыуына ҡарамаҫтан, Сергей бик техник хоккейсы була, сәкән таяғын оҫта йөрөтә һәм майҙансыҡты яҡшы күрә. Үҙе уйнаған бөтә клубтар көйәрмәндәре араһында бик популяр булған Гомоляко Рәсәй чемпионатының иң үҙенсәлекле, сағыу уйынсыһы һанала[2][5][6].
2000 йылда "Металлург"тан Тольяттиҙың «Лада» клубына күсә, шунан һуң һәр миҙгелдә тиерлек клуб алмаштыра. 2006 йылдың 10 ғинуарында Силәбе "Мечел"ының күнекмәһендә башы һәм күҙе етди йәрәхәтләнә[7], шуның арҡаһында уйынсы карьераһын тамамларға мәжбүр була. Спорт карьераһында 924 матчта ҡатнаша, 296 гол индерә һәм 324 һөҙөмтәле пас бирә[2].
Тренер эшмәкәрлеге
2006 йылдың 17 октябрендә Мәскәү өлкәһенең «Витязь» командаһы баш тренеры ассистенты вазифаһын биләй[8]. 2007 йылдың 29 октябрендә баш тренер итеп тәғәйенләнә[9]. 2008 йылдың 5 ноябрендә команданың ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтәләре арҡаһында отставкаға ебәрелә. Ул ваҡытта «Витязь» КХЛ чемпионатында һуңғы урынды биләй[10]. 2009/10 йылдар миҙгелендә клубтың селекционеры булып эшләй. Һуңынан, 2010/11 йылдар миҙгелендә, «Витязь»дең «Русские Витязи» йәштәр командаһының баш тренеры вазифаһын биләй.
2011 йылдың июленән октябренә тиклем Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһының баш тренер ярҙамсыһы була. 2011 йылдың 9 октябрендә Магнитогорск ҡалаһы "Металлург"ының тренерҙар штабына инә[11]. 2013 йылдың 29 мартынан «Металлург» командаһы начальнигы вазифаһын биләй[12]. 2014 йылдың 17 сентябренән 2016 йылдың 20 октябренә тиклем Силәбенең «Трактор» клубында хоккей эшмәкәрлеге буйынса вице-президент була[13][14]. 2018/19 йылдар миҙгелендә Рәсәй йыйылма командаларының скаут хеҙмәте башлығы урынбаҫары[15] һәм Санкт-Петербург СКА-һының селекция һәм йәш уйынсыларҙы үҫтереү буйынса менеджеры булып эшләй. 2019/20 йылдар миҙгелендә «Сочи» хоккей клубының спорт директоры вазифаһын биләй[16]. 2020 йылдың 18 декабрендә Магнитогорск "Металлург"ының спорт директоры итеп тәғәйенләнә[17]. 2024 йылдың 30 сентябрендә клуб Сергей Гомоляконың спорт директоры вазифаһынан бушатылыуы тураһында иғлан итә[18].
Наградалары һәм ҡаҙаныштары
• Хоккей Евролигаһы чемпионы (1999, 2000);
• Рәсәй чемпионы (1999);
• Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1998);
• ЙХЛ (1993, 1994) һәм Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2000);
• Рәсәй кубогын яулаусы һәм уның иң яҡшы бомбардиры (1998);
• ЙХЛ кубогы финалсыһы (1996);
• Йәштәр араһында донъя чемпионы (1989);
• Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионатының бронза призёры (1988);
• «Металлург» буйынса партнерҙары Кудинов һәм Варицкий менән бергә «Өс бомбардир» призын яулаусы (1997);
• Суперлиганың йондоҙҙар матчтары (1999, 2002, 2003), юғары лига йондоҙҙар матчы ҡатнашыусыһы (2005)[19].
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Миҙгел | Команда | Лига | Уйын | Г | П | Мәр | Штр | Уйын | Г | П | Мәр | Штр | ||
| 1986/87 | Металлург Ч | Беренсе | 33 | 6 | 5 | 11 | 24 | |||||||
| 1987/88 | Металлург Ч | Беренсе | 27 | 15 | 14 | 29 | 40 | |||||||
| 1987/88 | Трактор | СССР | 21 | 2 | 4 | 6 | 12 | |||||||
| 1988/89 | Трактор | СССР | 24 | 8 | 4 | 12 | 10 | |||||||
| 1989/90 | Трактор | Күсеү | 31 | 14 | 6 | 20 | 12 | |||||||
| 1990/91 | Трактор | СССР | 26 | 9 | 7 | 16 | 36 | |||||||
| 1990-91 | Трактор | Күсеү | 27 | 15 | 5 | 20 | 20 | |||||||
| 1991/92 | Трактор | БДБ | 30 | 5 | 10 | 15 | 18 | 8 | 1 | 2 | 3 | 29 | ||
| 1992/93 | Трактор | ЙХЛ | 39 | 13 | 19 | 32 | 48 | 8 | 1 | 3 | 4 | 14 | ||
| 1993/94 | Трактор | ЙХЛ | 29 | 16 | 11 | 27 | 36 | |||||||
| 1994/95 | Трактор | ЙХЛ | 23 | 10 | 24 | 34 | 54 | 3 | 1 | 3 | 4 | 30 | ||
| 1995/96 | Металлург МГ | ЙХЛ | 47 | 12 | 10 | 22 | 49 | 10 | 4 | 5 | 9 | 16 | ||
| 1996/97 | Металлург Мг | РСЛ | 43 | 15 | 21 | 36 | 34 | 11 | 3 | 2 | 5 | 16 | ||
| 1997/98 | Металлург Мг | РСЛ | 35 | 11 | 12 | 23 | 20 | 9 | 4 | 7 | 11 | 6 | ||
| 1998/99 | Металлург Мг | РСЛ | 37 | 11 | 7 | 18 | 28 | 16 | 4 | 5 | 9 | 12 | ||
| 1999/00 | Металлург Мг | РСЛ | 34 | 9 | 8 | 17 | 22 | 12 | 4 | 6 | 10 | 10 | ||
| 2000/01 | Лада | РСЛ | 41 | 10 | 11 | 21 | 41 | 2 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
| 2001/02 | Северсталь | РСЛ | 7 | 0 | 0 | 0 | 4 | |||||||
| 2001-02 | Химик | Юғары | 25 | 6 | 3 | 9 | 12 | 13 | 3 | 4 | 7 | 8 | ||
| 2002/03 | Мечел | РСЛ | 29 | 5 | 11 | 16 | 16 | |||||||
| 2002/03 | Металлург Мг | РСЛ | 18 | 2 | 4 | 6 | 8 | 2 | 0 | 2 | 2 | 4 | ||
| 2003/04 | Салауат Юлаев | РСЛ | 53 | 10 | 12 | 22 | 53 | |||||||
| 2004/05 | Мечел | Юғары | 44 | 24 | 15 | 39 | 71 | 6 | 4 | 3 | 7 | 4 | ||
| 2005/06 | Мечел | Юғары | 21 | 5 | 16 | 21 | 55 | |||||||
| Бөтәһе СССР, БДБ, ЙХЛ һәм Суперлигала | 536 | 148 | 175 | 323 | 489 | 81 | 22 | 35 | 57 | 139 | ||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мозговой В. Сергей Гомоляко: Стрельцов российского хоккея // Еженедельник «Спорт-Экспресс Воскресенье». — 1999. — № 41. — С. 4—5.
- ↑ 1 2 3 «Ufa Alma Mater. Записки Professor’а». Сергей Гомоляко — хоккейный виртуоз с берегов Агидели. Информационное агентство «Уфа Хоккей» (29 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025. Архивировано 17 сентябрь 2014 года.
- ↑ Сергей Гомоляко: Номер достался мне в наследство, Советский спорт (19 октябрь 2000). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Круглосуточный либеро, Время новостей (11 август 2010). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Рейтинг лучших игроков «Трактора» за всю историю клуба, Хорошие новости Челябинской области (27 ноябрь 2013). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко перешел в "Северсталь", Sports.ru (30 май 2001). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Жуткая травма оборвала карьеру легенды российского хоккея: «Одной стороны лица просто не было», sport24.ru (27 ноябрь 2023). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко стал ассистентом главного тренера «Витязя», sports.ru (18 октябрь 2006). 27 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Главный «Витязь» Гомоляко, Газета.ru (29 октябрь 2007). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Витязь» уволил Гомоляко, Газета.ru (6 ноябрь 2008). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ ХК «Автомобилист» отпустил своего старшего тренера Гомоляко в магнитогорский «Металлург», Газета.ru (9 октябрь 2011). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Развитие структуры руководства хоккейного клуба «Металлург», Пресс-служба ХК «Металлург» (Магнитогорск) (18 декабрь 2020). 27 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко назначен первым вице-президентом «Трактора», Sports.ru (17 сентябрь 2014). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко покинул пост вице-президента «Трактора», Sports.ru (20 октябрь 2016). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко назначен замглавы скаутской службы сборной России по хоккею, РИА Новости (2 август 2018). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко назначен спортивным директором "Сочи", Спорт-Экспресс (20 июнь 2019). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гомоляко стал спортивным директором «Магнитки», Sports.ru (18 декабрь 2020). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Металлург» объявил об увольнении Сергея Гомоляко с поста спортивного директора клуба. championat.com (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
- ↑ Гомоляко и Фаунтин: шоу-программа в Тюмени, Спорт-Экспресс (7 февраль 2005). 26 август 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Sergei Gomolyako - Stats, Contract, Salary & More. eliteprospects.com.
- Сергей Гомоляко: Рановато садиться на диету!, Советский спорт (14 июль 2001).