Гаврилов Андрей Александрович
Андрей Гаврилов | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Файл:Андрей Гаврилов.jpg | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция | Ҡапҡасы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы | 188 см | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы | 94 кг | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр | һул | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | Рәсәй Федерацияһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | Санкт-Петербург, Рәсәй | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты | Һайланмай | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2004—ә.в.
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тренер карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Гаврилов Андрей Александрович (8 ноябрь 1987 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Санкт-Петербургтың СКА командаһы тәрбиәләнеүсеһе. 2020 йылдан башлап МЙХЛ-да сығыш яһаған «Динамо-Юниор» хоккей клубының ҡапҡасылар тренеры булып эшләй.
Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
КХЛ-ға тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Андрей Гаврилов хоккей ҡапҡасыһы карьераһын тыуған ҡалаһындағы СКА хоккей клубында башлай. Уның йәштәр составы өсөн ул тәү тапҡыр 2004/2005 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында уйнай. Артабанғы миҙгелдә Андрей СКА-2 өсөн һигеҙ генә осрашыу үткәрә. 2006/2007 йылдар миҙгеле Гаврилов өсөн яҡшыраҡ үтә. Ул тәүгә юғары лигала Санкт-Петербургтан «Спартак» өсөн сығыш яһай. Шулай уҡ ул СКА-2 өсөн дә уйнай. Бөтәһе шул миҙгелдә Андрей 31 уйын үткәрә.
Миҙгел тамамланғас, Гаврилов Санкт-Петербургтан китә һәм Марий Эл өлкәһе Волжск ҡалаһында урынлашҡан «Ариада-Акпарс» хоккей клубына күсә. Ул төп состав өсөн юғары лигала һәм йәштәр составы өсөн беренсе лигала уйнай. «Ариада-Акпарс-2» үҙ зонаһында алтынсы урынды яулай һәм плей-офф уйындарының тәүге раундында «Аҡ Барс-2» командаһына серияла 1:3 иҫәбе менән отола.
2008/09 миҙгеле башланыр алдынан Андрей Гаврилов командаһын алмаштыра: ул Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында уйнаған «Липецк» хоккей клубына күсә. Шул миҙгелдә Андрей клубтың төп ҡапҡасыһы статусын яулай һәм бөтәһе 52 рәсми уйында ҡатнаша, ә «Липецк» дивизионда етенсе урынды яулап плей-оффҡа эләгә. 1/16 финалында Гаврилов командаһы менән бергә «Рязань» клубына отола.
КХЛ-да тәүге миҙгел[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
КХЛ-дың икенсе миҙгеле алдынан Андрей «Витязь» менән килешеү төҙөй. 2009 йылдың 11 сентябрендә лигала ул тәүге уйынын үткәрә — «Витязь» Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубын 4:2 иҫәбе менән ота, ә Гаврилов уйынды тулыһынса боҙҙа үткәрә. 2010 йылдың 27 ғинуарында Андрей «Витязь» өсөн һуңғы уйынын үткәрә, сөнки 29 ғинуарҙа ул «Атлант» хоккей клубына күсә. 5 февралдә яңы командаһы өсөн тәүге уйын үткәрә һәм бер гол да үткәрмәй командаһына еңеү килтерә. Шул көндө ул тәү тапҡыр КХЛ-да рәсми уйында бер шайба ла ҡапҡаһына үткәрмәй. Тик «Атлант» өсөн ул шул миҙгелдә бөтәһе 3 уйын ғына үткәрә.
2010/2011 йылдар миҙгелендә ул сентябрҙә «Атлант» өсөн бер уйында ҡатнаша ла команданан китә. Уның яңы клубы Белоруссия чемпионатында сығыш яһаған «Шинник» хоккей клубы була. Был команда өсөн Андрей 28 матч үткәрә. «Шинник» даими чемпионатта һуңғы урынды яулай һәм плей-офф уйындарына эләкмәй, ә Гаврилов кире Рәсәйгә ҡайта.
ЮХЛ-да ике йыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйгә ҡайтҡас Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Молот-Прикамье» хоккей клубының составын тулыландыра. 2011 йылдың сентябрь һәм октябрь айҙарында был клуб өсөн ул 11 уйын үткәрә һәм шуларҙың икәүһен генә еңә. Ноябрьҙә иһә ул Ангарск ҡалаһынан «Ермак» хоккей клубына күсә. Даими миҙгел аҙағына тиклем ул 21 осрашыуҙа ҡатнаша, 12 уйынды еңә һәм 2 тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Шулай уҡ ул бер тапҡыр лиганың аҙнала иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. Ә Братина кубогы уйындарында «Ермак» конференциялар ярымфиналдарында буласаҡ чемпионға — «Торос» командаһына отола. Гаврилов командаһының бөтә 9 уйынында ла ҡатнаша. Андрей көйөрмәндәрҙең тауыштары буйынса команданың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла[1].
Яңы миҙгелдә «Ермак» өсөн 9 уйын ғына үткәргәс, клуб етәкселеге Андрей менән килешеүҙе өҙөргә хәл итә. 2012 йылдың 22 ноябрендә Гаврилов Ижевскиҙан «Ижсталь» командаһына күсә. Удмурт республикаһы клубы өсөн тәүге уйынды ул 26 ноябрҙә уҙғара. Шул көндө Ижевскиға ҡунаҡҡа «Молот-Прикамье» килә. «Ижсталь» 3:0 иҫәбе менән еңә, ә Андрей Гаврилов бөтә шайбаларҙы кире ҡаға. Тәүге уйыны яҡшы үтһә лә, уның яңы клубы өсөн сығышын яҡшы тип атап булмай: 17 уйын һәм 3 еңеү генә. Шуға күрә миҙгел тамамланыу менән Андрей команданан китергә мәжбүр була.
Был миҙгел башында уның менән бер ҡыҙыҡ хәл була. «Ермак» өсөн уйнағанда уны һәм команданан тағы ике кешене Ангарск ҡала Думаһына һайлауҙарҙа кандидат булып теркәйҙәр[2]. Гавриловтың үҙенең әйтеүе буйынса, улар саҡ ҡына еңеләләр, һәм был улар өсөн ҡыҙыҡ тәжрибә булды[3].
Артабанғы эш урынын табыр өсөн уға тағы ла Рәсәйҙән китергә кәрәк була: ул Польша хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Подхале» хоккей клубы менән контракт төҙөй. «Подхале» даими чемпионатта һуңғы урында була. Тик Андрей ышаныслыҡ коэффициенты һәм кире ҡағылған шайбалар проценты буйынса лиганың иң яҡшы 10 ҡапҡасы исемлегендә була.
«Сочи»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014 йылдың йәйендә ул КХЛ клубы «Сочи» менән һынаулы контракт төҙөй[4]. Миҙгел алдынан үткән Руслан Салей иҫтәлегенә турнирҙа бер уйын үткәрә лә клуб менән ике йыллыҡ килешеүгә ҡултамғаһын ҡуя. КХЛ даими чемпионатында ул 25 уйында ҡатнаша. Турнирҙың 23-сө аҙнаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[5]. Гагарин кубогында «Сочи» Рәсәй чемпионы ЦСКА хоккей клубына дүрт осрашыуҙа еңелә, шуларҙың икәүһендә Гаврилов ҡатнаша.
2015/2016 йылдар миҙгелендә ул биш уйын ғына үткәрә һәм бер тапҡыр ғына еңеүгә өлгәшә. Андрей башҡа даими чемпионатта ла, плей-оффта ла боҙға сыҡмай.
«Салауат Юлаев»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылдың 29 июлендә Андрей Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән бер йылға ике яҡлы контракт төҙөй[6]. Башҡортостан республикаһы кубогында ул ике уйын еңә, бер шайба үткәрә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһына бер шайба ла үткәрмәй. Тәү тапҡыр рәсми уйында «Салауат Юлаев» өсөн боҙға Риганан «Динамо» хоккей клубына ҡаршы уйында сыға — буллиттар серияһында ул Никлас Сведбергты алмаштыра һәм шунда еңелә. «Тракторға» ҡаршы осрашыуҙа ул Сведбергты уйын уртаһында алмаштыра һәм бер гол да үткәрмәй. 2016 йылдың 27 сентябрендә Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһына ҡаршы уйында боҙҙа бөтә 60 минут була, командаһына еңеү килтерә һәм иҫәбенә «ҡоро» уйын яҙа. 25 ноябрҙә «Салауат Юлаев» үҙенең 55-йыллыҡ юбилейы көнөндә үҙ майҙанында Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына ҡабул итә. Өсөнсө периодта 1:1 иҫәбе саҡта Максим Майоров гол керетә. Әммә баш судья быны күрә алмай һәм уйын туҡтамай. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар контрһөжүмгә китәләр. Ә был саҡта Гаврилов, уйын туҡтаған, тип уйлап арты менән әйләнеп һыу эсеп тора ине. Әммә гол үткәрмәй[7]. Аҙаҡтан Өфөлә үткән КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынының оҫталыҡтар конкурстары ваҡытында Павел Францоуз был ваҡиғаға пародия яһай[8]. Андрей миҙгел тамамлау тантанаһында КХЛ-дан «Ҡоростай нервалар» бүләген ала[9]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай һәм плей-оффтың беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Андрей шул миҙгелдә бөтәһе 26 уйын уҙғара һәм шуларҙың 9 еңә, ике тапҡыр ҡапҡаһына «ҡоро» ҡалдыра. Гагарин кубогында ул бер уйын да ғына ҡатнаша: шунда өс гол үткәрә лә алмашына. Миҙгел тамамланғас, ул команданан китеүен белдерә[10].
2017/2018 йылдар миҙгелендә Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» өсөн сығыш яһай. Барыһы 9 уйындың алтауһында еңә, ә команда плей-оффта тәүге раундта «Торос» хоккей клубына еңелә. Шулай уҡ миҙгел барышында Гаврилов бер аҙнала лиганың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. 2018/2019 йылдар миҙгеленең башында ул Эстонияла «Эверест» хоккей клубы өсөн 9 осрашыу уҙғарып өлгөрә. 2019 йылдың 15 ғинуарында Андрей «Торпедо» менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[11]. Ҡаҙағстан командаһы өсөн ул 4 осрашыуҙа ҡатнаша, тик команда плей-оффҡа эләгә алмай.
Тренер карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2020/2021 йылдар миҙгеленән Андрей Гаврилов Милли йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Санкт-Петербургтан «Динамо-Юниор» хоккей клубының ҡапҡасылар тренеры булып эшләй башлай[12].
Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һуңғы яңыртыу: 11 июль 2019 йыл. Бында ЮХЛ менән КХЛ статистикаһы күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/ӨВ — тигеҙ иҫәп менән йә өҫтәмә ваҡыт менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты
Даими миҙгел | Плей-офф | ||||||||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Т/ӨВ | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | ||
2009/10 | Витязь | КХЛ | 19 | 5 | 6 | 3 | 953 | 65 | 0 | 4.09 | 87.6 | Команданан китә | |||||||||
2009/10 | Атлант | КХЛ | 2 | 2 | 0 | 0 | 120 | 1 | 1 | 0.5 | 97.4 | 1 | 0 | 1 | 37 | 1 | 0 | 1.58 | 95.5 | ||
2010/11 | Атлант | КХЛ | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | Команданан китә | |||||||||
2011/12 | Молот-Прикамье | ЮХЛ | 11 | 2 | 4 | 3 | 595 | 28 | 0 | 2.82 | 90.2 | Команданан китә | |||||||||
2011/12 | Ермак | ЮХЛ | 21 | 12 | 5 | 3 | 1121 | 34 | 2 | 1.82 | 94.7 | 9 | 4 | 5 | 539 | 17 | 2 | 1.89 | 94.7 | ||
2012/13 | Ермак | ЮХЛ | 9 | 6 | 2 | 2 | 522 | 25 | 0 | 2.87 | 89.2 | Команданан китә | |||||||||
2012/13 | Ижсталь | ЮХЛ | 17 | 3 | 8 | 4 | 895 | 51 | 1 | 3.42 | 91.1 | 9 | 4 | 5 | 539 | 17 | 2 | 1.89 | 94.7 | ||
2014/15 | Сочи | КХЛ | 25 | 5 | 8 | 6 | 1069 | 52 | 0 | 2.92 | 90.4 | 2 | 0 | 2 | 76 | 5 | 0 | 3.94 | 89.1 | ||
2015/16 | Сочи | КХЛ | 5 | 1 | 2 | 1 | 221 | 9 | 0 | 2.44 | 90 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 25 | 9 | 6 | 2 | 1138 | 37 | 2 | 1.95 | 93.4 | 1 | 0 | 0 | 0 | 34 | 3 | 5.3 | 75 | ||
2017/18 | Торпедо У.-К. | ЮХЛ | 8 | 6 | 1 | 0 | 470 | 16 | 0 | 2.04 | 93.5 | 1 | 0 | 1 | 0 | 58 | 2 | 2.04 | 89.5 | ||
2018/19 | Торпедо У.-К. | ЮХЛ | 4 | 0 | 0 | 1 | 149 | 9 | 0 | 3.6 | 88.2 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 70 | 29 | 20 | 12 | 3754 | 163 | 3 | 2.61 | 92.1 | 10 | 4 | 6 | 598 | 19 | 2 | 1.91 | 94.4 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 76 | 22 | 22 | 12 | 3502 | 164 | 3 | 2.81 | 90.7 | 4 | 0 | 3 | 148 | 9 | 0 | 3.65 | 88.8 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Андрей Гаврилов — лучший хоккеист «Ермака» по итогам сезона 2011—2012
- ↑ Хоккеисты «Ермака» — кандидаты в депутаты
- ↑ Андрей Гаврилов: «Надо цепляться за шанс» 2016 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Һынаулы контракттар
- ↑ Лучшие хоккеисты игровой недели
- ↑ Андрей Гаврилов в «Салавате Юлаеве» 2016 йылдың 31 июль көнөндә архивланған.
- ↑ «Динамо» не забивает вратарю, который отвернулся попить воды
- ↑ Матч звезд КХЛ. Францоуз стал пить воду во время атаки, пародируя Гаврилова
- ↑ Вратарь «Салавата Юлаева» Андрей Гаврилов получил премию «Стальные нервы»
- ↑ Голкипер Гаврилов уйдет из «Салавата Юлаева»
- ↑ Вратарь Андрей Гаврилов вернулся в «Торпедо» 2019 йылдың 11 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Андрей Гаврилов — ҡапҡасылар тренеры
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Андрей Гаврилов — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- r-hockey.ru сайтында Андрей Гавриловтың статистикаһы
- ЮХЛ сайтында профиле
- Sports.ru сайтында хоккейсының профиле
- 8 ноябрҙә тыуғандар
- 1987 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- КХЛ хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Рәсәй хоккейсылары
- Хоккей ҡапҡасылары
- Рәсәй хоккей ҡапҡасылары
- ЮХЛ уйынсылары
- «Ариада» хоккей клубы уйынсылары
- Атлант командаһының уйынсылары
- «Молот-Прикамье» хоккей клубы уйынсылары
- «Ижсталь» хоккей клубы уйынсылары
- «Ермак» командаһының хоккейсылары
- «Подхале» хоккей клубы уйынсылары
- «Шинник» Бобруйск хоккей клубы уйынсылары
- «Витязь» хоккей клубы уйынсылары
- «Спартак» СПб хоккей клубы уйынсылары
- «Липецк» хоккей клубы уйынсылары
- «Сочи» хоккей клубы уйынсылары
- «Торпедо» Усть-Каменогорск хоккей клубы уйынсылары
- СКА хоккей клубы уйынсылары
- Рәсәй тренерҙары