Мөфтиев Рәил Менәүер улы

Мөфтиев Рәил Менәүер улы (19 ноябрь 1968 йыл) — спортсы, СССР һәм Рәсәйҙең һөжүмсе-хоккейсыһы һәм тренеры. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). 2006 йылдан «Салауат Юлаев» Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер‑уҡытыусыһы.

Биографияһы

Рәил Менәүер улы Мөфтиев 1968 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1994 йылда Силәбе физик культура институтын тамамлай.

«Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Полицинский). «Салауат Юлаев» (1986—97, 1998—99, 2000—01) һәм «Северсталь» (Череповец ҡалаһы) хоккей клубтары өсөн уйнай.

Халыҡ‑ара Хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), СССР (1986) һәм РСФСР (1985) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры, Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997, 2001) чемпионаттарының бронза призёры, «Известия» гәзите призына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1992—93). Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1984—85). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—94).

Карьера

Хоккейсы булғанда

Тренер булғанда

Спорт ҡаҙаныштары

  • Bronze medal icon.svg Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996)
  • Bronze medal icon.svg Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1996/1997)

Статистика

Регуляр сезоны Плей-офф
Сезоны Клуб Лигаһы Уйын Г П М Штр Уйын Г П М Штр
1984-85 Салауат Юлаев Беренсе лигаһы 1 0 0 0 0
1986-87 Салауат Юлаев Беренсе лигаһы 11 1 0 1 0
1986-87 Салауат Юлаев Юғары лигаһы 13 1 0 1 8
1987-88 Салауат Юлаев Беренсе лигаһы 28 7 3 10 8
1987-88 СКА (Свердловск) Беренсе лигаһы 32 11 4 15 10
1988-89 Салауат Юлаев Беренсе лигаһы 10 4 2 6 4
1989-90 ???
1990-91 ???
1991-92 ???
1992-93 Салауат Юлаев МХЛ 37 6 14 20 4
1993-94 Салауат Юлаев МХЛ 44 9 23 32 16
1994-95 Салауат Юлаев МХЛ 49 10 29 39 22
1995-96 Салауат Юлаев МХЛ 49 16 18 34 41
1996-97 Салауат Юлаев Суперлига 37 10 19 29 14
1997-98 Литвинов Экстралига 39 7 20 27 16
1998-99 Салауат Юлаев Суперлига 19 1 3 4 12 4 0 1 1 0
1999-00 Северсталь Суперлига 38 7 14 21 26
2000-01 Северсталь Суперлига 8 1 1 2 2
2000-01 Салауат Юлаевv Суперлига 31 9 13 22 18
2001-02 Салауат Юлаев Суперлига 12 0 3 3 2
2001-02 Северсталь Суперлига 25 2 13 15 12
2002-03 ЦСКА Суперлига 24 3 5 8 8
2002-03 Крылья Советов Суперлига 1 0 0 0 0

Һылтанмалар