Бодров Евгений Александрович
Евгений Бодров | ||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Файл:Евгений Бодров.jpg | ||||||||||||||||||||||||
Позиция | һөжүмсе | |||||||||||||||||||||||
Буйы | 187 см | |||||||||||||||||||||||
Ауырлығы | 87 кг | |||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр | Уң | |||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | Рәсәй | |||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | СССР, Тольятти | |||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты | Һайланмай | |||||||||||||||||||||||
Карьера | ||||||||||||||||||||||||
2005—ә.в.
|
||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||||||||||||||||
|
Бодров Евгений Александрович (8 ғинуар 1988 йыл ) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Тольятти «Лада» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Череповецкиҙың «Северсталь» хоккей клубы уйынсыһы. 2010 йылда Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһы составында Гагарин кубогын яулаусы.
Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Лада» (2009 йылға тиклем)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евгений Бодров профессиональ хоккейсы карьераһын тыуған Тольятти ҡалаһында һөжүмсе позицияһында башлай. 2005 йылда үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финалында ҡатнаша. Ә киләһе миҙгелдән башлап «Лада» составында Рәсәй суперлигаһында уйнай башлай. Тольятти командаһы даими миҙгелдә туғыҙынсы урынды ала, ә плей-оффта сирекфиналда көрәштән төшөп ҡала. Бодров 19 уйында бер һөҙөмтәле пас бирә. Тағы ла Евгений клубы менән Континенталь кубокты яулай. Шулай уҡ ул «Лада-2» составында Беренсе лигала 46 уйын уҙғара һәм 17 мәрәй йыя. Киләһе 2006/2007 йылдар миҙгелендә Евгений Бодров тик Суперлигала ғына уйнай. «Лада» 11-се урындан плей-оффҡа эләгә. Шунда Тольятти хоккейсылары тәүге раундта ЦСКА хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола. Евгений бөтәһе был миҙгелдә 38 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя.
2007/2008 йылдар миҙгелендә «Лада» даими чемпионатты 12-се урында тамамлай, ә плей-оффтың тәүге этабында Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубына отола. Евгений бөтәһе 38 уйында 18 (6+12) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул беренсе лигала «Лада-2» өсөн дә сығыш яһай: 10 уйында 10 мәрәй йыя. 2008 йылда Рәсәй суперлигаһы урынына Континенталь хоккей лигаһы булдырыла. «Лада» Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа дөйөм таблицала 13-сө урындан сыға. Ә шунда тәүге раундта ЦСКА-ға серияла 2-3 иҫәбе менән отола. Евгений бөтәһе 61 уйында 14 (6+8) мәрәй йыя. Тағы ла Евгений беренсе лигала һуңғы миҙгелен үткәрә. Шунда 6 уйында 6 мәрәй йыя. 2009/10 йылдар миҙгеле алдынан үткән «Лада» кубогында иң яҡшы бомбардир итеп Евгений Бодров таныла[1]. Октябрҙә клубта эш хаҡы түләмәгәнгә күрә Евгений Бодров команданан китеү хоҡуғы менән файҙалана. «Лада» өсөн ул 14 уйын үткәреп өлгөрә, шунда 3 гол индерә һәм 10 һөҙөмтәле пас бирә.
«Аҡ Барс» (2009—2014)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евгений Бодров Гагарин кубогының ғәмәлдәге эйәһе Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубына күсә[2]. Даими миҙгелдә ул 41 уйында 12 (5+7) мәрәй йыя. «Аҡ Барс» плей-оффта бер-бер артлы «Барыҫ», «Металлург» Мг, «Салауат Юлаев» һәм ХК МВД командаларын ота һәм икенсегә Гагарин кубогын яулай. Евгений плей-оффтың 21 осрашыуында дүрт һөҙөмтәле пас бирә. Киләһе миҙгелдә Ҡазан клубы конференциялар ярымфиналында буласаҡ чемпионға «Салауат Юлаев» командаһына отола. Евгений бөтә миҙгелдә 61 уйында 11 (4+7) мәрәй йыя. 2011 йылдың дүртенсе май көнөндә Евгений клуб менән яңы контракт төҙөй[3].
Киләһе өс миҙгелдә «Аҡ Барс» конференция сирекфиналында, ярымфиналында һәм финалында миҙгелде тамамлап өлгөрә. Ошо ваҡыт эсендә Евгений Бодров бер йыл ярым гол керетә алмай йөрөй. 2014/15 йылдар миҙгелен ул Татарстандың баш ҡалаһында башлай. 20 ноябргә тиклем ул ун өс уйында өс мәрәй йыйып өлгөрә.
«Атлант» һәм «Спартак» (2014—2016)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014 йылдың 20 ноябрендә «Аҡ Барс» Бодровты «Атлант» хоккей клубына Алексей Глуховҡа алмаштыра[4]. Яңы командаһы өсөн ул 32 уйын уҙғарып өлгөрө һәм 9 (3+6) мәрәй йыя. «Атлант» финанс ауырлыҡтары булғанға күрә КХЛ составынан сыға. Миҙгел тамамланғас, СКА «Атлант» хоккей клубының 10 уйынсыһына спорт хоҡуҡтарын үҙенә һатып ала. Шул уйынсылар араһында Евгений Бодров та була[5]. Шунан һуң СКА-ның 24 хоккейсыһы КХЛ-дың үткән миҙгелен ҡалдырып торған Мәскәүҙең «Спартак» хокей клубына күсә[6]. Евгений Бодров «Спартак» составын тулыландыра. Мәскәү командаһы сафында Евгений КХЛ-да үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтә — ул 59 осрашыуҙа 24 мәрәй йыя. Тик командаһы плей-оффҡа эләкмәй. Ә беренсе майҙа Евгений Бодров сикһеҙ ирекле агент статусы менән командалар эҙләй.
«Салауат Юлаев» (2016—2017)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылдың май айында Евгений Бодров Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[7]. Был командала уның ағаһы Денис Бодров сығыш яһай ине. Быға тиклем улар бергә «Лада» өсөн уйнайҙар ине. Октябрь, ноябрь айҙарында Энвер Лисин, Игорь Макаров һәм Евгений Бодровтан торған звено командала беренсе булып китә, ә уйынсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрәһәт. Әммә аҙаҡтан Макаров миҙгел аҙағына тиклем йәрәхәтләнә, ә Лисин менән Бодров яҡшы уйындарын күрһәтә алмайҙар. Даими чемпионатта Евгений 51 уйында 23 (8+15) мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» КХЛ-да үҙенең иң насар миҙгелен үткәрә, ә плей-оффта Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубына отола.
«Себер» һәм «Северсталь» (2017 йылдан башлап)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2017 йылдың 26 октябрендә «Салауат Юлаев» Евгений Бодровты Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубына һаҡсы Федор Беляковҡа алмаштыра[8]. Яңы клуб өсөн Евгений даими чемпионатта 21 уйын үткәрә һәм бер генә һөҙөмтәле пас бирә. «Себер» конференцияла плей-оффҡа икенсе йыл рәттән эләкмәй. 2018 йылдың 20 апрелендә Евгений «Себер» менән бер йылға килешеү төҙөй[9]. 2018 йылдың 30 ноябрендә Новосибирск командаһы Бодров менән килешеүҙе өҙә[10]. Ул ваҡытҡа тиклем һөжүмсе 19 уйында 3 мәрәй йыйып өлгөрә. Бер аҙнанан һуң Евгений «Северсталь» менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[11]. Бодров яңы клуб өсөн 21 уйын үткәрә һәм 4 мәрәй йыя, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай.
2019 йылдың 24 июнендә «Северсталь» һәм Бодров яңы килешеүҙә ҡултамғаһын ҡуялар[12]. 2019/2020 йылдар миҙгелендә Евгений «Северсталь» өсөн 33 осрашыуҙа 4 (2+2) мәрәй йыя, тик командаһы Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа эләкмәй. Миҙгел тамамланғас, Евгений Бодровтың команданан китеүе тураһында билдәле була[13].
Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2006 йылда Швецияла үткән юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнашырға Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла. Турнирҙа Рәсәй хоккейсылары сирекфиналда Канадаға еңелә һәм миҙалдарһыҙ ҡала, ә Евгений 6 уйында 4 (2+2) мәрәй йыя. 2007 йылдың авгусы аҙағынан сентябрь башына тиклем Рәсәй менән Канаданың йәштәр йыйылма командалары араһында 1972 йылдағы Суперсерияның 35 йыллығына арналған 8 осрашыуҙан торған яңы суперсерия үткәрелә. Канада хоккейсылары 7 уйында көслөрәк була, ә Бодров ете уйында бер гол керетә. Был миҙгелдә ул Чехияла үткән йәштәр донъя чемпионатына саҡырыла. Рәсәй йыйылма командаһы төркөмөндә икенсе урынды ала, сирекфиналда Чехияны ота, ярымфиналда Швеция хоккейсыларына отола. 3-сө урын өсөн уйында Рәсәй йәштәре АҠШ-тан дәғүәселәрен ота һәм бронза миҙалдарҙы яулайҙар. Евгений 7 осрашыуҙа 4 (1+3) мәрәй йыя.
2011 йылда Евгений тәү тапҡыр Рәсәйҙең милли йыйылма командаһына саҡырыла. Еврохоккейтурҙың Карьяла кубогында ул өс уйында бер мәрәй ҙә йыймаһа ла, Беренсе канал кубогында Бодров һөҙөмтәле пас бирә. Тағы ошо миҙгелдә ул Рәсәй өсөн биш уйын үткәрә һәм бер гол керетә. Шунан бирле йыйылма командаға саҡырылмай.
Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һуңғы яңыртыу: 12 август 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/− | Штр | У | Г | П | М | +/− | Штр | ||
2005/06 | Лада-2 | БЛ | 46 | 10 | 7 | 17 | — | 58 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2005/06 | Лада | РСЛ | 17 | 0 | 1 | 1 | -2 | 8 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
2006/07 | Лада | РСЛ | 36 | 2 | 1 | 3 | -6 | 22 | 2 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | ||
2007/08 | Лада | РСЛ | 34 | 6 | 12 | 18 | -3 | 48 | 4 | 0 | 0 | 0 | -2 | 2 | ||
2007/08 | Лада-2 | БЛ | 5 | 0 | 3 | 3 | — | 8 | 5 | 1 | 6 | 7 | — | 2 | ||
2008/09 | Лада | КХЛ | 56 | 5 | 8 | 13 | -5 | 52 | 5 | 1 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
2008/09 | Лада-2 | БЛ | 3 | 1 | 3 | 4 | — | 2 | 3 | 1 | 1 | 2 | — | 4 | ||
2009/10 | Лада | КХЛ | 14 | 3 | 10 | 13 | 1 | 18 | Команданан китә | |||||||
2009/10 | Аҡ Барс | КХЛ | 41 | 5 | 7 | 12 | 9 | 8 | 21 | 0 | 4 | 4 | 3 | 14 | ||
2010/11 | Аҡ Барс | КХЛ | 52 | 4 | 7 | 11 | 5 | 28 | 9 | 0 | 0 | 0 | -3 | 2 | ||
2011/12 | Аҡ Барс | КХЛ | 54 | 7 | 8 | 15 | -2 | 30 | 12 | 2 | 0 | 2 | 1 | 2 | ||
2012/13 | Аҡ Барс | КХЛ | 34 | 0 | 3 | 3 | 0 | 16 | 15 | 0 | 2 | 2 | 0 | 6 | ||
2013/14 | Аҡ Барс | КХЛ | 28 | 3 | 3 | 6 | -6 | 28 | 6 | 0 | 0 | 0 | -1 | 2 | ||
2014/15 | Аҡ Барс | КХЛ | 13 | 2 | 1 | 3 | 2 | 16 | Команданан китә | |||||||
2014/15 | Атлант | КХЛ | 32 | 3 | 6 | 9 | -4 | 8 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2015/16 | Спартак | КХЛ | 59 | 8 | 16 | 24 | 2 | 55 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 51 | 8 | 15 | 23 | 4 | 45 | 5 | 0 | 0 | 0 | 2 | 2 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 20 | 2 | 3 | 5 | -3 | 12 | Команданан китә | |||||||
2017/18 | Себер | КХЛ | 21 | 0 | 1 | 1 | 0 | 4 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2018/19 | Себер | КХЛ | 19 | 1 | 2 | 3 | -6 | 29 | Команданан китә | |||||||
2018/19 | Северсталь | КХЛ | 21 | 1 | 3 | 4 | -4 | 4 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2019/20 | Северсталь | КХЛ | 33 | 2 | 2 | 4 | -4 | 22 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
Бөтәһе Беренсе лигала | 54 | 11 | 13 | 24 | — | 68 | 8 | 2 | 7 | 9 | — | 6 | ||||
Бөтәһе Суперлигала | 87 | 8 | 14 | 22 | -11 | 78 | 8 | 0 | 0 | 0 | -3 | 2 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 548 | 54 | 95 | 149 | 1 | 375 | 73 | 3 | 6 | 9 | 3 | 34 |
Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | Йыйылма команда | Ярыш | Урын | У | Г | П | М | Штр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2006 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 5 | 6 | 2 | 2 | 4 | 14 | |
2008 | Рәсәй U20 | ЙДЧ | 7 | 1 | 3 | 4 | 6 |
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Континенталь кубок еңеүсеһе — 2006.
- Йәштәр донъя чемпоинатының бронза миҙалсыһы — 2008.
- Гагарин кубогы еңеүсеһе һәм Рәсәй чемпионы — 2008/09.
Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евгений Бодров өйләнгән. Уның бер туған ағаһы Денис Бодров һәм ҡәйнеше Руслан Хасаншин шулай уҡ профессиональ хоккейсылар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Определены лучшие игроки Кубка «Лады»
- ↑ Евгений Бодров перешел из «Лады» в «Ак Барс»
- ↑ «Ак Барс» продлил контракты с Иммоненом и Бодровым
- ↑ «Ак Барс» обменял Бодрова в «Атлант» на Глухова
- ↑ СКА получил права на десятерых игроков «Атланта»
- ↑ Трансферные новости: обмен между СКА и «Спартаком»
- ↑ ХК «Салават» подпишет контракты с Евгением Бодровым и Дмитрием Воробьевым — Вайсфельд
- ↑ «Салават Юлаев» произвёл обмен 2017 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ БОДРОВ ОСТАЕТСЯ, ЛОКТЕВ ВОЗВРАЩАЕТСЯ
- ↑ «Сибирь» расторгла контракт с Бодровым
- ↑ Бодров перешел в «Северсталь»
- ↑ Евгений Бодров подписал новый контракт с «Северсталью»
- ↑ «Северсталь» менән Бодров юлдары айырылыша
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Евгений Бодров — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Sports.ru сайтында профиле
- 8 ғинуарҙа тыуғандар
- 1988 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тольяттиҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- «Лада» хоккей клубының уйынсылары
- Гагарин кубогы еңеүселәре
- Атлант командаһының уйынсылары
- «Аҡ Барс» хоккейсылары
- «Себер» хоккейсылары
- «Спартак» Мәскәү хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Рәсәй хоккей һөжүмселәре
- Рәсәй хоккейсылары
- КХЛ хоккейсылары
- Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының уйынсылары
- Хоккей һөжүмселәре
- «Северсталь» хоккейсылары