Гордеев Артём Сергеевич
Гордеев Артём Сергеевич (1988 йылдың 15 сентябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — элекке Рәсәй хоккейсыһы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Биографияһы
Артём Сергеевич Гордеев 1988 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Карьераһы
2003 йылда балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре араһында хоккей буйынса Рәсәй беренселегенең алтын миҙалы эйәһе[1].
Өлкәндәр хоккейында «Салауат Юлаев» командаһының икенсе составы өсөн сығыш яһай башлай. Бер миҙгелгә Мәскәүҙең ЦСКА командаһының икенсе составына ебәрелә. Ҡайтҡас та өфөләр өсөн сығыш яһауын дауам итә. Рәсәй чемпионатында 2007/2008 йылдар миҙгелендә башлап уйнай. Команда составында Рәсәй чемпионы була. Был чемпионат Суперлига тарихындағы һәм Рәсәй Хоккей Федерацияһы ойошторған һуңғыһы була.
2008 йылда егерме йәшкә тиклемге Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла. Уның составында 7 матч үткәрә, 4 мәрәй йыя (2 гол һәм 2 пас). Йыйылма команда менән бергә донъя чемпионатында бронза миҙал яулай.
Йыйылма команданан ҡайтҡас, Нефтекама ҡалаһының юғары хоккей лигаһы командаһы «Торос» тарафынан ҡуртымға алына. Әммә клуб өсөн ни бары өс уйын үткәргәндән һуң, «Салауат Юлаев»ҡа ҡайта. Шул уҡ миҙгелдә КХЛ-да башлап уйнай. 2011 йылға тиклем «Салауат Юлаев» һәм «Толпар» йәштәр хоккей лигаһы клубы өсөн сығыш яһауын дауам итә. Был ваҡыт эсендә команда менән Гагарин кубогын яулай (2010/2011 йылдар миҙгелендә).
2011/2012 йылдар миҙгелен Өфөлә башлай, әммә өс матчта ғына уйнап, команда менән контрактты өҙә һәм яңынан «Торос»ҡа күсә. «Торос» составында ике миҙгел үткәрә һәм 2011/2012 йылдар миҙгелендә Петров («Братина») кубогына эйә була.
2012 йылдың йәйендә Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй. Был команда составында ни бары 6 осрашыу үткәргәндән һәм һөҙөмтәле пас менән билдәләнгәндән һуң, 2012 йылдың көҙөндә «Торос»ҡа ҡайта. Шул уҡ миҙгелдә икенсе тапҡыр Петров («Братина») кубогын яулай.
2015 йылдың февралендә Ҡышҡы универсиада-2015 еңеүсеһе була. Бер нисә айҙан, 2014/2015 йылдар миҙгеле тамамланғанда, Нефтекама хоккей клубы составында өсөнсөгә Петров («Братина») кубогын яулай.
2018/2019 йылғы ЮХЛ регуляр чемпионатының һуңғы матчы һөжүм итеүсе өсөн «Торос» командаһында уҙғарған биш йөҙөнсөһө була. 500 уйында 200 мәрәй йыя — 86 шайба индерә һәм 114 һөҙөмтәле пас бирә[2].
2018/2019 йылдар миҙгеле һуңында профессиональ хоккейсы карьераһын тамамлай[3]. «Салауат Юлаев» өсөн 81 матч үткәрә, 13 мәрәй йыя, файҙалылыҡ күрһәткесе «+14». «Торос» өсөн 513 матч үткәрә, 202 мәрәй йыя, файҙалылыҡ күрһәткесе «+100»[4].
Ҡаҙаныштары
• 2007/2008 йылғы миҙгелдә Рәсәй чемпионы;
• 2008 йылғы йәштәр араһындағы донъя чемпионатының бронза призёры;
• 2010/2011 йылғы миҙгелдә Гагарин кубогы эйәһе;
• 2011/2012, 2012/2013, 2014/2015 йылдар миҙгелендә Петров («Братина») кубогы эйәһе;
• 2015 йылғы Ҡышҡы универсиада еңеүсеһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ СЮ-88 - Победитель Первенства России по хоккею. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2021. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
- ↑ Артем Гордеев — 500! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2019. Архивировано 30 июнь 2019 года.
- ↑ Нападающий «Тороса» Артём Гордеев завершил карьеру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2019. Архивировано 30 июнь 2019 года.
- ↑ Профиль игрока на eliteprospects.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2021. Архивировано 23 март 2022 года.
Һылтанмалар
- Уйынсы профиле. eliteprospects.com.
- КХЛ сайтында профиле (рус.)