Заварухин Николай Николаевич

Заварухин Николай Николаевич (1975 йылдың 18 марты, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы һәм тренер. «Автомобилист» хоккей клубының баш тренеры.

Биографияһы

Николай Николаевич Заварухин 1975 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.

Спорт карьераһы

Карьераһын тыуған ҡалаһында башлай, 1993/1994 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» өсөн уйнай. 1993 йылда МХЛ-дың етенсе раундында 169-сы һан аҫтында «Нью-Джерси Девилз» клубы тарафынан һайлана. Һуңынан ЦСКА-ға күсә, унда 1996/1997 йылдар миҙгеленә тиклем уйнай.

1996/97 миҙгелендә «Салауат Юлаев»ҡа кире ҡайта, унда РХЛ-да сығыш яһай, шулай уҡ беренсе лигала «Новойл» фарм-клубы өсөн бер нисә матч үткәрә.

1999/2000 йылдар миҙгелендә Ҡазандың «Аҡ Барс» клубына күсә, унда бер миҙгел уйнай. 2000/2001 йылдар миҙгелендә Тольяттиҙың «Лада» командаһы өсөн сығыш яһай, Рәсәй йыйылма командаһы составында «Балтика» кубогына ике уйын үткәрә.

2001/2002 йылдар миҙгелен "Салауат Юлаев"та башлай, унда 2004/2005 йылдар миҙгеленә тиклем уйнай. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһының «Металлург» командаһына юллана, унда бер миҙгел уйнай һәм Өфөгә ҡайта. «Салауат Юлаев» составында Суперлиганың һуңғы миҙгелендә алтын миҙал яулай. 2009 йылда, КХЛ-дың беренсе миҙгелендә уйнап, «Металлург» составында уйын карьераһын тамамлай[1].

Уйын статистикаһы

Турнир[2] Клуб Уй. Г П Мәр.
ЙХЛ-1993/1994 Салауат Юлаев 45 8 8 16
ЙХЛ-1994/1995 ЦСКА 35 5 5 10
Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты-1994/1995. «Үҙәк» зонаһы ЦСКА-2 2 1 2 3
ЙХЛ кубогы-1995 ЦСКА 2 0 0 0
ЙХЛ-1995/1996 ЦСКА 50 8 5 13
Рәсәй чемпионаты-1995/1996. «Үҙәк-1» зонаһы ЦСКА-2 3 3 3 9
ЙХЛ кубогы-1996 ЦСКА 3 0 0 0
Рәсәй хоккей лигаһы-1996/1997 Салауат Юлаев 43 14 10 24
Рәсәй чемпионаты. Беренсе лига-1996/1997. «Урал» зонаһы Новойл 2 2 3 5
Рәсәй хоккей лигаһы-1997. Плей-офф Салауат Юлаев 10 1 2 3
Рәсәй хоккей лигаһы-1997/1998 Салауат Юлаев 37 6 14 20
Рәсәй чемпионаты. Беренсе лига-1997/1998. «Урал» зонаһы Новойл 1 1 0 1
Рәсәй хоккей лигаһы.

Суперлига-1998/1999. Беренсе этап

Салауат Юлаев 42 9 17 26
Рәсәй хоккей лигаһы.

Суперлига-1999. Плей-офф

Салауат Юлаев 4 1 1 3
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-1999/2000. Беренсе этап Аҡ Барс 20 3 5 8
Рәсәй чемпионаты. Беренсе лига. «Волга буйы» төбәге-1999/2000 Аҡ Барс-2 2 0 2 2
Континенталь кубок. Өсөнсө раунд-1999. P төркөмө Аҡ Барс 3 0 2 2
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2000. Плей-офф Аҡ Барс 14 2 5 7
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2000/2001. Беренсе этап Лада 27 10 8 18
Балтика кубогы-2000 Рәсәй 2 0 0 0
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2001. Икенсе этап. 1-6-сы урын Лада 4 0 1 1
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2001. Плей-офф Лада 5 0 0 0
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2001/2002 Салауат Юлаев 34 6 10 16
Рәсәй беренселеге. Беренсе лига. «Урал — Көнбайыш Себер» төбәге-2001/2002 Салауат Юлаев-2 4 3 2 5
XI Ромазан мемориалы-2002 Салауат Юлаев 3 2 0 2
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2002/2003 Салауат Юлаев 51 11 18 29
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2003.Плей-офф Салауат Юлаев 2 0 0 0
XII Ромазан мемориалы-2003 Салауат Юлаев 3 1 0 1
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2003/2004 Салауат Юлаев 60 9 21 30
XIII Ромазан мемориалы-2004 Салауат Юлаев 3 0 0 0
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2004/2005 Салауат Юлаев 47 12 19 31
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2004/2005 Металлург (Магнитогорск) 7 2 2 4
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2005. Плей-офф Металлург (Магнитогорск) 5 1 2 3
XIV Ромазан мемориалы-2005 Салауат Юлаев 2 1 0 1
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2005/2006. Беренсе этап Салауат Юлаев 37 2 20 22
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2006. Плей-офф Салауат Юлаев 6 1 2 3
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2006/2007. Беренсе этап Салауат Юлаев 51 6 20 26
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2007. Плей-офф Салауат Юлаев 8 1 4 5
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2007/2008 Салауат Юлаев 45 7 11 18
Рәсәй чемпионаты. Суперлига-2008. Плей-офф Салауат Юлаев 4 0 1 1
КХЛ-2008/2009 Металлург (Магнитогорск) 54 5 18 23
Чемпиондар лигаһы-2008/2009 Металлург (Магнитогорск) 8 0 2 2
КХЛ-2009.Плей-офф Металлург (Магнитогорск) 11 1 0 1

Тренер карьераһы

2009 йылда ЙХЛ-Б-нан Нефтекама ҡалаһының «Батыр» клубының тренерҙар штабына инә. 2013 йылда Новосибирскиҙан тәҡдим яһайҙар һәм «Себер снайперҙары» йәштәр клубын етәкләй[3]. Уның етәкселегендә команда беренсе тапҡыр ЙХЛ-дың плей-офына сыға. Киләһе миҙгелдә Нефтекаманың «Торос» клубына тренер булып килә[4], әммә клуб уңышһыҙ сығыш яһау сәбәпле килешеүҙе өҙгәстәр, «Себер»ҙең йәштәр клубына кире ҡайта. 2015/2016 йылдар миҙгелендә КХЛ-дағы Түбәнге Каманың «Нефтехимик» клубының тренерҙар штабына инә[5]. Әммә миҙгел барышында Екатеринбургҡа эшкә китә, «Автомобилист» клубы штабына инә. 2019 йылдың апрелендә «Себер» командаһының баш тренеры вазифаһына тәғәйенләнә[6]. 2021 йылдың 6 апрелендә клубтың килешеүҙе оҙайтмауы билдәле була[7].

2021 йылдың 1 майында яңынан "Автомобилист"тың тренерҙар штабына инә[8]. Билл Питерс эштән бушатылғандан һуң 2021 йылдың 30 ноябрендә "Автомобилист"ың баш тренеры итеп тәғәйенләнә[9]. 2024 йылдың 26 апрелендә клуб Заварухин менән килешеүҙе 2026 йылдың 31 майына тиклем оҙайта[10].

Тренер статистикаһы

Чемпионат[2] Клуб Вазифа
ЙХЛ-Б-2011/2012. «Үҙәк» дивизионы Батыр Тренер
ЙХЛ-Б-2012. Плей-офф Батыр Тренер
Физкультурник көнөнә турнир-2012 Батыр Тренер
ЙХЛ-Б-2012/2013. «Волга буйы» дивизионы Батыр Тренер
ЙХЛ-Б-2013. Плей-офф Батыр Тренер
Белосохов иҫтәлегенә турнир-2013 Себер снайперҙары Баш тренер
В. С. Тарасов иҫтәлегенә турнир-2013 Себер снайперҙары Баш тренер
ЙХЛ-2013/2014. «Көнсығыш» конференцияһы Себер снайперҙары Баш тренер
ЙХЛ-2014. Плей-офф Себер снайперҙары Баш тренер
В. С. Тарасов иҫтәлегенә турнир-2014 Торос (Нефтекама) Өлкән тренер
ЮХЛ-2014/2015 Торос Өлкән тренер
ЙХЛ-2014/2015. «Көнсығыш» конференцияһы Себер снайперҙары Баш тренер
ЙХЛ-2015. Плей-офф Себер снайперҙары Баш тренер
Бобруйск ҡала башҡарма комитеты рәйесе призына турнир-2015 Себер снайперҙары Баш тренер
Белосохов иҫтәлегенә турнир-2015 Себер снайперҙары Баш тренер
ЙХЛ-2015/2016. «Көнсығыш» конференцияһы Себер снайперҙары Баш тренер
КХЛ-2015/2016 Нефтехимик Тренер
КХЛ-2016. Плей-офф Нефтехимик Тренер
КХЛ-2016/2017 Нефтехимик Тренер
КХЛ-2016/2017 Автомобилист Өлкән тренер
Виктор Блинов мемориалы-2017 Автомобилист Өлкән тренер
КХЛ-2017/2018 Автомобилист Өлкән тренер
КХЛ-2018. Плей-офф Автомобилист Өлкән тренер
Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы кубогы-2018 Автомобилист Өлкән тренер
Башҡортостан Республикаһы кубогы-2018 Автомобилист Өлкән тренер
КХЛ-2018/2019 Автомобилист Өлкән тренер
КХЛ-2019. Плей-офф Автомобилист Өлкән тренер
КХЛ-2019/2020 Себер Баш тренер
КХЛ-2020. Плей-офф Себер Баш тренер
КХЛ-2020/2021 Себер Баш тренер
КХЛ-2021/2022 Автомобилист Баш тренер ассистенты
КХЛ-2022/2023 Автомобилист Баш тренер
КХЛ-2023. Плей-офф Автомобилист Баш тренер
КХЛ-2023/2024 Автомобилист Баш тренер
КХЛ-2024. Плей-офф Автомобилист Баш тренер
КХЛ-2024/2025 Автомобилист Баш тренер
КХЛ-2025. Плей-офф Автомобилист Баш тренер

Ҡаҙаныштары

  • Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында Европа чемпионатының көмөш призёры (1993)
  • МХЛ-да «Нью-Джерси Девилз» клубы тарафынан драфтҡа алына (1993)
  • Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында донъя чемпионатының бронза призёры (1994)
  • Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында донъя чемпионатының көмөш призёры (1995)
  • «Салауат Юлаев» командаһы составында МХЛ беренселегенең бронза призёры (1997)
  • Рәсәй йыйылма командаһы составында «Балтика» кубогын яулаусы (1999)
  • «Аҡ Барс» командаһы составында Рәсәй беренселегенең көмөш призёры (2000)
  • «Салауат Юлаев» командаһының иң яҡшы бомбардиры (2004)
  • «Салауат Юлаев» командаһы составында «Клубтың иң файҙалы уйынсыһы» (2007)
  • «Салауат Юлаев» командаһы составында «Клубтың иң тоғро уйынсыһы» (2008)
  • «Салауат Юлаев» командаһы составында Рәсәй чемпионы (2008)
  • «Металлург» (Магнитогорск) командаһы составында КХЛ-дың бронза призёры (2009).

Ғаиләһе

Атаһы Николай Заварухин — шулай уҡ хоккейсы, 1944 йылдың 26 мартында Силәбелә тыуған. Карьераһының күп өлөшөн "Салауат Юлаев"та уҙғара. Ике туған ағаһы Алексей Заварухин Силәбе ҡалаһының "Трактор"ы һәм Новосибирскиҙың "Себер"е өсөн сығыш яһауы менән билдәле. Тренер[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Заварухин Николай:Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). www.khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  2. 1 2 Заварухин Николай Николаевич Статистика. r-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 6 июль 2017 года.
  3. Заварухин возглавил «Сибирских снайперов». Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  4. Бывший «юлаевец» Заварухин возглавил «Сибирских Снайперов». www.bashinform.ru (23 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  5. «Торос» взял в тренеры Заварухина. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  6. В тренерский штаб «Автомобилиста» вошли Николай Заварухин и Алексей Волков. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  7. Заварухин покидает пост главного тренера «Сибири». Спорт-Экспресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. Архивировано 6 апрель 2021 года.
  8. Новости. Сайт ХК Автомобилист. www.hc-avto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2021. Архивировано 2 май 2021 года.
  9. Новости. Сайт ХК Автомобилист. www.hc-avto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2021. Архивировано 3 декабрь 2021 года.
  10. Полуфиналист Кубка Гагарина продлил контракт с главным тренером (26 апрель 2024). 26 апрель 2024 тикшерелгән.
  11. Алексей Заварухин завершил карьеру игрока и перешёл на тренерскую работу. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.

Тема буйынса өҫтәмә