Анфёров Михаил Андреевич
Михаил Андреевич Анфёров (1956 йылдың 10 октябре, Өфө) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы. һөжүм итеүсе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Тренер.
Биографияһы
Михаил Андреевич Анфёров 1956 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Салауат Юлаев» (Өфө) исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1974/1975 йылдар миҙгелендә СССР беренселегендә башлап сығыш яһай. Ике миҙгелде Куйбышев ҡалаһының СКА-һында үткәрә. 1977/1978 йылдар миҙгелендә Өфө командаһы менән бергә юғары лигаға сыға. Артабан «Крылья Советов» (1979/1980 — 1980/1981 йылдар), Мәскәүҙең «Динамо» (1981/1982 — 1985/1986 йылдар), Харьковтың «Динамо» (1986/1987 — 1989/1990 йылдар) командалары өсөн уйнай. Югославияның Загреб ҡалаһында «Медвешчак» (1990/1991) һәм Словенияның «Блед» (1991/1992 — 1995/1996 йылдар) командалары өсөн уйнай[1].
СССР-ҙың икенсе йыйылма командаһы уйынсыһы.
Төрлө үҫмерҙәр һәм өлкәндәр командалары тренеры[2]. .
Өлкән ағаһы Николай ҙа хоккейсы була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры;
• СССР чемпионатының көмөш призёры (1985);
• СССР чемпионатының бронза (1982, 1983) призёры;
• Шпенглер кубогы эйәһе (1983);
• Шпенглер кубогының иң яҡшы бомбардиры (1983);
• «Сааб-Скания» кубогы эйәһе (1982);
• СССР-ҙың икенсе йыйылма командаһы составында «Ленинградская правда» гәзите призы турниры еңеүсеһе (1981, 1982);
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1978);
• СССР беренселегенең беренсе лигаһы еңеүсеһе (1978);
• Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионаты еңеүсеһе (1973)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Анферов Михаил Андреевич. Спорт-страна.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ Анферов Михаил Андреевич (10.10.1956), Тренер - МХЛ/МХК Дмитров - хоккейный тренер. Вся статистика хоккея. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Admin. Анферов Михаил Андреевич | Спорт-страна.ру (ru-RU), Спорт-страна.ру - портал по истории спорта (16 апрель 2019). 25 ғинуар 2026 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Анфёров Михаил Андреевич. hcks.moscow (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- Михаил Андреевич Анфёров. dynamo-history.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- Анферов Михаил Андреевич, 10.10.1956, нап. hockey1946.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- Михаил Анферов. r-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.