Сафин Венер Рәсих улы
Сафин Венер Рәсих улы (6 октябрь 1964 йыл) — хоккейсы, тренер. Спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Һаҡсы.
Биографияһы
Венер Рәсих улы Сафин 1964 йылдың 6 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Башҡорт. Команда составында 1995—1997 йылдарҙа Рәсәй беренселегенең өс тапҡыр бронза миҙал призеры, «Салауат Юлаев» командаһының капитаны була (1995—1999). Шулай уҡ бер миҙгел Тольяттиҙың «Лада»һы һәм Финляндияның «Хермес» клубтары өсөн сығыш яһап өлгөрә. Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.
Тренерлыҡ карьераһын 2001 йылда «Салауат Юлаев» командаһынан башлай. Рәсәй чемпионы 2007/2008, өлкән тренер булғанда Гагарин (2011) кубогы яулаусыһы. 2012 йылдың декаберенә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. 2013 йылдың апреленән йәш хоккейсыларҙың Толпар командаһы баш тренеры.
2017 йылда Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Учалынан «Горняк» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла, был вазифала 2018 йылдың 18 ноябренә тиклем була[1].
Карьераһы
Хоккейсы
- 1982—1989
Авангард Өфө - 1989—1990
Салауат Юлаев - 1989—1990
/
Лада - 1991—1994
Салауат Юлаев - 1994—1995
Хермес - 1995—2000
Салауат Юлаев - 1995—2000
Нефтехимик
Баш тренер
- 2011—2012
Салауат Юлаев - 2013—2015
Толпар - 2017—11.2018
Горняк.