Гәрәев Алик Әмирхан улы

Гәрәев Алик Әмирхан улы (рус. Гареев, Алик Амирханович; 1970 йылдың 13 феврале, Өфө) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Рәсәйҙең спорт мастеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры[1].

Биографияһы

Алик Әмирхан улы Гәрәев 1970 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе.

Карьераһы

Икенсе лиганың «Авангард» (Өфө) командаһында уйнай башлай — 1986/87 йылдар миҙгелендә ике матч уҙғара. «Салауат Юлаев» та 15 миҙгел (1987/88, 1989/90 — 2001/02, 2004/05) үткәрә, 676 уйында уйнай, 106 шайба индерә, 73 һөҙөмтәле пас бирә[2]. Шулай уҡ Мәскәүҙең ЦСКА (1988/89), Калинин ҡалаһының МВО армия спорт клубы (1988/89 — 1989/90), Өфөнөң «Авангард» (1989/90, 1991/92) һәм «Новойл» (1992/93 — 1993/94, 1996/97), Пермдең «Молот-Прикамье» (2002/03 — 2003/04) командаларында уйнай.

1988 йылда үҫмерҙәр араһындағы Европа чемпионатының бронза призеры. ЙХЛ һәм Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997).

ЙХЛ-дың «Толпар» Өфө командаһы тренеры (2010 йыл — 6 октябрь, 2015 йыл, 2016—2017) һәм баш тренеры (2015/2016, 6 октябрҙән). ҮХЛ-дың Нефтекама ҡалаһы «Торос» командаһы тренеры. 2020 йылдан — «Салауат Юлаев» мәктәбендә тренер.

Ғаиләһе

Ҡатыны — хоккейсы һәм тренер Владимир Быковтың ҡыҙы, улдары Артем (1990) һәм Данил (1992) шулай уҡ хоккейсылар[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Гареев Алик Амирханович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025. Архивировано 1 март 2024 года.
  2. Хоккейные родственники. Часть I. Отцы и дети. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025. Архивировано 1 март 2024 года.
  3. Василевские, Гимаевы, Емелины, Юлдашевы: хоккейные династии «Салавата Юлаева». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025. Архивировано 27 октябрь 2021 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә