Полозов Константин Александрович

Полозов Константин Александрович (1966 йылдың 4 майы, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2025 йылдың 19 авгусы, Өфө) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы (һөжүм итеүсе) һәм тренер.

Биографияһы

Константин Полозов 1966 йылдың 4 майында Өфөлә тыуған.

Уйын карьераһы

«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Өфөнөң «Авангард», «Салауат Юлаев» командалары өсөн уйнай. 1983 йылда үҫмерҙәр араһында Европа һәм СССР чемпионы була. «Салауат Юлаев» өсөн 15 миҙгел (1982—1987, 1988—1998) сығыш яһай, 173 шайба индерә. Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр призеры (1995—1997), Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994).

Ҡаҙаныштары

РСФСР халыҡтары спартакиадаһы еңеүсеһе (1981);
• СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призеры (1982);
• үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1983);
• үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (1984);
МХЛ чемпионатының бронза призеры (1994/1995, 1995/1996 йылдар);
• Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1996/1997 йылдар миҙгеле).

Тренер карьераһы

2009/10 һәм 2010/11 йылдар миҙгелдәрендә «Толпар» командаһының тренерҙар штабына инә. 2011 йылдан 2015 йылға тиклем ЙХЛ-Б-ла Нефтекаманың «Батыр» командаһын етәкләй. 2015 йылдың 22 ғинуарында «Торос» клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә. 2016 йылдың 28 июненән — «Толпар»ҙың тренеры. 2019 йылдың 13 июненән ЮХЛ-дан «Торос» командаһының баш тренеры вазифаһына тәғәйенләнә[1].

2025 йылдың 19 авгусында онкология сиренән вафат була[2].

Шәхси тормошо

Өйләнгән була. Улы Кирилл да (1991 йылда тыуған) хоккейсы.

Хәтер

Республикала Константин Полозов иҫтәлегенә хоккей турниры ойоштороласаҡ[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Изменение в руководстве ДЮСШ ХК «Торос» (билдәһеҙ). Хоккейный клуб "Торос" (13 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. Архивировано 13 сентябрь 2019 года.
  2. Стала известна причина смерти тренера Константина Полозова (19 август 2025). 13 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  3. В Уфе увековечат память ветерана башкирского хоккея Константина Полозова  (рус.). 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә