Әҙелбаев Дамир Минийәр улы
Дамир Минийәр улы Әҙелбаев (рус. Адельбаев Дамир Миниярович , 1959 йылдың 5 июле, Үрге Сирбай, Башҡорт АССР-ы — 2014 йылдың 18 феврале, Өфө) — йырсы, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының элекке артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2002).
Биографияһы
Дамир Минийәр улы Әҙелбаев 1959 йылдың 5 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылында Миңйыһан һәм Минияр Әҙелбаевтарҙың ғаиләһендә тыуған. Сирбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Күмертау һөнәрселек училищеһында белем ала. 1977 йылда хеҙмәт юлын башлай. Сирбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1974 йылда Күмертау һөнәрселек училищеһына (ПТУ) ташсы-монтажсы һөнәре буйынса уҡырға инә. Училищенан һуң 1977 йылда Өфө эре панелле йорт төҙөлөшө тресында эшләй башлай. Көҙөн Совет Армияһы сафына саҡырыла, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә[1].
Мәктәптә лә, училищела ла, армияла ла художестволы үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша. Демобилизацияланғандан һуң уны совхоз клубына эшкә саҡыралар. Бер аҙҙан Дамир район үҙәгенә күсә, агитбригада составында малсылар, баҫыу эшселәре алдында сығыш яһай.
1984 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм вокаль-инструменталь ансамбль ойоштора. 1990 йылда Өфө сәнғәт училищеһын вокал бүлеге буйынса тамамлай. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында музыкаль яҡтан биҙәүсе булып эшләй. 1997 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай[2].
Дамир Минийәр улының ғүмере 2014 йылдың 18 апрелендә өҙөлдө. Тыуған ауылы Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылында ерләнде[3].
Ижады
Дамир Әҙелбаев — һәүәҫкәр композитор. Республика йырсыларының репертуарына ингән бер нисә тиҫтә популяр йырҙар авторы. Музыкант тәүге йырҙарын Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған йылдарында яҙа башлай. Шул ваҡыттан алып Дамир Минийәр улы әүҙем ижади тормош алып бара. Киң аудиторияға Айҙар Ғәлимов башҡарыуында «Аҡбуҙат» йыры менән таныла. Дамир Минийәр ижад иткән бик күп йырҙар халыҡ күңелендә урын таба. «Гәлсәр һандуғас» йыр конкурсының иң беренсе сығарылышында «Был ғүмер» тигән йыры Фәрит Бикбулатов башҡарыуында иң юғары баһаға лайыҡ була, «Йыл йыры» исемен яулай. «Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына», «Алтын туй», «Мөлдөрәмә тулы силәгем», «Йоматау», «Мин яратам был тормошто», «Йөрәк», «Һуҡайлыға мәҙхиә», «Үрмәлегөл» йырҙарын популяр артистар Флүрә Килдейәрова, Миңзәлә Түләбаева, Сәйҙә Ильясова, Венер Камалов, Рәүилә Мәсәлимова, Фәдис Ғәниев, Азамат Тимеров, Сәғиҙулла Байегетов үҙ репертуарына ала[4][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2002 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты
2010 йылдың 17 майында вокал сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Дамир Адельбаев, Кугарчинская ЦРМБ. 29 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Искәндәрова Нәзифә. Йырҙарын ул һаман йырлай төҫлө…, Шоңҡар (28 август 2022). 29 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Сегодня в Башгосфилармонии простились с Дамиром Адельбаевым... Академическая хоровая капелла РБ им Т. Сайфуллина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Сәйетбатталова Гөлназ. Атылды ла һүнде бер йондоҙ (13 июль 2021). 29 май 2025 тикшерелгән.