Камалов Венер Мөнир улы
Венер Мөнир улы Камалов (рус. Венер Мунирович Камалов; 1969 йылдың 8 декабре, Исламғол, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр артисы, йырсы. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024)
Биографияһы
1969 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Исламғол ауылында тыуған.
Исламғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 1984 йылда тамамлай, 1984—1988 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында «яңғыҙ йырлау» специальносы буйынса белем ала (Джон Әхмәт улы Мусин класы). Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә (П. Р. Мельниченко класы). 1991 йылдан алып Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй. Ижади эшмәкәрлеге йылдарында ул 70-тән ашыу роль башҡара.
- Ижады
Венер Камалов актерлыҡ оҫталығынан тыш, йырсы булараҡ та билдәле. Уның репертуарында:
- башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары;
- эстрада композиторҙары әҫәрҙәре;
- ретро йырҙар.
Йырсы биш аудиоальбом һәм бер видеоальбом сығарған, үҙенең күп кенә йыр һүҙҙәренең авторы. Камалов Башҡортостан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәр буйлап әүҙем гастролдәрҙә булды. Телевидениела уны БСТ каналында «Тәмле» тапшырыуын алып барыусы булараҡ беләләр[1][2].
- Юбилей кисәһе
2024 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында «Һин кем, Венер Камалов?», артистың 55 йәшенә һәм ижади эшмәкәрлегенә 33 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Кисәлә Камаловтың йырҙары, ул сығыш яһаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, хеҙмәттәштәренең һәм дуҫтарының хәтирәләре яңғыраны[3].
Шәхси тормошо
Өйләнгән. Дилбәр һәм Гөлдәр исемле игеҙәк ҡыҙҙары бар, улар музыка мәктәбенә йөрөй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006);
- «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсы һәм фестивале лауреаты;
- «Актер йыры» республика конкурсы лауреаты;
- 1-се «Ғәлсәр һандуғас» телефестиваленең «Иң яҡшы клип» номинацияһында еңеүсе (2001)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Камалов Венер Мунирович. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025.
- ↑ «Өфө ваҡыты» 17 мая: в студии программы побывал певец и актер Венер Камалов. Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан» (17 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025.
- ↑ 8 декабря народный артист Башкортостана Венер Камалов отметил 55-летие со дня рождения и 33-летие творческой деятельности. Новостной портал Ассоциации национальных театров (10 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025.
- ↑ Камалов Венер Мунирович. Национальный молодежный театр им. Мустая Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Национальный молодежный театр им. Мустая Карима. Официальный сайт. Камалов Венер Мунирович (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2025)