Фәйзрахманов Ришат Шәрип улы
Фәйзрахманов Ришат Шәрип улы (рус. Файзрахманов Ришат Шарипович; 1940 йылдың 5 июле, Сымбулат[d], Татар АССР-ы[d]) — инженер, комсомол органдары һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1965 йылдан ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының икенсе, 1966 йылдан — беренсе секретары, 1968 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе секретары, 1969 йылдан «Промсвязь» тәжрибә заводы инженеры, баш инженеры, директор вазифаһын башҡарыусыһы һәм директоры, 1982 йылдан — Өфө заводтары директоры, 2002—2009 йылдарҙа — «Офис—Центр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты[2].
Биографияһы
Ришат Шәрип улы Фәйзрахманов 1940 йылдың 5 июлендә Татар АССР-ының[3] Әтнә районы Сымбулат ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: 1963 йылда Ҡазан авиация институтын[4], 1966 йылда Мәскәүҙә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк комсомол мәктәбен тамамлаған[2].
1963 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе инженеры булып башлай, артабан өлкән инженер, техник бюро начальнигы була[2].
1965 йылда ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының икенсе, 1966 йылда — беренсе секретары итеп һайлана[2].
1968 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе секретары[2].
1969 йылдан — «Промсвязь» тәжрибә заводы инженеры, баш инженеры, директор вазифаһын башҡарыусыһы һәм 1976 йылдан — директоры.
1982 йылдан — Өфө коммутацион аппаратуралар заводы директоры[2].
1985 йылдан — Өфөләге «Элитон» заводы директоры[2].
1999 йылдан — «Продмонтаж» дәүләт унитар предприятиеһының башҡарыусы директоры, тышҡы идарасыһы[2].
2002—2009 йылдарҙа — «Офис—Центр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары[2].
Ике уйлап сығарыу авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты[2];
• Биш саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаты;
• Өфө ҡалаһы Киров районының, 2015 йылдан — Өфө ҡалаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе.
Китаптары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Почёт Билдәһе» ордены (1981) [2];
• «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970) [2];
• СССР-ҙың элемтә мастеры [2];
• СССР-ҙың почётлы радисы [2];
• ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Комсомолда әүҙем эше өсөн» билдәһе (1968) [2];
• ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «ВЛКСМ-ға 50 йыл» билдәһе (1968) [2];
• ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «В. И. Ленин исеме менән 60 йыл» билдәһе [2];
• СССР Электрон сәнәғәте министрлығы һәм радиоэлектрон сәнәғәте эшселәре профсоюзы Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1990) [2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 Файзрахманов Ришат Шарипович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһы.
- ↑ Артабан А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университеты, хәҙер А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты.
- ↑ Записки директора уфимских заводов/Файзрахманов, Ришат Шарипович. Научно-информационный центр Свердловской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ В Уфе состоялась презентация книги «Ресурс уфимского долголетия» Ришата Шариповича Файзрахманова. Государственное бюджетное учреждение культуры Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан (5 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энциклопедия. Файзрахманов Ришат Шарипович. Дата публикации: 01.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 12.02.2020 (рус.); (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2025)
• Рашит Аюпов. Дань уважения. Неповторимый почерк Ришата Файзрахманова. Общественно-политическая газета «Вечерняя Уфа». 5 июля 2019 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2025)
• Вячеслав Голов. Ставим «альфу» однозначно! Общественно-политическая газета «Вечерняя Уфа». 18 июля 2025 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2025)