Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы
Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (5 июль 1965 йыл) — ғалим-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
Биографияһы
Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов 1965 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған.
1982—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый (1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә).
1998 йылда «XVIII быуат аҙағы — XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт йорто» (рус. «Башкирский двор в конце XVIII — первой половине XIX веков») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә. 2002 йылда доцент ғилми исемен ала.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҡытыусы булып эшләй[1].
Сибай ҡалаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» рәйесе. 2023 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Бөтә донъя башҡорттары конгрессының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2016)
- «Ватандаш» журналы лауреаты (2017)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙы (2022)
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2023)
Китаптары
|
Башҡа китаптары
|
Мәҡәләләре
|
Башҡа мәҡәләләре
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирский государственный университет. Сибайский институт. Информация о составе педагогических (научно-педагогических) работников образовательной организации. Сулейманов Фуат Мурзагалиевич, доцент кафедры теории и истории государства и права 2022 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)
Һылтанмалар
- ПРОЕКТ «100 ИМЁН СИБАЯ». Фуат Мурзагалиевич Сулейманов. Социальная сеть «ВКонтакте». 29 декабря 2017 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)
- Юбилей учёного. Сибайский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. 7.07.2020 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)
- Сулейманов Ф. М. Храбрые джигиты из рода Тунгаур в борьбе за автономию Башкортостана // Ватандаш. — 2018. — № 10 (265). — С. 45—54. — ISSN 1683-3554.
Сибайский институт Уфимского университета науки и технологий — крупный образовательный и научный центр башкирского Зауралья. Создан приказом МО РФ путём объединения существовавших в городе с 1990 г. и 1993 г. филиалов БГПИ и БГУ. // https://sibay-uunit.ru/