Алексеев Учур Абушинович
Учур Абушинович Алексеев | |
---|---|
Тыуған көнө | 5 июль 1912 |
Тыуған урыны | Граббевский станицаһы, Ростов губернаһы, Рәсәй Империяһы |
Вафат көнө | 21 август 1981 (69 йәш) |
Вафат урыны | Өфө, СССР |
Ил | Рәсәй Империяһы → СССР |
Ғилми даирәһе | хирургия |
Эшләгән урыны | БДМИ |
Альма-матер | 1-се МДМУ |
Ғилми дәрәжәһе | медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме | профессор |
Награда һәм премиялары |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Учур Алексеев |
Алексеев Учур Абушинович (5 июль 1912 йыл — 21 август 1981 йыл) — СССР хирургы, уҡытыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Учур Абушинович Алексеев 1912 йылдың 5 июлендә Ростов губернаһының Граббевский станицаһында тыуа. Атаһы А. Деникин ғәскәре менән эмиграцияға китергә мәжбүр була. Учур Абушинович Ремонтное ауылында урта мәктәпте тамамлай. Артабан Дондағы Ростовта химия—фармацевтика техникумында уҡып сыға. Техникумды тамамлағас, ул Үрге Дон районы Мешковская станицаһы аптекаһының мөдире булып эшләй. 1939 йылда И. М. Сеченов исемендәгә 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетын тамамлаған.
Учур Алексеев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 1941 йылдан — алып полк табибы, медсанбат командиры, 1942 йылдан башлап — ялан госпитале, 1944 йылдан — Ишембай ҡалаһындаға 5920‑се эвакогоспиталдә эшмәкәрлеген алып бара. 1942 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалына, 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1946 йылдан алып Өфөнөң 1‑се үҙәк клиник дауаханаһы начальнигы булып эшләй. 1948—1950 һәм 1955—1960 йылдарҙа Республика клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын биләй, шул уҡ ваҡытта, 1948—1955 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының Өфө туберкулёз госпиталендә төп хирург булып эшләй.
1957 йылда Учур Алексеев БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, ә 1972 йылда БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исемдәре менән бүләкләнә.
1960 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта: 1966—1978 йылдарҙа факультет хирургияһы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй, 1967—1974 йылдарҙа ғилми эштәр буйынса проректор булып эшләй.
1967 йылда медицина фәндәре докторы исемен яҡлай, бер йылдан иһә профессор дәрәжәһенә лайыҡ була.
Ғилми эштәре үпкә хирургияһы мәсьәләләренә бағышланған, плевра йәбешкәген хирургик ысулы менән дауалауҙы камиллаштыра, каверноз туберкулёз менән ауырығанда ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген билдәләй.
30 тирәһе ғилми эш авторы.
1981 йылдың 21 авгусында Өфөлә вафат була.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Экстраплевральный пневмолиз при туберкулёзе. Өфө, 1962
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1942
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — 1943
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1957)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Г. Ҡ. Ҡунафина тәрж. Алексеев Учур Абушинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алексеев Учур Абушинович БДМУ тарихы сайтында 2021 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
- 5 июлдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Зимовники районында тыуғандар
- Алфавит буйынса хирургтар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Өфөлә вафат булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы медиктары
- СССР педагогтары
- СССР хирургтары
- XX быуат хирургтары
- XX быуат педагогтары
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре