Пономарёв Сергей Дмитриевич
Сергей Дмитриевич Пономарёв (рус. Пономарёв Сергей Дмитриевич; 1906 йылдың 22 июне [5 июле] , Төй, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1991 йылдың 15 марты, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет урман белгесе, профсоюз органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, батарея командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945)
Биографияһы
1906 йылдың 22 июнендә (5 июлендә) Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районына ҡараған Төй ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ. 1917 йылдың аҙағынан атаһы һәм һеңлеһе менән Асҡын ауылында йәшәй. Атаһы вафат булғандан һуң 1918 йылдың мартынан Асҡын балалар йортонда, 1920 йылдан Бөрө балалар йортонда тәрбиәләнә һәм уҡый. 1924 йылда Өфө ер төҙөлөшө (хәҙерге Өфө урман-техник) техникумына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң 1928 йылда «Южураллес» тресының урман төҙөлөшө партияһына ебәрелә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем таксатор ярҙамсыһы булып эшләй.
1929 йылдың ноябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Пархоменко исемендәге 14-се Коммунистик Интернационал йәштәре дивизияһының 55-се кавалерия Дубнин полкында хәрби хеҙмәтен үтәй. Демобилизациянан һуң 1930 йылда Өфөгә ҡайта. «Южураллес» тресының урман төҙөлөшө контораһында таксатор, Бөтә Рәсәй «Техниканы үҙләштеү өсөн» йәмғиәтенең өлкә бүлексәһе секретары, «Южураллес» тресының ағас әҙерләү буйынса белгесе, Өфө гарнизонының хәрби урман сәнәғәте хужалығы начальнигы (1936—1941) булып эшләй. Һуғыш алдынан хәрби-күнекмә йыйындарында ҡайтанан әҙерлек үтә һәм артиллерист хәрби һөнәрен ала.
1941 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһының Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1942 йылдың сентябрендә Рязань ҡалаһында 1-се резерв армияһы базаһында Сталинград алышында ҙур юғалтыуҙар кисергәндән һуң тулыландырылған 18-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә.
1942 йылдың 18 декабренән Волхов фронтының 2-се удар армияһы 18-се уҡсылар дивизияһының 1027-се артиллерия полкы составында Бөйөк Ватан һуғышының алғы һыҙығында. Волхов, Ленинград һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә.
2-се Украина фронты 53 сө армияның 5 се гвардия артиллерия дивизияһв 71 се еңел артиллерия бригадаһының 1325 се полкының өлкән лейтенант Сергей Пономарёв 1944 йылдың 4 октябрендә Румынияның Санникулаул-Маре ҡасабаһы өсөн, Ченодал-Маре ҡасабаһы янындағы алыштарҙа (Румыния) батырлыҡ күрһәтә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указ менән күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Сергей Дмитриевич Пономаревҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла.
1945 йылда демобилизациялана, капитан дәрәжәһендә запасҡа китә. Артабан Өфө ҡалаһында йәшәй. Өфөнөң 2-се урман заводында директор булып эшләй. 1952 йылдан 1962 йылға тиклем Урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе була. Һуңынан Өфө йорт төҙөү фанера комбинатының норматив төркөмөндә өлкән инженер вазифаһын биләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, Өфө фанера комбинатында Бөйөк Ватан һуғышы музейын ойоштора.
1991 йылдың 15 мартында вафат була, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (24.03.1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (08.08.1943; 06.04.1985)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.03.1944;?)
- миҙалдар, шул иҫәптән:
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (16.07.1943)
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән батыр исеме Асҡын районының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[2][3].
- Асҡын районы Асҡын ауылының урамы Герой исемен йөрөтә[1].
- Төй ауылында мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4]
- Өфө урман-техник техникумында стенд биҙәлгән[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Пономарёв Сергей Дмитриевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25-11-13.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Энгель Зайнетдинов. Ратные подвиги башкирских нефтяников. Журнал «Ватандаш» (22 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2025.
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965. — Т. 1.
- Подвиги их – бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / Сост. Р. А. Валишин, И. Г. Каримов, А. У. Кунакбаев и др. — Уфа: Китап, 2000. — 400 с.
Һылтанмалар
- Пономарёв Сергей Дмитриевич. «Герои страны» сайты.
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Пономарёв Сергей Дмитриевич (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2025)
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Пономарёв Сергей Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2025)
- Министерство обороны Российской Федерации. Информационная система «Память народа». Главная страница/ Участники войны/ Пономарёв Сергей Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2025)
- Республиканский музей боевой славы. Пономарёв Сергей Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2025)
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Пономарёв Сергей Дмитриевич. Звание Героя Советского Союза присвоено 24 марта 1945 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2025)