Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы
Мазһар Ғиләжетдин улы Абдуллин (рус. Мазгар Гилязетдинович Абдуллин; 1912 йылдың 29 декабре, 1-се Иҙелбай, Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе — 1942 йылдың 25 авгусы, Веригино[d], Калинин өлкәһе[d]) — совет яҙыусыһы, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы 1912 йылдың 29 декабрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең[1] 1-се Иҙелбай ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған[2].
Ауылда башланғыс белем алғандан һуң, 1924—1930 йылдарҙа Өфөлә Ленин мәктәбендә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый, унан һуң Мәскәүҙә Бөтә Союз коммунистик журналистика институтын тамамлай (1933)[3].
1935—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хәрби хеҙмәттә була[3]. Ҡайтҡас, Башҡортостан китап нәшриәтендә — мөхәррир, «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите редакцияһында мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй[2].
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, ҡабаттан хәрби хеҙмәткә алына. Танкистар мәктәбен тамамлағас, Мәскәү өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1942 йылдың 25 авгусында Калинин өлкәһе Зубцев районы Веригино ауылы янында һәләк була[3].
Ижады
Мазһар Абдуллин ХХ быуаттың 30-сы йылдарында шиғырҙары, хикәйә һәм очерктары менән таныла. Уның «Тормош» (1933), «Кимәл» (1935), «Йыр сафта ҡала» (1960), «Окопта яҙылған шиғырҙар» (1985) исемле китаптары донъя күргән[2].
Хәтер
- 1960 йылда Еңеүҙең 15 йыллығына арнап сығарылған йыйынтыҡта Мазһар Абдуллиндың шиғыр шәлкеме лә урын алған[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
- ↑ 1 2 3 М. Х. Нәҙерғолов. Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 Он не вернулся из боя (К 100-летию со дня рождения поэта Мазгара Абдуллина). ИА «Башинформ» (29 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2006. — С. 168, 169. — 496 с. — ISBN 978-5-295-03766-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026);
- Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2015. — С. 225, 226. — 496 с. — ISBN ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026);
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (баш.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / М. Ф. Кашапов, председатель редакционной коллегии. — Уфа: АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 19, 20. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026);
- Национальная библиотека им. А.-З. Валиди РБ. Электронная библиотека. Абдуллин Мазгар (1912—1942) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
- Он не вернулся из боя. К 100-летию со дня рождения поэта Мазгара Абдуллина (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)