Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы
Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ғибәҙәтов Таһир Ғибәт улы; 29 декабрь 1898 йыл — 19 апрель 1982 йыл), әкиәтсе. Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
Миңлетаһир Ғибәҙулла улы Ғибәҙуллин 1898 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) Абзай ауылында тыуған.
Троицк мәҙрәсәһендә белем алған. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән.
Беренсе бөтә донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре.
1937 йылда ҡулға алына һәм репрессияға дусар ителә. 1947 йылға тиклем төрмәлә була. 1989 йылда аҡлана.
Ижады
Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы легенда, хәтирә һәм әкиәттәр һөйләүсе була.
1970 йылдарҙа фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов Миңлетаһир Ғәбиҙуллиндән 30-лап әҫәр яҙып ала һәм уларҙы «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫтыра.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2023)
- Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Уфа, 2005.