Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы
Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова (рус. Батталова Гаухар Тимерхановна; 1965 йылдың 22 декабре, Өфө) — тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры (2011—2022). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
Биографияһы
Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова 1965 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
1988—1998 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире.
1999—2010 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының ижтимағи-сәйәси программалары редакторы.
2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа ҡараған «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. 2021 йылда уның урынына Илнур Лоҡманов килә[1].
2021 йылда «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире булып эшләй[2].
Шул уҡ йылда Гәүһәр Батталова Башҡортостандың Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә «Онотолмаҫ осрашыуҙар» проектын ойоштороуҙа ҡатнаша. Проект республиканың күренекле шәхестәре менән осрашыуҙарҙы үҙ эсенә ала[3].
2023 йылдан алып БСТ телеканалының баш мөхәррире.
2023 йылда Г.Батталова башҡорт халыҡ йырҙарын иң яҡшы һәүәҫкәр башҡарыусыларҙы билдәләү буйынса 2-се республика конкурсы директоры булып эшләй. Сара Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды[4].
Документаль фильдары
- 2002 «Батыр», «Эльбрус», Янсыҡ («Кисет»)
- 2003 «Йөрәк» («Сердце»),
- 2004 «Мин үлмәнем, башҡорттар!» («Я не умер, башкиры!»),
- 2006 «Ер ҡөҙрәте» («Притяжение земли»),
- 2010 «Ахмет‑Заки Валиди Тоган. Долгий путь домой»
Гаухар Тимерхановна Батталова пришла на телевидение в конце 80-х годов. Ее творческое становление происходило на моих глазах, и я всегда строго относился к работам Гаухар. Годы пролетели быстро, и вот Батталова ныне — одна из самых признанных мэтров телевидения республики. Ничем не измерить, сколько сил и времени потребовали от нее архивы Турции, стран Средней Азии, ряда европейских государств. В них — откровения и открытия, доселе остававшиеся неизвестными башкирскому телезрителю. Интервью же с известными зарубежными учеными раскрыли перед нами искусного собеседника с неуемной жаждой узнать об Ахмет-Заки Валиди побольше, ибо автор понимала, что каждое слово об ученом, любой факт о его жизни и деятельности войдут в сокровищницу духовной культуры как башкир, так и всех народов Башкортостана[5].
Гәүһәр Батталова, тапшырыуҙарын, репортаждарын башҡорт телендә лә, һәм рус телдендә лә оҫта алып барҙы. Тәжрибәле тележурналист булараҡ, яңы эшләп башлаған йәш коллегаларына ярҙам иткән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)
Әҙәбиәт
- Кутлугаллямов Марсель. Добродетели трудная судьба — Республика Башкортостан, 2010, 15 сентябрь.
Һылтанмалар
- Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Управление по государственной охране объектов культурногонаследия Республики Башкортостан"Древняя Уфа"
- Марсель Кутлугаллямов. Добродетели трудная судьба 2018 йылдың 23 март көнөндә архивланған. Республика Башкортостан (гәзит). 15.09.10
Иҫкәрмәләр
- ↑ В музее-заповеднике «Древняя Уфа» сменился руководитель. 16 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Совместно с радио «Ашкадар». bashnl.ru (29 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Республиканское радио «Ашкадар» совместно с Национальной библиотекой Башкортостана им. А.З. Валиди организовали первое мероприятие в рамках проекта «Незабываемые встречи». Стерлибашевские родники. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
- ↑ В Башкирии объявили победителей II Республиканского конкурса «Ашкадар мондары». Газета Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
- ↑ [1] 2014 йылдың 30 август көнөндә архивланған. Республика Башкортостан. 15.09.2010]