Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы
Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин (рус. Рафаэль Ахметсафович Сафин; 1932 йылдың 16 феврале, Йыланлы, Башҡорт АССР-ы — 2002 йылдың 22 декабре, Өфө) — совет башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)[1].
Биографияһы
1932 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан гармунда уйнарға өйрәнә. 1947 йылда, үҙ ауылдарындағы тулы булмаған урта мәктәптән һуң, Өфөгә килә. Баш ҡаланың 9-сы интернат-мәктәбен тамамлағас, музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡырға инә[2]. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы юлланмаһы менән 1952—1956 йылдарҙа Мәскәүҙә, СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында (рус.)баш. уҡый[3].
Йәш әҙип хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башлай, артабан 1957—1961 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. 1962 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы органы булған «Ағиҙел» журналы редакцияһына саҡырыла, был баҫмала 1973 йылға тиклем шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1974—1983 йылдарҙа Рафаэль Сафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең ижад эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бынан һуңғы йылдарҙа башлыса әҙәби ижад менән шөғөлләнә, 1992 йылдан йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары булып эшләй.
2002 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].
Ижады
Тәүге шиғырҙарын республика гәзиттәренә ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәҡдим иткән әҙип шул осорҙағы ижад емештәренең иң уңышлыларын бергә туплап, 1956 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Тормош ҡушыуы» тип аталған беренсе йыйынтығын сығара. Артабан башҡорт һәм рус телдәрендә 17 китабы нәшер ителә. Уның шиғырҙарына башҡорт композиторҙары Х. Әхмәтов, Ш. Ҡолбарисов, Т. Шәрипов көй яҙа. Ҡ. Кулиев, Р. Ғамзатов шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итә.
Драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә уның «Йәнбикә» (1970), «Тилекәй» (1975), «Ҡыр ҡаҙҙары», «Ғәзизәкәй балдыҙ» (1979) драмалары ҡуйыла.
Китаптары
- Сафин Р. Тормош ҡушыуы : Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 46 с.
- Сафин Р. Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе : Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 86 с.
- Сафин Р. Весна на Юрюзани : Стихи и поэма / Пер. с башкир.. — Москва: Молодая гвардия, 1961. — 79 с.
- «Ышаныс» (1964)
- Сафин Р. Летят журавли... [Стихи] / авториз. пер. с башк.. — Уфа: Башкнигоиздат, 1969. — 95 с.
- Сафин Р. С. Акбузат : Стихи / Пер. с башк.. — Москва: Советский писатель, 1970. — 63 с. (1970)
- «Аҡ моңдар» (1977)
- «Яззар көтәм» (1981)
- «Яҙмыш» (1984)
- Сафин Р. Ҡыр ҡаҙҙары : шиғырҙар, поэмалар, пьесалар / төҙ. Н. Я. Зарипова. — Өфө: Китап, 2010. — 287 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-295-05096-1.[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
Тәнҡит материалдары
- Ҡармаҡов Я. Рафаэль Сафиндың «Тормош ҡушыуы» исемле поэмаһына ҡарата // «Әҙәби Башҡортостан», 1955, № 2.
- Сафиуллин С. Рафаэль Сафиндың «Тормош ҡушыуы» поэмаһы тураһында һүҙҙе дауам итәбеҙ // «Әҙәби Башҡортостан», 1955, № 6.
- Ахметова Ф. Драматургическое мастерство Рафаэля Сафина /Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. Уфа, 1998 (на башк. яз.).
- Әхмәтова Ф. Рафаэль Сафин ижады. — Өфө: Ғилем, 1999.
- Әхмәтова Ф. Шағирҙың поэтик донъяһы. //«Башҡортостан уҡытыусыһы», 1999. № 4.
- Фазылова Ф. Морально-этические проблемы в поэзии Рафаэля Сафина / Тюркология накануне XXI века (достижения, состояние, перспективы. Уфа, 2005 (на башк. яз.)
- Фазылова Ф. Башкирская любовная лирика (II половина ХХ века — на примере творчества Рафаэля Сафина) / Башкирская филология: достижения, актуальные проблемы. Уфа, 2007 (на башк. яз.)
- Фазылова Ф. Нравственные ценности в современной башкирской поэзии (на примере творчесва Рафаэля Сафина) // Вестник БГУ, 2008. Т. 13. № 3(на рус. яз.)
- Фазылова Ф. Рафаэль Сафин /Башкирская энциклопедия в 7-ми томах. Уфа, 2009 (на рус. яз.)
- Фазылова Ф. Рафаэль Сафин / История башкирской литературы в 4-х томах. Уфа, 2015 (на рус. яз.)
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Гөлли Мөбәрәкова (1936—2019), театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Улы — Аяз.
- Ейәнсәре — Алһыу[5].
- Ейәне — Урал, режиссёр, сценарист, продюсер, композитор, актёр[6].
Хәтер
- 2012 йылдың 29 февралендә яҙыусы йәшәгән Ғафури урамы, 25/1 һанлы йорт фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[7].
- 2012 йылда Ҡыйғы районында Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рафаэль Сафин исемендәге премия булдырыла, шулай уҡ «Ыласынташ бөркөтө» һүҙ оҫталары зона конкурсы ойошторола[3].
- 2015 йылдың сентябрендә Ҡыйғы районында Әҙәбиәт йылына арналған саралар барышында Йыланлы ауылында Рафаэль Сафиндың музейы асыла.
- Йыланлы ауылы китапханаһы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 2017 йылда Ә. З. Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһы «Рафаэль Сафин» тип аталған биобиблиографик йыйынтыҡ сығара.
- 2022 йылда шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған хәтер саралары, шул иҫәптән күргәҙмәләр һәм әҙәби кисәләр үтә[2][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ф. С. Фазылова. / Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Сегодня исполняется 90 лет со дня рождения Рафаэля Сафина. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ 1 2 К 85-летию со дня рождения поэта Рафаэля Сафина. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ Перечень 100 лучших книг по башкирской литературе. Башҡортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ Мой прадедушка Рафаэль Сафин. school-science.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ Урал Сафин. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ В Уфе открыли мемориальную доску башкирскому поэту и драматургу Рафаэлю Сафину. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 15 апрель 2014 года.
- ↑ Литературный вечер «Поэт с тальянкой» к 90-летию Рафаэля Сафина. Централизованная система детских библиотек Уфы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Ф. С. Фазылова. / Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)