Кузнецов Георгий Иванович
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Хәрби звание | старшина[d] |
Ғәскәр төрө | инженерные войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 7 май 1900 |
Вафат булған көнө | 20 апрель 1979 (78 йәш) |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны | |
Һуғыш/алыш |
Кузнецов Георгий Иванович (1900 йылдың 7 майы, Бармаҡ утары, Ырымбур губернаһы — 1979 йылдың 20 апреле, Белово, Кемерово өлкәһе) — совет хәрби хеҙмәткәре; Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1900 йылдың 7 майында Орск өйәҙе Бармаҡ утарында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Бармағы) [К 1]урыҫ крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 4 класс тамамлаған. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, эскадрон командиры булған[2].
1930-сы йылдарҙа Белов ҡалаһына күсеп килә, цинк заводында эшләй[2].
1941 йылдың авгусында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла, 1942 йылдың мартынан — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 3-сө Белорус фронты, 31-се армия, 31-се инженер-сапёр бригадаһының 204-се инженер-сапёр батальонында отделение командиры булып хеҙмәт итә[2].
Леполаты ауылы (Литва) янындағы урынды кәртәләү төркөмө менән етәкселек иткән, 1944 йылдың 10 октябре төнөндә өҙлөкһөҙ миномёт уты аҫтында дошмандың мина яландарында 2 үткәүел юл яһай, танкыға ҡаршы һәм пехотаға ҡаршы күп кенә минаны зарарландырған. 1944 йылдың 13 октябре төнөндә башҡа сапёрҙар менән бергә дошмандың тимер сымдан эшләнгән ҡамауына шыуышып яҡынлаша һәм унда оҙайлы зарядтар менән уҡсылар подразделениеларына һөжүм итеү сиктәренә сығыу өсөн 2 юл яһай. 1944 йылдың 6 ноябрендә III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була[2].
1944 йылдың 15 ғинуарына ҡарата төндә Польшалағы Гольдап торама пунктынан 2 саҡрым көньяҡ-көнсығыштараҡ дошмандың пулемёттары уты аҫтында, һөжүм итеүсе подразделениеларҙың алға хәрәкәтен тәьмин итеп, үҙенең отделениеһы менән мина һәм сыбыҡ тимер кәртәләрендә 15 метрға тиклем киңлектә юл яһай. 1945 йылдың 17 мартында — II дәрәжә Дан ордены менән, 1951 йылдың 21 деабрендә I дәрәжә Дан ордены менән ҡайтанан бүләкләнгән[2].
1945 йылдың 10 февралендә Көнсығыш Пруссияның (хәҙер — Польша) Гейльсберг ҡалаһы өсөн барған алышта, сафтан сыҡҡан взвод командиpын алмаштырып, ҡыйыу рәүештә яугирҙәрҙе дошман позицияларына һөжүмгә алып бара[2].
1945 йылда старшина званиеһында демобилизациялана. Кемерово өлкәһе Белов ҡалаһында йәшәй, цинк заводында эшләй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дан ордены — III дәрәжә (6.11.1944), II дәрәжә (7.3.1945) һәм I дәрәжә (17.3.1945)
- ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)[1][2].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фотография Г. И. Кузнецова и мемориальной доски на улице его имени в Белово |
Белов ҡалаһындағы урам Г. И. Кузнецовтың исемен йөрөтә, унда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1][2].
Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ В последующем — деревня Русский Бармак (в некоторых источниках — Бормак[1]); не сохранилась, ныне — территория Зианчуринского района Башкирии[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Каргапольцев С. Кузнецов Георгий Иванович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 ғинуар 2019.
- Старцев В. Кузнецов Георгий Иванович . Ветеран Белово (2 апрель 2017). Дата обращения: 8 ғинуар 2019. 2019 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- В Зианчуринском районе тыуғандар
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- 7 майҙа тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы сапёрҙары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Ейәнсура районында тыуғандар
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр