Лимонад

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Лимонад — һыу, шәкәр, лимон йәки лимон һуты ҡушылып эшләнгән эсемлек. 1630 йылдың 20 августы Францияның баш ҡалаһы Парижда лимонадты уйлап тапҡан көн булып иҫәпләнә.[1]

8 стакан лимонад эшләү өсөн 8 лимон һутын 1/2 стакан шәкәр, 5 стакан һыу менән бутайҙар, боҙ кубиктары һалалар. Киҫелгән лимон йәки лайма киҫәктәре һалырға мөмкин. Шәкәр урынына сироп ҡушырға мөмкин.

Алһыу төҫтәге лимонадты алһыу лимонад тип атайҙар. Бына эшләү өсөн гренадин, йәки башҡа ҡыҙыл төҫтәге һут, йәки алһыу лимон һуты ҡушыла.[2] Ҡайһы бер алһыу лимонадтар еңелсә газландырыла, шул иҫәптән билдәле француз бренды Линора Лимонады шулай эшләнә.

Бөйөк Британия короллегендә, Австралияла, Швецияла һәм Яңы Зеландияла лимонад тип газландырылған шәрбәтле алкоголһеҙ һалҡын эсемлекте атайҙар. Һиндостандалимонадты ғәҙәттә "Nimbu Paani"тип атайҙар, был эсемлек Төньяҡ Һиндостан ҡалалары урамдарында ҡүпләп һатыла.

АҠШ-та бәләкәй магазиндарҙа балалар эшләгән лимонад стендтары бар. Балалар һатыу итеп эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөнәләр һәм үҙҙәренә әҙерәк аҡса эшләйҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. "«On This Day»", The Age: pg.18, August 20, 2008, <http://www.theage.com.au> .
  2. the PRODUCE HUNTER. Дата обращения: 25 июнь 2008. 2008 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.