Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы
Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин (рус. Гаяз Исламетдинович Байму́рзин; 1913 йылдың 1 ғинуары, Бердениш[d], Пермь губернаһы — 1948 йылдың 7 майы, Украина ССР-ы) — хәрби осоусы, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин 1913 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Ғәлекәй ауылында тыуған.
1936 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла.
1942 йылдың июненән алып алыҫ араға осоусы авиацияла хеҙмәт итә.
1944 йылдың октябрендә 4-се гвардия корпусы 4-се гвардия авиация дивизияһы 13-сө гвардия авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары булараҡ, Ғаяз Баймырҙин 220 хәрби осошта дошмандың хәрби-сәнәғәт объекттарын уңышлы бомбаға тотҡаны һәм партизан отрядтарына йөк ташығанда тырышлығы һәм батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.
1948 йылдың 7 майында Украинала авиаһәләкәттә һәләк була һәм Умань ҡалаһы янында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (05.11.1944)[2][3];
- Ленин ордены (05.11.1944);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.11.1943)[4];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.04.1944)[5];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (12.03.1943)[6].
Хәтер
- Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбе Ғаяз Баймырҙин исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған;
- Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Ҡоншаҡ ауылы урта мәктәбе янында Ғаяз Баймырҙинға һәйкәл ҡуйылған;
- Ҡоншаҡ ауылындағы урамдарҙың береһенә Ғаяз Баймырҙин исеме бирелгән;
- Ғаяз Баймырҙин уҡыған Белорет металлургия техникумы музейында уға стенд асылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Баймурзин Гаяз Исламетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Баймурзин Гаяз Исламетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Баймурзин Гаяз Исламетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Баймурзин Гаяз Исламетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
Әҙәбиәт
- Коваль Ю. Взлёт // Славные сыны Башкирии. Кн. 4. — Уфа, 1979.