Ҡоншаҡ
Ҡоншаҡ — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы ауыл, район һәм Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе үҙәге.
География
Ауыл Силәбе өлкәһенең төньяғында, Силәбе ҡалаһынан 85 км төньяҡтараҡ, Ҡоншаҡ күленең көньяҡ-көнбайышындағы бәләкәй күлдәр яр буйҙарында урынлашҡан. Ҡоншаҡ тимер юл станцияһы ауылдан төньяҡ‑көнбайыштараҡ 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
Иҫәт провинцияһы башҡорттары тарафынан нигеҙ һалына. Тәүге тапҡыр 1763 йылда телгә алына. Һуңыраҡ Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ улусының үҙәге була[2].
1869 йылда 4 мәсет теркәлгән. XX быуат башында ауылда өс синыфлы мәктәп һәм мәҙрәсә эшләгән.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составында була.
1930 йылдан Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы үҙәге. 1934 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы үҙәге.
Халҡы
Инраструктура
Халҡы башлыса ауыл хужалығында эшләй. Ҡоншаҡта балыҡ эшкәртеү заводы, лесхоз, нефть базаһы, асфальт-бетон заводы һәм башҡа предприятиелар бар.
Урта һәм башланғыс мәктәптәр, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, көрәш бүлеге булған балалар һәм үҙмерҙәр спорт мәктәбе, Ҡадир Даян исемендәге үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 2 мәсет бар. Ҡоншаҡта шулай уҡ Башҡорт‑татар мәҙәниәт үҙәге һәм «Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы эшләй[2].
Билдәле шәхестәре
- Мөтиғулла Ғатауллин (1875—1936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).
- Мәғәсүмов Мансур Мәғәсүм улы (1891—1936) — табип, башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.
- Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (12.12.1907—1964), тел белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ҡадир Даян (1910—1975) — башҡорт шағиры һәм драматургы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Жан Лоҡман (1912—1959) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы.
- Абдуллина Кәрима Мөхәмәтйәр ҡыҙы (1914—27.12.2002), агроном, йәмәғәтсе. 1944 йылдан Благовар районы Благовар МТС-ының өлкән, 1948 йылдан Һынташтамаҡ МТС-ының баш агрономы, 1953 йылдан район ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр идаралығы начальнигы, артабан 1953—1962 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың 3-сө (1951—1955) һәм 4-се (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы Рәйесе урынбаҫары; Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы Рәйесе урынбаҫары. КПСС-тың 20-се (1956) һәм 22-се (1961) съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Ҡоншаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2024)
Һылтанмалар
- Ҡоншаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2022)
- Ҡоншаҡ районының рәсми сайты
- Ҡоншаҡ легендаһы