Солтан (Силәбе өлкәһе)

Солтан (рус. Султаново) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Мөслим ауыл биләмәһе составына керә.

Тарих

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы составында.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[2]2010[1]
370265

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[3][4].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә