Аҡсакүл (ауыл)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡсакүл (ауыл)
Административ-территориаль берәмек Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][1]
Уникальный номер ГАР 3315a9de-91dc-41b5-ac60-99fb43ee4e0d
Дәүләт
Почта индексы 456700
Халыҡ һаны

Аҡсакүл — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһе составына ингән ауыл,

1929 йылда бында «Магнитола» колхозы барлыҡҡа килә[3].

Атамаһы башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа таралған төрки ир-ат исеме Аҡсаҡул, Аҡсағол һәм Аҡсаҡай, нигеҙендә аҡса (башҡортса) — «деньги» һәм нигеҙгә ҡушылған ир-ат исеменең типовой компоненты, нигеҙгә ҡушыла ҡол (ҡул, ғол) — «ҡол», «тотҡон», рус телендә күл — «күл» һүҙенән һәм исемгә иркәләү оттеногы биреүсе исем яһаусы -ҡай аффиксы тип ҡабул ителгән. Был исемдәр ошо исем эйәһе аҡсалы, бай, мөлкәтле булһын тигән теләктән ҡушыла.

Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Кесе Аҡсакүл (исеме шунан) күле буйында урынлашҡан. Ҡоншаҡҡа тиклем алыҫлығы — 75 км.

Ҡоншаҡ районында тағы ла Аҡсакүл күле бар; Силәбе өлкәһенең Эткүл районында Аҡсаҡай күле бар.

Климаты уртаса континенталь. Һауа торошо ҡапыл үҙгәреүсән, Урал тауҙары Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауаның үтеп инеүенә ҡамасаулай, шуның өсөн бында һалҡын Арктика һауаһы ла, Урта Азияның ҡоро һәм эҫе һауаһы ла еңел үтә. Һөҙөмтәлә һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе йыш күҙәтелә.

Халыҡ һаны
2002[4]2010[5]
6662

(1958—291, 1970—190, 1983—109, 1995 йылда — 92 кеше)

2002 йылғы йәниҫәп буйынса күпселекте алып тороусы халыҡтар: урыҫтар (74%), башҡорттар (26%).[6]

  • Баҡса урамы
  • Үҙәк урам