Ҡомкүл (ҡасаба)

ҠомкүлРәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы составына ингән ауыл. Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһенең составына керә.

Атамаһы

Атама башҡорт теленән алынған: «Ҡомло күл» тигәнде аңлата[3]. Тәүге өлөшө «Ҡом», икенсеһе - һыу ятҡылығы төрөн билдәләй — «күл»[4].

Силәбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Ҡоншаҡ районында Ҡомкүл тигән атамалы күл һәм ҡасаба; Арғаяш һәм Октябрьский районында ике күл булыуын яҙа [5].[6].

Ҡомкүлгә бағышланған «Ҡомкүл» башҡорт халыҡ йырын Салауат Юлаевтың Садиҡ исемле көрәштәше төрмәлә ултырғанда сығарған тиҙәр[7].

Географияһы

Ауыл Силәбе ҡалаһынан йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ҡомкүл күле буйында урынлашҡан. Район үҙәге булған Ҡоншаҡ ауылына тиклем ара — 70 км.

Тарих

Ҡасаба элек Ленин исемендәге колхоз фермаһында 1959 йылда булдырылған.

Халыҡ

Халҡы иҫәбе
2002[8]2010[9]
225171

Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1970 йылда ауылда 243 кеше, 1983 йылда — 397 кеше, 1995 йылда — 356 кеше йәшәгән.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ауыл халҡының күп өлөшөн башҡорттар (93%) тәшкил итә.

Урам

Зеленая улица

Новая улица

Озерная улица

Центральная улица

Школьная улица

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
  4. Кумкуль, озеро (html) (недоступная ссылка — история). Краеведческий портал Челябинской области. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
  5. Шувалов Н. И.Кум-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Кум-Куль
  7. Йырҙар һәм бейеү көйҙәре, 148 б. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  9. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.

Тема буйынса өҫтәмә