Бәғерәктамаҡ (ауыл)

Бәғерәктамаҡ — ауыл, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге

Географик урыны

Ауыл Ҡоншаҡ районының төньяҡ өлөшөндә, Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, менән Свердловск һәм Ҡурған өлкәләре сиктәре эргәһендә урынлашҡан. Тораҡ пункттан төньяҡҡараҡ өс километрҙа Бәғерәк йылғаһы тамағы урынлашҡан.

Ауыл өлкә үҙәге — Силәбенән — төньяҡ-көнбайышҡа табан тура юлдан 113 км йәки автомобиль юлдарынан 138 км алыҫлыҡта ята.

Тарихы

1745 йылғы картала Бәғерәк йылғаһының түбәнге ағымында Асман ауылы (хәҙерге Уҫман ауылы) һәм Бәғерәк йылғаһы ҡушылған урындан бер аҙ өҫтәрәк, Синара йылғаһы буйында, өс ауыл күрһәтелгән.


Түбәнге Синара Синара йылғаһына Бәғерәк йылғаһы ҡушылған ерҙән бер аҙ өҫтәрәк урынлашҡан була, 1745 йылда бында яһаҡ татарҙарының 31 хужалығы була. Яңы ауыл, шулай уҡ Дауыт һәм тағы Давыдкова тип йөрөтөлгән ауыл ағым буйлап Түбәнге Синаранан бер аҙ юғарыраҡ тора. 15 служилый татарҙар һәм мишәрҙәр яһаҡ ул 1745 йылда бында яһаҡ татарҙарының 24 йорто һәм хеҙмәтле мишәрҙәрҙең 15 хужалығы була. Түбәнге Синара ағымы буйынса түбәнерәк — Ключевская, һәм 14 яһаҡ татары хужалығы. Шул өс ауыл Бәғерәктамаҡ ауылы булып берләшкән.

1754 йылда Бәғерәк йорттарында йәшәүселәр хеҙмәтле татарҙар тип аталып, яһаҡтан азат ителгән. Шул ваҡыттан башлап бөтә бәғерәк татарҙары ла хеҙмәтлеләр ҡатламына ҡарай — алдараҡ Яңы ауылында йәшәүсе мишәрҙәр генә хеҙмәтле тип аталған.

Улар Силәбе ҡалаһында урынлашҡан Исәт провинциаль канцелярия ҡарамағында була.

Пермь Исәт провинцияһы юҡҡа сығарылып Пермь наместниклығы (губернаһы) ойошторолғандан һуң, 1781 йылда бәғерәк татарҙары Пермь губернаһы Шадрин өйәҙенә күсерелә.

1798 йылда Башҡорт-Мишәр ғәскәре ойошторола һәм Бәғерәктамаҡ йорттары халҡы хеҙмәтле мишәр ҡатламы составына индерелә.


1945—1956 йылдарҙа ауыл Бүре районының үҙәге була.

Халҡы

Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, ауылда татарҙар, башҡорттар йәшәй[4]

Транспорт

Ауылдың көнсығышынан Силәбе — Каменск-Уральский — Екатеринбург тимер юл линияһы үтә. Иң яҡын станция — Түбәнге (Нижняя) — ауылдан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. http://www.webcitation.org/6NLnfKMH0
  4. 91 % согласно переписи 2002 года.

Әҙәбиәт

  • Татарское село на Южном Урале: Очерки истории села Усть-Багаряк. — Казань: Ин-т истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2009. — 47 с.

Һылтанмалар

  • http://old.toposural.ru/html/b.htm Шуваловтың Силәб топонимикаһына арналған һүҙлегенән От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Тема буйынса өҫтәмә