Семак Александр Владимирович
Семак Александр Владимирович (11 февраль 1966 йыл) — спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
Биографияһы
Александр Владимирович Семак 1966 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө) ҡалаһында тыуған. СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. «Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: А. Н. Емелин, В. И. Воробьев).
Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983—1986 һәм 2000—2002), Динамо Мск (1986 йылдан алып), Милли хоккей лигаһы клубтарында (АҠШ/Канада, 1992—1997), Фрайбург (Германия 1999—2000), Северсталь (2003—2004) һәм ХК МВД Тверь (2004—2005) командаларында уйнай. РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе, Европа юниор чемпионы (1983, 1984), Канада Кубогын көмөш призёры (1987), Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе һәм башҡалар. 2008—13 йылдар. Толпарҙа тренерлыҡ эшендә.
Карьера
Хоккейсы булғанда
- 1983—1986
Салауат Юлаев - 1986—1991
Динамо Мск - 1991—1992
Динамо Мск - 1992—1995
Нью-Джерси Девилз - 1995
Тампа Бэй Лайтнинг - 1995—1996
Нью-Йорк Айлендерс - 1996—1997
Ванкувер Кэнакс - 1999—2000
Фрайбург - 2000—2002
Салауат Юлаев - 2002—2003
Динамо Мск - 2003—2004
Северсталь - 2004—2005
ХК МВД Тверь
Тренеры булғанда
- 2005
ХК МВД-ТХК - 2005—2006
ХК МВД Тверь - 2006
ХК МВД Подольск - 2006—2007
Крылья Советов-2 - 2007—2008
Крылья Советов - 2008—2013
Толпар
Спорт ҡаҙаныштары
РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе
РСФСР (1982) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры
СССР юниор чемпионы (1983)
Европа юниор чемпионы (1983, 1984)
Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (1985, 1986)
«Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турниры еңеүсеһе
Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987)
Канада Кубогын көмөш призёры (1987)
Бөтә донъя универсиадаһы (1987)
СССР чемпионатының бронза призеры (1988)
СССР чемпионы (1990, 1991)
Донъя чемпионатының бронза призеры (1991)
СНГ чемпионаты еңеүсеһе (1992)
Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2009/2010), (2010/2011)
Награда һәм премиялары
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Eurohockey.com (ингл.)
Һылтанмалар
- Салауат Юлаев рәсми сайт 2014 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.