Армия генералы
Армия генералы | |||||
---|---|---|---|---|---|
| |||||
Ил | |||||
Раҫланған | 7 май 1940 | ||||
Бөтөрөлгән |
хәрби званиелар исемлегенән 1993 йылда алына |
||||
Өлкәнерәк звание |
Советтар Союзы Маршалы, 1943 йылдан — ғәскәрҙәр төрөнөң Баш маршалы |
||||
Кесерәк звание | Генерал-полковник | ||||
Аналог | Флот адмиралы |
Армия генералы — Советтар Союзының Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Совет Армияһындағы шәхси хәрби звание. Унан юғарыраҡ башта Советтар Союзы Маршалы, ә 1943 йылдан — ғәскәрҙәр төрөнөң Баш маршалы званиеһы була, түбәне — генерал-полковник. Был шәхси хәрби звание СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән бирелә. Армия генералы яҡынса ғәскәрҙәр һәм махсус ғәскәрҙәр маршалы, авиация маршалы шәхси хәрби званиеларына тап килә.
Тарихы
«Армия генералы» хәрби званиеһы 1940 йылдың 7 майында Ҡыҙыл Армияла булдырылған дүрт генерал званиеһының иң юғарыһы була. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә ул булмаған.
Тәүге армия генералдары: комкор Г. К. Жуков, 2-се ранг армия командующийҙары К. А. Мерецков һәм И. В. Тюленев; Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға тиклем уларға генерал-полковниктар И. Р. Апанасенко (Алыҫ Көнсығыш фронты командующийы) һәм Д. Г. Павлов (Көнбайыш айырым хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы) өҫтәлә.
Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында
Советтар Союзы Маршалы званиеһы кеүек армия генералы званиеһы ла һуғыш башланғандан алып был хәрби звание буйынса яңы айырма билдәләре — дүрт йондоҙло погондарҙы А. М. Василевский алған ваҡытҡа — 1943 йылдың ғинуарына тиклем бер кемгә лә бирелмәй. Артабан һуғыш тамамланғанға тиклем армия генералы званиеһы тағы 18 хәрби етәксегә бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында был званиены алған 10 хәрби етәксе һуңынан Советтар Союзы Маршалы була, шул иҫәптән уларҙың алтыһы — һуғыш барышында уҡ. Армия генералдары Н. Ф. Ватутин һәм И. Д. Черняховский, шулай уҡ Генштаб начальнигы, «Еңеү» ордены кавалеры А. И. Антонов һуғышта һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында армия генералдары башлыса фронттар менән командалыҡ итә, Г. К. Жуков ҡыҫҡа ваҡыт ҡына Көнбайыш стратегик йүнәлештең баш командующийы була. И. Р. Апанасенко һәм К. А. Мерецков та бер ни тиклем арала фронт командующийы урынбаҫары вазифаһын биләй (Воронеж һәм Көнбайыш фронттары), ә К. А. Мерецков, бынан тыш, 7-се айырым армия, 4-се айырым армия һәм Көнбайыш фронттың 33-сө армияһы менән командалыҡ итә.
Һуғыштың һуңғы осоронда армия генералдары, ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш, фронт командующийы урынбаҫары вазифаһын биләй. Шул уҡ ваҡытта И. Е. Петров 1945 йылдың мартында 1-се Украина фронтының штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә армия генералдары А. И. Еременко һәм М. А. Пуркаев һуғышты фронт командующийы вазифаһында тамамлай.
1942 йылда хәрби-сәйәси состав званиелары һәм 1945 йылда дәүләт именлеге органдарында махсус званиелар бөтөрөлгәндән һуң, юғары вазифа биләүсе хәрби хеҙмәткәрҙәр генерал званиеһы ала. Политработник (теүәлерәге, хәрби совет ағзаһы) Н. А. Булганин 1944 йылда беренсе армия генералы була; 1945 йылдың июлендә 1-се ранг дәүләт именлеге комиссары В. Н. Меркуловҡа армия генералы званиеһы бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң
Һуғыштан һуң, бигерәк тә 1970 йылдар башынан, армия генералы званиеһы һуғыш йылдарындағы кеүек айырым ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә йыш ҡына билдәле бер вазифала булыу факты буйынса бирелә. Мәҫәлән, армия генералы званиеһы СССР Ҡораллы Көстәренең Совет Армияһында, шулай уҡ СССР Эске эштәр министрлығында һәм СССР Дәүләт именлеге комитетында, әгәр шәхестәр хәрби хеҙмәткәр булһа, түбәндәге вазифаларға тәғәйенләнеүҙән һуң бирелә:
• СССР оборона министры урынбаҫары
• Совет Армияһының һәм СССР Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш Сәйәси идаралығы начальнигы
• Баш разведка идаралығы начальнигы — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы урынбаҫары
• СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесе (бөтә осраҡтарҙа ла түгел)
• СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары (бөтә осраҡтарҙа ла түгел)
• СССР-ҙың эске эштәр министры (бөтә осраҡтарҙа ла түгел)
• СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре баш идаралығы начальнигы (бөтә осраҡтарҙа ла түгел)
• СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре баш идаралығы начальнигы (бөтә осраҡтарҙа ла түгел)
• хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы.