Генерал-полковник

Генерал-полковникСовет Армияһында һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә юғары офицерҙар составының хәрби званиеһы. Был званиенан түбән генерал-лейтенант, ә юғарыраҡ — армия генералы, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотында хәрби карап званиеһы адмиралға тап килә.

Запаста йәки отставкала булған граждандарҙың хәрби званиеһына «запастағы» (запастағы генерал-полковник) йәки «отставкалағы» (отставкалағы генерал-полковник) һүҙҙәре өҫтәлә.

Рәсәйҙең көс ведомстволары структураларында (органдарында) махсус, хәрби булмаған званиелар ҡулланыла: таможня хеҙмәте генерал-полковнигы, полиция генерал-полковнигы, эске хеҙмәт генерал-полковнигы йәки юстиция генерал-полковнигы, шулай уҡ махсус элемтә генерал-полковнигы[1].

Тарихы

СССР

Генерал-полковник шәхси хәрби званиеһы Ҡыҙыл Армияла, моғайын, немецтар өлгөһөндә, 1940 йылда индерелә[2]. Әммә, Германияла һирәк осраған «Generaloberst» званиеһынан айырмалы рәүештә, СССР-ҙың да, Рәсәйҙең дә генерал-полковник званиеһы менән хәл улай түгел. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының, Хәрби-Диңгеҙ Флотының һәм Эске эштәр хәрби комиссариатыныңның яҡынса 150 генералына бирелә.

1943 йылға тиклем айырыу билдәһе — петлицала дүрт йондоҙ; 1943 йылдан һуң — погондарҙа өс йондоҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда генерал-полковник хәрби званиеһы түбәндәге вазифаларға тәғәйенләнгәндәргә бирелә::

• фронт, айырым армия ғәскәрҙәре командующийы (1941—1944 йылдар)
• ғәскәр төрөнөң баш командующийы
• Генераль штаб начальнигы урынбаҫары
• фронт командующийы урынбаҫары, фронт штабы начальнигы, армия командующийы (1944—1945 йылдар)
• армия командующийы, хәрби округ, һауа оборонаһы округы, ғәскәрҙәр төркөмө командующийы, Оборона министрлығының баш һәм үҙәк идаралыҡтары начальнигы, генераль штабтың баш идаралыҡ һәм идаралыҡ начальнигы, Оборона министрлығының хеҙмәт начальниктары, ғәскәрҙәр командующийы һәм начальнигы, оборона министры урынбаҫарҙары, хәрби хеҙмәт ҡаралған министрлыҡтарҙың баш идаралыҡтары начальниктары (1946—1992 йылдар).

Рәсәй Федерацияһы

Генерал-полковник званиеһы хәҙерге Рәсәйҙә һәм элекке Советтар Союзының күпселек республикалары армияларында һаҡлана. Ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, Белоруссияла ул иң юғары һанала, сөнки унда «армия генералы» һәм «маршал» званиелары юҡ.

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә һәм башҡа көс структураларында (махсус званиелар) генерал-полковник ғәҙәттә хәрби округ командующийы була, шулай уҡ Оборона министрлығында һәм Генераль штабта юғары вазифалар биләй. Хәрби-Диңгеҙ флотындағы тап килгән звание — адмирал.

СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында генерал-полковниктың

Знаки различия Red Army flag.svg
РККА СССР
Red Army Badge.svg
Советская армия ВС СССР
Medium emblem of the Armed Forces of the Russian Federation (27.01.1997-present).svg
Российская Федерация
Петличный
знак


погон
Генерал-полковник ввс шинель.png 1955arm-tu03.svg 1955avi-tu03.svg Russia-AirBorne-OF-8-1994-field.svg Russia-AirForce-OF-8-1994-parade.svg Russia-AirForce-OF-8-1994-field.svg Russia-Army-OF-8-1994-field.svg Russia-Army-OF-8-1994-parade.svg Russia-Army-OF-8-1994-camo.svg
Петличный знак
CB РККА
(1940—1943)

авиации
(1940—1943)
Погон CB
(1943—1955)

полевой CB
(1943—1955)

парадный СВ
(1955—1991)

ВВС
(1955—1991)

ВКС, КВ, ВДВ
(1994—2010)

пaрадный
ВКС, КВ, ВДВ
(1994—2010)

ВВС
(1994—2010)

СВ, РВСН
(1994—2010)

пaрадный
СВ, РВСН
(1994—2010)

полевой
(1994—2010)

Иҫкәрмәләр

  1. Официальный Интернет-сайт ФГУП «Главный центр специальной связи». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2021. Архивировано 26 ноябрь 2021 года.
  2. Советская военная энциклопедия
  3. Значение сокращения «ОФ» обосначает de: «Offizier / en: officer / fr: officier / ru: офицер»

Әҙәбиәт

• Советская военная энциклопедия
• Военная энциклопедия (1994—2004)
Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. — М.: Воениздат.
Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
• Авиационная энциклопедия в лицах. — М., 2006.
Диенко А. Разведка и контрразведка в лицах: Энциклопедический словарь российских спецслужб.
Горбачёв А. Н. 10 000 генералов страны. — М., 2007.