Ян Пётр Евгеньевич

Ян Пётр Евгеньевич (1993 йылдың 11 феврале, Назаровский район[d], Красноярск крайы) — спортсы, Рәсәйҙең ҡатнаш көрәш сәнғәте көрәшсеһе. Үтә еңел ауырлыҡта Рәсәйҙең ҡатнаш көрәш буйынса алыштар үткәреүсе промоутер компанияһы АСВ (2014—2018 йылдарҙа ACB: ингл. Absolute Championship Berkut; рус. Абсолютный Чемпионат Беркут — Бөркөт абсолют чемпионаты; хәҙер ингл. Absolute Championship Akhmat — Әхмәт абсолют чемпионаты, ҡыҫҡаса рус. ACA: рус. Абсолютный Чемпионат Ахмат) чемпионы була. UFC-тың (ингл. Ultimate Fighting Championship; рус. Абсолютный бойцовский чемпионат — Абсолют көрәш чемпионаты; АҠШ-тың Лас-Вегас ҡалаһында урынлашҡан һәм ҡатнаш көрәш буйынса бөтә донъяла алыштар үткәргән халыҡ-ара спорт ойошмаһы; шулай уҡ ММА — ингл. Mixed Martial Artsмма булараҡ билдәле) элекке чемпионы һәм үтә еңел ауырлыҡта UFC-тың ваҡытлыса чемпионы.

2025 йылдың июленә UFC-тың рәсми рейтенгында үтә еңел ауырлыҡ буйынса өсөнсө урында тора[4].

Биографияһы

Пётр Евгеньевич Ян 1993 йылдың 11 февралендә хәҙерге Красноярск крайының Назаровка районындағы ауылда тыуған. Ян фамилияһы милләте ҡытай булған бабаһынан килә[5]. 2000 йылдар башында ғаилә Поляр кругы аръяғындағы Дудинка ҡалаһына күсенә[6].

Алтынсы синыфта уҡығанда тхэквондо һәм мини-футбол, хатта гимнастика менән мауыға[7]. 12 йәшендә Николай Николаевич Суржиков етәкселегендә бокс менән шөғөлләнә башлай[8].

14 йәшендә Йәнәсәй йылғаһында баржа (рус.)баш. бушатып аҡса эшләй[9]. Нәҡ шунда Константин Маньков менән таныша, уныһы үҙ сиратында үҫмерҙе буласаҡ тренеры Юрий Владимирович Демченкоға тәҡдим итә.

Мәктәптең 9-сы синыфынан 15 йәшендә Пётр Красноярск крайынан Омск ҡалаһына күсенә, бында бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Юрий Владимирович Демченко етәкселегендә күнекмәләрен дауам итә.

«Александр Невский» клубында профессиональ көрәшселәр шөғөлләнгән ваҡытында егет ММА-ның иғтибарын йәлеп итә.

Омск ҡалаһындағы Себер дәүләт физик культура һәм спорт университетын тамамлай.

2010 йылдар башында Омск ҡалаһы ситендәге төнгө клубта ҡарауылсы-һаҡсы булып эшләй[6].

«Архангел Михаил» клубы өсөн сығыш яһау теләге менән 2018 йылдың сентябрендә ғаиләһе менән Екатеринбург ҡалаһына күсенә[10][11].

2023 йылдың ноябрендә Америка актёры Жан-Клод Ван Дамм «Архангел Михаил» клубының ролигында Янға мөрәжәғәт итә. «Һин чемпион: һинең көрәш техникаң яҡшы, тиҙлегең бик яҡшы, кардиоң да бик яҡшы!», — ти Ван Дамм[12].

Шәхси тормошо

Петр Ян буласаҡ ҡатыны Юлия менән ВКонтакте социаль селтәр платформаһында таныша. 2012 йылда өйләнешәләр[13].

Ғаиләнең ике улы бар[14]. Старший сын, Даниил, родился 29 июля 2016 года в Омске[15].Өлкән улы Даниил 2016 йылдың 29 июлендә Омск ҡалаһында тыуа[16]. Кесе улы Константин 2020 йылдың 22 июнендә Таиландтың Бангкок ҡалаһында тыуа, унда Юлия Петр менән күнекмәләр лагерында була[17].

2018 йылдың сентябрендә Петр ғаиләһе менән Екатеринбургҡа күсенеп килә[18].

Спортсы православие христианы динендә.[12] Буш ваҡытында атыу спорты менән шөғөлләнә[19]. В свободное время увлекается практической стрельбой[20].

2020 йылдың июлендә UFC-ла еңеүе өсөн Игорь Алтушкин Mercedes GLE 450 внедорожнигын бүләк итте[21]. Бер йылдан һуң, Питер үҙе ҡатынына тыуған көнөнә Mercedes GLA автомобилен бүләк итте[22].

undefined

Ҡатнаш көрәш карьераһы

Тәүге алыштар

2015 йылдың 24 октябрендә Ян ACB 24-тә Морат Каламов менән осраша һәм судьяларҙың (рус.)баш. бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән алышта уға еңеү бирелә. Был уңыш Янға еңел ауырлыҡта чемпион билбауы өсөн Магомед Магомедов менән көрәшергә мөмкинлек бирә.

2016 йылдың 26 мартында Ян ACB 32-лә Магомед Магомедов менән осраша. Алыш биш раундҡа (рус.)баш. һуҙыла. Арбитрҙарҙың айырым ҡарары менән был алышта Ян еңелә.

Карьераһындағы тәүге еңелеүҙән һуң Ян 2016 йылдың 15 июлендә ACB 41-ҙә Англия көрәшсеһе Эд Артур менән осраша. Судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән еңеү яулай.

2017 йылдың 15 апрелендә ACB 57-лә Магомед Магомедовҡа ҡаршы реванш-алыш үткәрә. Ул 5 раунд дауам итә. Судьяларҙың шулай уҡ бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән еңеү яулай һәм үтә еңел ауырлыҡта ACB чемпионы була.

2017 йылдың 30 сентябрендә ACB 71-ҙә Бразилия спортсыһы Матеус Маттосҡа ҡаршы алышта чемпион титулын уңышлы яҡлай. Өсөнсө раундта нокаутта (рус.)баш. менән еңеүгә ирешә.

АВС чемпионатында крьера

ACB чемпионы титулын беренсе тапҡыр яҡлағандан һуң 2018 йылдың ғинуарында UFC менән контракт төҙөй.

Дебют алышын Ян 2018 йылдың 23 июнендә UFC Fight Night 132 ярышында япон көрәшсеһе Тэруто Исихараға ҡаршы үткәрә. Беренсе раундта техник нокаут менән еңеү яулай.

2018 йылдың 15 сентябрендә UFC Fight Night 136 ярышында Пётрҙың дәғүәсеһе — үтә еңел ауырлыҡ рейтингының 14-се номеры Дуглас Силва ди Андради була, әммә аяғы йәрәхәтләнгәнлектән Андради алышта ҡатнаша алмай, һәм Бразилия спортсыһы урынына Корея көрәшсеһе Джин Су Сон сыға. Үлсәнеү Сондың тейешле ауырлығын күрһәтмәй һәм уға Ян файҙаһына гонорарының 20 проценты күләмендә штраф (рус.)баш. һалына. Судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән еңеү Янға бирелә. «Киске алыш» премияһына лайыҡ була.

2018 йылдың 29 декабрендә UFC 232 уйындарында Яндың дәғәүәсеһе быға тиклем үҙ-ара алыш кисектерелгән Бразилия спортсыһы Дуглас Силва ди Андради була. Икенсе раундта техник нокаут менән Ян еңеү яулай. Андради мөйөшө уның яраһы асылғанлыҡтан алышты туҡтата.

2019 йылдың 23 февралендә UFC Fight Night 145-тә Америка көрәшсеһе Джон Додсонға ҡаршы алыш үткәрә. Судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән еңеү яулай.

2019 йылдың 8 июнендә UFC 238-ҙә судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән шулай уҡ Америка вәкиле Джимми Ривераны еңеп сыға[23].

2019 йылдың 14 декабрендә UFC 245-тә Юрайя Фейбер менән осраша. Өсөнсө раундта, аяғы менән башына тибеп, нокаут аша еңеү яулай. Бының өсөн «Киске сығыш» премияһына лайыҡ була[24].

2020 йылдың 12 июлендә UFC 251 ярышында бишенсе раундта техник нокаут менән Бразилияның тағы бер көрәшсеһе Жозе Алдуны еңә һәм үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы титулын яулай[25]. Жозе Алдуны еңгәндән һәм чемпион титулын яулағандан һуң, UFC Петр Янды ауырлыҡ категорияларына (P4P) ҡарамайынса иң яҡшы көрәшселәр рейтингына индерә. Рәсәй вәкиле яңыртылған рейтингта 13-сө урынды ала[26].

2020 йылдың 14 июлендә Fightmatrix сайты версияһы буйынса, ауырлыҡ категорияһына ҡарамай, иң көслө ун көрәшсе иҫәбенә инә[27].

undefined

Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы титулы өсөн көрәш

Алыш датаһы — 2020 йылдың 12 июле[28].

Урыны — Абу-Даби, «Яугирҙар утрауы»

Секунданттар — Денис Лаврентьев, Ильяс Хәмзин, Алексей Сорокин, Саят Абрахманов.

Үлсәнеү һөҙөмтәләре — Петр Ян 61,2 кг, Жозе Алду 61,2 кг[29].

Ваҡиғалар хронологияһы:

2020 йылдың 11 майында Генри Сехудоның UFC-та карьераһын тамамлауы тураһында белдереүенән һуң ойошма президенты Дэйна Уайт, үтә еңел ауырлыҡта чемпион титулы бушаны, ә был билбауға беренсе дәғүәсе Ян була, тип белдерә[30].

2020 йылдың 28 майында ойошма президенты Дэйна Уайт Петр Ян менән Жозе Алду араһында титул алышын әҙерләүен белдерә[31].

2020 йылдың 10 июнендә Пётр Ян алыш контрактына ҡул ҡуя[32].

2020 йылдың 11 июлендә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең "Яугирҙар утрауы"ндағы UFC 251 турнирында Ян һуңғы бишенсе раундта Жозе Алдуны еңә. Ян алыштың күпселек өлөшөндә өҫтөнлөк итә һәм алыштың аҙағын ышаныслы үткәрә — бишенсе раунд башында ябай комбинациянан һуң ул оппонентын канваста ҡыйрата. Шулай итеп Пётр Ян үтә еңел ауырлыҡта UFC-тың яңы чемпионы була[33]. Был алышта Ян үтә еңел ауырлыҡ категорияһы өсөн әһәмиәтле һуғыуҙар һаны буйынса рекорд ҡуя —тулы булмаған 5 раундта Рәсәй вәкиле 194 тапҡыр һуғып өлгөрә[34].

Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы

2021 йылдың 6 мартында UFC 259-ҙа Алджамейн Стерлингҡа ҡаршы алышта Ян, дисквалификация менән еңелеп (тубығы иҙәнгә тейгән дәғүәсенең башына тубыҡ менән төртә), титулын юғалта[35].

Үтә еңел ауырлыҡта ваҡытлыса UFC чемпионы

2021 йылдың 30 октябрендә Ян UFC 267 ярышында Кори Сэндхэген менән үтә еңел ауырлыҡта UFC-тың ваҡытлыса чемпионы титулы өсөн көрәшә, судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарарына ярашлы еңеү яулай.

2022 йылдың 9 апрелендә UFC 273 ярышында Алджамейн Стерлингтан еңелә һәм билбауын юғалта. Артабан ике тапҡыр: UFC 280-дә Шон О’Мэллиҙан һәм UFC Fight Night: Ян vs. Двалишвили көрәшендә Мераб Двалишвилиҙан еңелә.

undefined

2024 йылдың 9 мартында UFC 299 ярышында Сун Ядунды еңә[36]. Һуңыраҡ Яндың аяғындағы йәрәхәте менән алышҡанлығы асыҡлана. Ә 18 мартта Рәсәй яугиры операция үткәрәсәген белдерә[37].

2024 йылдың 23 ноябрендә UFC fight Night: Ян vs. Фигейреду турнирының төп ваҡиғаһында: судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары нигеҙендә Бразилия көрәшсеһе Дэвисон Фигейредуны еңә[38].

2025 йылдың 26 июлендә Абу-Дабиҙағы UFC on ABC 9 турнирында Маркус Макги менән осраша[39] һәм судьялар ҡабул иткән ҡарар менән еңеүсе тип иғлан ителә[40].

Титулдары һәм ҡаҙаныштары

Ҡатнаш көрәш

  • Ultimate Fighting Championship
    • Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы (бер тапҡыр; UFC 251 уйындарында Жозе Алдоны 5-се раундта техник нокаут менән еңеп яулай)
    • Үтә еңел ауырлыҡта ваҡытлыса UFC чемпионы (бер тапҡыр; UFC 267 уйындарында судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Кори Сэндхэгенды еңеп яулай)
    • «Киске алыш» премияһы лауреаты (өс тапҡыр — Джин Су Сонға[41], Кори Сэндхэген[42] һәм Шон О’Мэллиға ҡаршы)
    • «Киске сығыш» премияһы лауреаты (бер тапҡыр; Юрайя Фейберға ҡаршы)
  • Absolute Championship Berkut
    • Үтә еңел ауырлыҡта ACB чемпионы (бер тапҡыр)
    • Бер тапҡыр титулды уңышлы яҡлау
    • Үтә еңел ауырлыҡта гран-при алыусы
    • «Киске алыш» премияһы лауреаты (өс тапҡыр) Морат Каламов, Магомед Магомедов, Эда Артурға ҡаршы
  • MMADNA.nl
    • «Европаның яңы йыл уйынсыһы» (2018)[43]
  • World MMA Awards
    • «Йыл асышы» исеменә тәҡдим ителә[44]

Ҡатнаш алыштарҙағы статистикаһы

Һөҙөмтә Рекорд Дөғүәсеһе Алым Турнир Дата Раунд Ваҡыт Урын Иҫкәрмәләр
Еңеү 19-5 Америка Ҡушма Штаттары Маркус Макги Судьялар ҡарары UFC on ABC 9 02025-07-26 26 июль 2025 3 5:00 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Абу-Даби, БҒӘ
Еңеү 18-5 Бразилия Дейвисон Фигейреду Судьялар ҡарары UFC Fight Night: Ян vs. Фигейреду 02024-11-23 23 ноябрь 2024 5 5:00 Ҡытай Макао, Ҡытай
Еңеү 17-5 Ҡытай Сун Ядун Судьялар ҡарары UFC 299 02024-03-09 9 март 2024 3 5:00 Америка Ҡушма Штаттары Майами, Флорида, АҠШ
Еңелеү 16-5 Грузия Мераб Двалишвили Судьялар ҡарары UFC Fight Night: Ян vs. Двалишвили 02023-03-12 12 март 2023 5 5:00 Америка Ҡушма Штаттары Лас-Вегас, АҠШ
Еңелеү 16-4 АҠШ флагы Шон О’Мэлли Судьялар ҡарары UFC 280 02022-10-22 22 октябрь 2022 3 5:00 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Абу-Даби, БҒӘ Кистең иң яҡшы алышы
Еңелеү 16-3 АҠШ флагы Алджамейн Стерлинг Судьялар ҡарары UFC 273 02022-04-09 9 апрель 2022 5 5:00 АҠШ флагы Джексонвилл, АҠШ Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы титулы өсөн алыш.
Еңеү 16-2 АҠШ флагы Кори Сэндхэген Судьялар ҡарары UFC 267 02021-10-30 30 октябрь 2021 5 5:00 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Абу-Даби, БҒӘ Үтә еңел ауырлыҡта UFC-ның ваҡытлыса чемпионы титулын яулай Кис алышы[45]
Еңелеү 15-2 АҠШ флагы Алджамейн Стерлинг Дисквалификация UFC 259 02021-03-07 7 март 2021 4 4:29 АҠШ флагы Лас-Вегас, АҠШ Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы титулы юғалта
Еңеү 15-1 Бразилия Жозе Алду Нокаут UFC 251 02020-07-12 12 июль 2020 5 3:24 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Абу-Даби, ОАЭ Үтә еңел ауырлыҡта UFC чемпионы титулын яулай
Еңеү 14-1 АҠШ флагы Юрайя Фейбер Нокаут UFC 245 02019-12-14 14 декабрь 2019 3 0:43 Америка Ҡушма Штаттары Лас-Вегас, АҠШ «Кис алышы»
Еңеү 13-1 АҠШ флагы Джимми Ривера Судьялар ҡарары UFC 238 02019-06-08 8 июнь 2019 3 5:00 Америка Ҡушма Штаттары Чикаго, АҠШ
Еңеү 12-1 АҠШ флагы Джон Додсон Судьялар ҡарары UFC Fight Night: Блахович vs. Сантус 02019-02-23 23 февраль 2019 3 5:00 Чехия Прага, Чехия
Еңеү 11-1 Бразилия Дуглас Силва ди Андради Нокаут UFC 232 02018-12-29 29 декабрь 2018 2 5:00 Америка Ҡушма Штаттары Инглвуд (Калифорния), АҠШ
Еңеү 10-1 Корея Республикаһы флагы Джин Су Сон Судьялар ҡарары UFC Fight Night 136 02018-09-15 15 сентябрь 2018 3 5:00 Рәсәй Федерацияһы Мәскәү, Рәсәй 62,1 кг ауырлыҡта көрәш; Сондың ауырлығы тура килмәй. «Кистең иң яҡшы алыышы».
Еңеү 9-1 Япония флагы Тэруто Исихара Нокаут UFC Fight Night 132 02018-06-23 23 июнь 2018 1 3:28 Сингапур Сингапур, Сингапур UFC-та дебют.
Еңеү 8-1 Бразилия Матеус Маттос Нокаут ACB 71 02017-09-30 30 сентябрь 2017 3 2:27 Рәсәй Федерацияһы Мәскәү, Рәсәй Үтә еңел ауырлыҡта АСВ чемпионы титулын яҡлай.
Еңеү 7-1 Рәсәй флагы Магомед Магомедов Судьялар ҡарары ACB 57 02017-04-15 15 апрель 2017 5 5:00 Рәсәй Федерацияһы Мәскәү, Рәсәй Үтә еңел ауырлыҡта АСВ чемпионы титулын яулай.
Еңеү 6-1 Англия флагы Эд Артур Судьялар ҡарары ACB 41 02016-07-15 15 июль 2016 3 5:00 Рәсәй Федерацияһы Сочи, Рәсәй «Кистең иң яҡшы алышы».
Еңелеү 5-1 Рәсәй флагы Магомед Магомедов Судьялар ҡарары ACB 32 02016-03-26 26 март 2016 5 5:00 Рәсәй Федерацияһы Мәскәү, Рәсәй Үтә еңел ауырлыҡта АСВ чемпионы титулы өсөн алыш. «Кистең иң яҡшы алышы».
Еңеү 5-0 Рәсәй флагы Мурад Каламов Судьялар ҡарары ACB 24 02015-10-24 24 октябрь 2015 3 5:00 Рәсәй Федерацияһы Мәскәү, Рәсәй Үтә еңел ауырлыҡта АСВ-ның гран-при финалы. Гран-при яулай. Кис алышы.
Еңеү 4-0 Рәсәй флагы Артур Мирзаханян Нокаут Professional Combat Sambo — Russia Cup 02015-07-05 5 июль 2015 1 2:40 Рәсәй Федерацияһы Омск, Рәсәй
Еңеү 3-0 Рәсәй флагы Харон Орзумиев Бирелеү ACB 19 02015-05-30 30 май 2015 1 0:47 Рәсәй Федерацияһы Калининград, Рәсәй Үтә еңел ауырлыҡта АСВ-ның гран-при ярым финалы.
Еңеү 2-0 Бразилия Ренато Веламе Судьялар ҡарары ACB 14 02015-02-28 28 февраль 2015 3 5:00 Рәсәй Федерацияһы Грозный, Рәсәй АСВ-ла дебют. Үтә еңел ауырлыҡта АСВ-ның гран-при сирек финалы.
Еңеү 1-0 Рәсәй флагы Мурад Бакиев Нокаут Eurasian Fighting Championship — Baikal Fight 02014-12-20 20 декабрь 2014 3 0:45 Рәсәй Федерацияһы Иркутск, Рәсәй

Шәхси тормошо

Петр Ян — Юлия Янға өйләнгән, уларҙың ике улы бар — Даниил һәм Константин[46]. Константин 2020 йылдың 22 июнендә Таиландта тыуа, унда Юлия Петрҙы күнекмәгә оҙатып барған була[47].

Буш ваҡытында спортсы автоматик ҡоралдан атыу менән мауыға[48].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. «Теперь мне будет проще прогрессировать»: чемпион Сибири по ММА объявил о переезде в Екатеринбург. www.e1.ru (16 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025. Архивировано 12 октябрь 2022 года.
  2. Petr Yan | UFC
  3. Пётр Ян (билдәһеҙ). ufc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025. Архивировано 23 июль 2025 года.
  4. Рейтинг бойцов. UFC Russia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  5. «Моя фамилия пишется китайскими иероглифами». Пётр Ян о своих корнях. karate.ru.
  6. 1 2 Наталия Калинина. «Он как Хабиб, но для другой аудитории»: как парень из сибирской деревни стал чемпионом UFC и заработал $1 млн. Forbes (3 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  7. Биография Петра Яна. Fight.ru (22 октябрь 2022).
  8. Жизнь за Полярным кругом, семь братьев и сестер, самый дерзкий русский в UFC. История Петра Яна. sport-express.ru (8 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  9. Разгружал баржи на Енисее, а теперь зарабатывает больше 10 млн за бой. Тренер и менеджер рассказали, как Петр Ян стал лучшим в UFC. matchtv.ru (13 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  10. Известный боец ММА объявил о переезде в Екатеринбург. ura.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  11. «Теперь мне будет проще прогрессировать»: чемпион Сибири по ММА объявил о переезде в Екатеринбург. www.e1.ru (16 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  12. «Ты чемпион!»: Жан-Клод ван Дамм обратился к уральскому бойцу ММА Петру Яну. TagilCity (8 ноябрь 2023).
  13. Пётр Ян — жене: «Ты же знаешь, что с цифрами я не дружу». Я там, где «MMA» (27 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  14. Александр Кожевников. Пётр Ян забрал жену и новорождённого сына из роддома в Таиланде. Championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  15. Ян Ю. В. Мальчик. Юлия Ян (29 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  16. У Петра Яна родился сын. Спорт-Экспресс (22 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  17. «Теперь мне будет проще прогрессировать»: чемпион Сибири по ММА объявил о переезде в Екатеринбург. e1.ru (16 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  18. «Теперь мне будет проще прогрессировать»: чемпион Сибири по ММА объявил о переезде в Екатеринбург. e1.ru (16 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  19. Почему Яна дразнят «китайцем»? Это начал Персидский дагестанец – звезда поп-ММА, они с Петром даже устроили перепалку. =Sports.ru (8 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  20. «Занимайтесь спортом, верьте в себя». Петр Ян продемонстрировал навыки в стрельбе. Sports.ru (6 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  21. Микаил Гусейнов. Ян поделился впечатлениями о подаренном ему элитном «Мерседесе». Championat.com (17 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  22. Александр Насонов. Экс-чемпион UFC Пётр Ян подарил жене на день рождения автомобиль за 4,65 млн руб. Championat.com (2 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
  23. Второй после Хабиба: россиянин Пётр Ян выиграл пятый бой в UFC. RT на русском. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
  24. Русский боец Петр Ян вырубил легенду ММА и бросил вызов чемпиону UFC. Он завоевывает фанатов в США. sport24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
  25. Пётр Ян нокаутировал Жозе Альдо и стал чемпионом UFC. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
  26. Пётр Ян вошёл в рейтинг лучших бойцов UFC. RuFight.com (14 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
  27. Пётр Ян вошел в топ-10 рейтинга Pound-For-Pound по версии сайта Fightmatrix. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
  28. Микаил Гусейнов. Пётр Ян проведёт титульный бой с Алду 11 июля. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  29. UFC 251 weigh-in results and live video stream (ингл.). MMA Junkie (10 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  30. Не Хабибом единым: Россия ждет еще одного чемпиона в UFC. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  31. «Мои люди, вероятно, убьют меня за это». Уайт хочет организовать титульный бой между Яном и Альдо. sport-express.ru (28 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  32. Петр Ян подписал контракт на титульный бой с Алдо. AllBoxing.ru - Все новости бокса, MMA, бои на видео (10 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  33. Вячеслав Моренко. Пётр Ян стал чемпионом UFC, победив Альдо на турнире UFC 251. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  34. Вячеслав Моренко. Пётр Ян установил рекорд по значимым ударам в бою для легчайшей весовой категории в UFC. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  35. Mike Bohn. Petr Yan vs. Aljamain Sterling bantamweight title fight set for UFC 256. mmajunkie.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  36. Петр Ян прервал серию поражений в UFC. 15 март 2024 тикшерелгән.
  37. Боец UFC Петр Ян перенесет операцию после победы над Сун Ядуном. sportrbc.ru (18 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  38. Петр Ян победил экс-чемпиона UFC в главном поединке турнира в Макао (6 август 2025). 23 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  39. Кирилл Иванов. Пётр Ян и Маркус Макги проведут бой 26 июля в Абу-Даби. championat.com. Чемпионат (сайт) (18 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  40. Пётр Ян победил Маркуса Макги на турнире UFC в Абу-Даби (6 август 2025). 26 июль 2025 тикшерелгән.
  41. UFC Fight Night 136 bonuses: Oleinik, Blachowicz among $50,000 winners (ингл.). MMA Junkie (15 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  42. Результаты и бонусы UFC 267 | UFC
  43. MMA DNA. MMA DNA UFC Awards 2018 : De Uitslagen!!! (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  44. Российский боец Петр Ян стал номинантом World MMA Awards. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  45. Бонусы турнира UFC 267
  46. Александр Кожевников. Пётр Ян забрал жену и новорождённого сына из роддома в Таиланде. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  47. У Петра Яна родился сын. sport-express.ru (22 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
  48. Петр Ян "No Mercy". Absolute Championship Akhmat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.

Тема буйынса өҫтәмә