Штәнде

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Штәнде
56°04′43″ с. ш. 56°08′52″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Балтас районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452989
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 208 843 001
ОКТМО коды 80 608 443 101

Штәнде (Рәсәй)
Штәнде
Штәнде (Башҡортостан Республикаһы)
Штәнде

Штәнде, икенсе атамаһы Итәүәш (рус. Штанды) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 568 кеше булған[2]. Почта индексы — 452989, ОКАТО коды — 80208843001.

Ауылға XVIII быуатта Ҡыр Танып улусы (Ҡыр Танып ырыуы) башҡорттары үҙ ерендә нигеҙ һалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға Себер даруғаһының Ҡыр Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл шул исемдәге (Штәнде, йәки Итәүәш, Итәбаш) йылға буйында барлыҡҡа килгән.

1816 йылда 12 йортта 70 башҡорт йәшәгән. 1859 йылда бында 311 кеше (51 йорт) йәшәгән [3].

1865 йылда 51 йортта 321 кеше йәшәгән [4].

1906 йылда 90 йортта 472 кеше йәшәгән. 1920 йылда ауылда 891 кеше (180 йорт) була.

1834 йылда 110 кешегә 360 бот ҡышлау ашлығы һәм 296 бот яҙғы һабан ашлығы сәселә.

1920 йылдан һуң Штәнде ауылынан бер нисә ғаилә яңы ауыл —Яңы Штәндегә нигеҙ һалған, унда 17 йорт булған [3].

Штәнде ауылы башҡорттары шул уҡ райондың Иҫке Илекәй ауылы халҡы менән бер нәҫелдән булған һәм 10-сы башҡорт кантонына ҡараған, 1863 йылға тиклем хәрби ҡатламға ингән (сик буйы хеҙмәтен үтәгән һәм хәрби походтарҙа ҡатнашҡан).

Ауылда беренсе башланғыс мәктәп 1924 йылда, 1941 йылда ете йыллыҡ мәктәп, 1952 йылда урта мәктәп асыла, ул әле лә эшләп килә. 2020 йылда урта мәктәптең яңы бинаһы сафҡа индерелә.

Ауыл «Итәүеш» тип тә йөрөтөлгән. 1865 йылғы документта русса «Итабаш» тип күрһәтелгән. Халыҡ араһында «это ваш» (йәки землемер «был ер һеҙҙеке тип әйткән») тигән һүҙҙәрҙән сыҡҡан тигән фараз йәшәй. Һүҙлектәрҙә «етәү+ баш» һүҙҙәренән алыныуы күҙ уңында тотола[5]. «Әт, ит,ид»- боронғо һинд-европа телдәрендә «һыу» (мәҫәлән,Әтил, Итил), борон башҡорт телендә «иҙ» (мәҫәлән,иҙмә- һыуға буталған) формаһын ала, «үеш» ялғауы һыу буйындағы объекттарға ҡушыла.[6]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 568 272 296 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 83 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һигеҙенсе март - улица 8 Марта
  • Гагарин - улица Гагарина
  • Киров- улица Кирова
  • Куйбышев- улица Куйбышева
  • Ленин- улица Ленина
  • Тыныслыҡ- улица Мира
  • Мичурин- улица Мичурина
  • Йәштәр- улица Молодежная
  • Совет-улица Советская
  • Үҙәк-улица Центральная

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]