Үрге Иванай

Үрге Иванай (рус. Верхнеиванаево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[2]. Почта индексы — 452990, ОКАТО коды — 80208816002.


Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 296 148 148 50,0 50,0

Географик урыны

Ауыл тарихы

Иванай — был төбәктә иң тәүге мари ауылдарының береһе. Мариҙар 1749 йылдың 15 июнендәге (1641) һәм 1710 йылдың 25 декабрендәге керҙәщләк килешеүе буйынса Танып улусының Ҡырғыҙ-Унлар түбәһе башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә йәшәй. 1710 йылдың 25 декабрендә ауылда 75 ир-ат теркәлгән була.

1795 йылда ике типтәр старшинаһына бойһонған ике ауыл күрһәтелгән. Беренсе ауылда 1784 йылда, IV ревизия мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ исемлеге юҡ, тик V ревизияға ярашлы, был ауылда 19 кеше теркәлгән, икенсеһендә 1784 йылда 156 кеше, 1795 йылда — 188 кеше. Өҫкө һәм аҫҡы ауылдар тип исемдәре айырып күрһәтелмәгән.

1834 йылда беренсе ауылда 170 ир-егет барлығы теркәлгән. 1859 йылда Үрге Иванайҙа 56 ихата-хужалыҡ булған, 288 кеше йәшәгән, Түбәнге Иванай ауылында — 255 кеше (48 йорт) булған[3].

2010 йылда ауылда 296 кеше теркәлгән. Мариҙар йәшәй[4].

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр