Яңы Балтас (Балтас районы)
Ауыл | |||
Яңы Балтас | |||
---|---|---|---|
56°03′05″ с. ш. 56°01′21″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Балтас районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452986 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 208 837 005 | ||
ОКТМО коды | 80 608 437 121 | ||
|
Яңы Балтас (рус. Новобалтачево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 337 кеше[2].
Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837005.
Ауылға нигеҙҙе XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары һалған.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, уны баштараҡ Түбәнге Балтас тип йөрөткәндәр(икенсе исеме — Уҫаҡ ауылы, «Усаково тож» тиелгән). Тикшеренеүселәр фекеренсә, ауыл Иҫке Балтастан айырылып сыҡҡан, шуға күрә уны Яңы Балтас ауылы тип атағандар.
1732 йылда был ауыл башҡорто Зияш Тоимбаев («Һ» тамғаһы күрһәтелгән) Янбай ауылынан хеҙмәттә торған татар кешеһе Ибрай Узбәхтеевҡа үҙенең ер биләмәһен залогҡа биреп, 57 һум аҡса алып тора[3] .
1795 йылда ауылда 17 йортта 111 башҡорт, 3 йортта 40 мари милләтле типтәр була. Мариҙарҙы башҡорттар 1769 йылдың 1 ноябрендә төҙөлгән килешеү буйынса үҙ ерҙәренә индерә. 1815—1816 йылдарҙағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 25 йортта башҡорттар — 70 кеше, «сирмештәрҙән типтәрҙәр» (мариҙар) — 24, мишәрҙәр — 11 ир-ат була. Мишәрҙәр 1811—1816 йылдарҙа ике ревизия араһында ауылға индерелгән.
1834 йылда ауылда 252 башҡорт, 90 типтәр, 30 мишәр йәшәгән. 252 башҡорт 720 бот ҡышлау һәм 1112 бот яҙғы иген сәскән. Тушҡыр йылғаһы буйында ике тирмән булған. Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр үрсеткән, 116 һарыҡ һәм 112 кәзә тотҡан. Ауыл халҡының ҡайһы берҙәре умартасылыҡ (6 умарта) һәм солоҡсолоҡ (12 солоҡ) менән шөғөлләнгән[3].
X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), 183 йортта 450 аҫаба башҡорт, 39 йортта 244 ауылға керҙәштәр («килмешәк») йәшәгән.
1905 йылда ауылда 1116 кеше (200 йорт) йәшәгән. 1920 йылда 28 йортта 1171 кеше була. Күпселекте башҡорттар тәшкил итә.
1959—1964 йылдарҙа ауыл Борай районының Яңы Балтас ауыл Советы үҙәге була (хәҙерге Тушҡыр ауыл Советы (Балтас районы)). 2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. Хәҙерге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар бар.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 337 | 169 | 168 | 50,1 | 49,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 9 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 75 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин урамы - Ленина (улица)
- Матросов урамы- Матросова (улица)
- Тыныслыҡ урамы- Мира (улица)
- Октябрь урамы- Октябрьская (улица)
- Беренсе Май урамы- Первомайская (улица)
- Пушкин урамы- Пушкина (улица)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яңы Балтас (Балтас районы) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Башкиры Балтачевского района РБ
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 А.Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий