Еләҙекүл

Еләҙекүл (рус. Зилязекулево) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 146 кеше булған[2]. Почта индексы — 452995, ОКАТО коды — 80208819008.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 146 71 75 48,6 51,4

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса татарҙар күпселекте (99 %) тәшкил итә[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 98 км

Ауыл тарихы

1803—1811 йылдарҙа шул уҡ исемдәге күл эргәһендә Еләҙекүл ауылы барлыҡҡа килә. Уға Суртанлыкүл ауылы кешеләре нигеҙ һала, шуға күрә «Чуртанлы тож» тип тә йөрөтөлә. Бынан тыш, Ҡыр-унлар түбәһе башҡорттары тарафынан Еләҙекүл ауылы мишәрҙәренә («иптәштәре менән» Копкилде Таҡтамышевҡа) бирелгән яҙма буйынса, аҫабаларға 4 һыуһар түләү шарты менән, мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған.

(Бынан тыш, Еләҙекүл ауылы мишәрҙәре Копкилде Таҡтамышевҡа Ҡыр-унлар түбәһе башҡорттарына йылына 4 һыуһар түләү шарты менән мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған.) Әммә документтың иҫке булыуы сәбәпле, йылын билдәләп булмай, ләкин уның һаны (көнө, айы) билдәләнде — «28 июль». Ауыл халҡы Бабай (1825 йыл) һәм Яңы Солтанғол (1835 йыл) ауылдарынан күсеп килеүселәр иҫәбенә тулылана.

7 ревизия 114 кеше йәшәй тип күрһәтә, 8 ревизия ваҡытында 224 кеше иҫәпкә алынған. 10 ревизия 469 (78 йорт), 1905 йылдағы иҫәп алыу 727 мишәр (134 йорт) күрһәткән. 1920 йылда 152 йортта 736 кеше йәшәгән[4].

Башҡорт энциклопедияһы биргән мәғлүмәт буйынса, 2002 йылда ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана эшләй[5].

Билдәле шәхестәре

Еләҙекүл ауылы Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкаларында (1917)

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә