Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы

Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы (1974 йылдың 16 сентябре, Яңы Сәпәш ауылы, Башҡорт АССР-ы) — йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2016) һәм халыҡ артисы (2021).

Биографияһы

Рөстәм Хәниф улы Ғиззәтуллин 1974 йылдың 16 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуған[1].

Йырсының ижади биографияһы 1995 йылда Йәштәр театры сәхнәһендә башлана. Алты йыл үткәс, уның концерттары Өфөлә генә түгел, Башҡортостан киңлектәрендә, Татарстанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үтә. 1991 йылда йәш музыкант «Йәшлек шоу» конкурсында еңеү яулап, «Йыл йырсыһы» исемен ала, артабан үҙенең юғары оҫталығын тағы ла дүрт тапҡыр раҫлай. Ғиззәтулин "Дуҫлыҡ йыры" байрам сараһының даими алып барыусыһы, шулай уҡ күптәнге "Көстәнәс" радиотапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. КВН-дың Башҡорт асыҡ лигаһы жюриһының даими ағзаһы ла ул[2]. Уның әүҙем гражданлыҡ позицияһы 2012 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһын яҡлап үҙенсәлекле концерт проектын ойоштороуҙа сағыла. Рөстәм Хәниф улы – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән “Бүләк” проектының инициаторы һәм илһам биреүсеһе.

Әлшәй халыҡ театры, Йәштәр театры һәм «Айҙар» театр-студияһы менән бергә концерттар менән бөтә Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Башҡортостан, Әзербайжан, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләрендә була. 2012 һәм 2013 йылдарҙа төркөмдәр Мәскәү һабантуйында ҡатнаша[3].

Өйләнгән, ҡатыны Әлфинур Шәһиева, ике бала (ҡыҙ һәм ул) үҫтерәләр.

Атаһы Хәниф — механизатор. Әсәһе — уҡытыусы.

undefined

Дискография

  • Ашыҡма (2000)
  • Мөхәббәт... (2002)
  • Бәхет (2004)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Йәшлек-шоу–2012»нең «Иң яҡшы хитмейкер»ы (2012),
  • Башҡорт музыкаһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы (2014),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016),
  • Шоу-бизнестың «Бумеранг» музыкаль премияһы (2016),
  • Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы (2021)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Известные люди Альшеевского района. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  2. Состоялись финальные игры Башкирской Открытой Лиги КВН. 9 сентябрь 0205 тикшерелгән.
  3. 1 2 Рустам Гиззатуллин «Народный артист Республики Башкортостан». CRITIK7 (22 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.

Һылтанмалар