Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы
Ғилемхан Иҙрис улы Иҙрисов (рус. Гилемхан Идрисович Идри́сов; 1913 йылдың 16 сентябре, Благовар районы — 1977 йылдың 5 феврале, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы 1913 йылдың 16 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Абзан ауылында тыуған[2].
1932 йылдан 1936 йылғаса Ленинград ҡалаһында заводта эшләй. 1937—1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була[3]. Артабан эшләүен Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда китә, Дон, Дала, 2-се һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмəт итə. Сталинградты обороналауҙа, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
Һуғыштан һуңғы тыныс йылдарҙа үҙенең тыуған Благовар районында йәшәй һәм ауыл Советы рәйесе булып эшләй, артабан Чемкент ҡалаһында ғүмер кисерә.
Ғилемхан Иҙрис улы 1977 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында вафат була[2]..
Батырлығы
Гвардия өлкән сержанты Ғилемхан Иҙрисов 5-се гвардия армияһының 290-сы уҡсылар полкында орудие командиры булып хеҙмәт итә. Польша биләмәләрен фашистарҙан азат иткәндә, Нида йылғаһы аша сыҡҡанда һәм Кронштадт ҡалаһын штурмлағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 10 апрелендә уға «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм юбашҡа бүләктәре
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945)
- Ленин ордены (10.04.1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.10.1943)
- III дәрәжә Дан ордены (07.04.1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (03.01.1943)
- «Сталинград обороналаған өсөн» миҙалы (1943)
Хәтер
- Благовар районының Иҫке Күсербай һәм Языков ауылдарында Геройға һәйкәлдәр ҡуйылған[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (6 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
- ↑ Н. В. Уфаркин. Идрисов Гилемхан Идрисович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
- ↑ Идрисов Гилемхан Идрисович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Идрисов Гилемхан Идрисович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Идрисов Гилемхан Идрисович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Идрисов Гилемхан Идрисович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Идрисов Гилемхан Идрисович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Идрисов Гилемхан Идрисович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).