Горчилин Александр Михайлович

Алекса́ндр Миха́йлович Горчи́лин (1925 йылдың 16 сентябре, Чесноковка, Өфө районы1970 йылдың 6 майы, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия мотоуҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары, гвардия ҡыҙылармеецы. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

1925 йылдың 16 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) Чесноковка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Тулы булмаған урта белем алған, колхозда эшләгән. 1943 йылдың ғинуарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың май айынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпусының (рус.)баш. 69-сы механизацияланған бригадаһы гвардия мотоуҡсылар батальонының 1-се отделениеһында командир урынбаҫары була. Днепр өсөн һуғыштар ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[2].

1943 йылдың 21 сентябренән 22-һенә ҡарай төндә, Александр Горчилин беренселәрҙән булып ул ваҡыттағы Украина ССР-ы Черкасск өлкәһе Канев районының Луковица һәм Григорьевка ауылдары районында Днепр йылғаһы аша сыға һәм немец фашистары менән алышҡа инә. Плацдарм өсөн һуғышта дошмандың 45 һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 214,9 бейеклеге өсөн алышта ул беренсе булып немец траншеяһына (рус.)баш. бәреп инә һәм ҡул алышында дүрт фашист һалдатын үлтерә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» ҡыҙылармеец Александр Михайлович Горчилинға «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исем бирелә, уға Ленин ордены һәм 3666-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].

Горчилин һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана (рус.)баш.. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 6 майында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[1];
  • Советтар Союзы Геройы (17.11.1943);
  • Ленин ордены(17.11.1943);
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы(17.11.1943);
  • башҡа миҙалдар.

Хәтер

  • А. М. Горчилин исеме уның тыуған ауылындағы урамға һәм урта мәктәпкә бирелгән, мәктәп территорияһында Геройға бюст (1988), уҡыу йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Горчилин Александр Михайлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (2 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Горчилин Александр Михайлович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.

Һылтанмалар