Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө
Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө — иҫтәлекле көн, байрам. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә, уларҙың ландшафтын һәм биологик төрлөлөгөн һаҡлауға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында индерелгән. 1997 йылдан башлап Рәсәйҙә йыл һайын 11 ғинуарҙа билдәләнә. Был көн экологтар, тәбиғәт мәғрифәтселәре, ҡурсаулыҡтарҙа экскурсиялар үткәреүселәр өсөн мөһим ваҡиға булып тора. [1]
Тарихы
Байкал күле буйында, хәҙерге Бүрәт Республикаһының Төньяҡ Байкал районы биләмәһендә кештәрҙе һаҡлау маҡсатында Баргузин ҡурсаулығын булдырыу тураһында 1917 йылдың 11 ғинуарында (иҫке стиль менән 1916 йылдың 29 декабрендә) ҡарар ҡабул ителгән. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән уға биосфера статусы бирелгән. Иҫтәлекле көндө булдырыуҙы Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау үҙәге, Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды[2] белгестәре тәҡдим итә.
Байрам саралары
Иҫтәлекле көн байрамы Рәсәй кимәлендә киң билдәләнмәй. 11 ғинуарҙа йыл һайын тематик саралар, ғилми-ғәмәли конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән акциялар үткәрелә.
Дәүләтте, сәнәғәт предприятиеларын һәм халыҡты экология мәсьәләләренә иғтибар итергә, тәбиғәт биргән ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланырға һәм сүп-сарҙы айырым төрҙәрәгә бүлергә саҡыра. Төрлө сараларҙа ҡатнашыусыларға календарҙар, таҫмалар, листовкалар, брошюралар таратыла.
Байрам саралары булараҡ йәмәғәт ойошмаларында тематик күргәҙмәләр үткәрелә, киң мәғлүмәт сараларында тәбиғәт ресурстарына һәм уларҙы һаҡлауға арналған тапшырыуҙар трансляциялана, техноген һәләкәттәр, уларҙың сәбәптәре һәм күңелһеҙ эҙемтәләре тураһында әйтелә.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ День заповедников и национальных парков России. calend.ru — Календарь событий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2024.
- ↑ 2023 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы юстиция синистрлығы Бөтә Донъя тәбиғәт фондын сит ил агенттары исемлегенә индергән, 2023 йылдың 21 июнендә Рәсәй Федерацияһы Генераль Прокуратураһы WWF фондын кәрәкмәгән ойошма тип иғлан иткән
- ↑ День заповедников и национальных парков. RusTeam.media - Российское информационное агентство.