Авдонин Александр Николаевич
Авдонин Александр Николаевич (27 ноябрь 1948 йыл) — философ-ғалим. 1976 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2001 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Бөтә Рәсәй философия йәмғиәте ағзаһы.
Биографияһы
Александр Николаевич Авдонин 1948 йылдың 27 ноябрендә Чита өлкәһенең (хәҙерге Байкал аръяғы крайының) Түбәнге Хила ауылында тыуа.
1973 йылда Свердловск ҡалаһында Урал дәүләт университетын тамамлай. Артабанғы өс йылда СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Көнсығыш Себер филиалында эшләй.
1976 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, шул иҫәптән 2000—2001 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире була.
2006 йылда «философия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, икенсе йылда профессор вазифаһын ала. Бөтә Рәсәй Философия йәмғиәте ағзаһы.
Ғилми тикшеренеүҙәре онтология һәм танып белеү теорияһы, фән фәлсәфәһе, социаль философия мәсьәләләренә бағышланған, 40‑тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
- Обоснование фундаментальных теоретических объектов. Өфө, 2003.
Һылтанмалар
- Авдонин Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2023)