Асҡаров Ғәлим Сәлим улы
Асҡаров Ғәлим Сәлим улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1959 йыл |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы |
Вафат булған көнө | 12 ноябрь 2018 йыл |
Вафат булған урыны |
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | Ауыл һәм урман хужалығы, дәүләт органдары хеҙмәткәре |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004) |
Асҡаров Ғәлим Сәлим улы (рус. Аскаров Галим Салимович; 27 ноябрь 1959 йыл — 12 ноябрь 2018 йыл) — механик-инженер. Ауыл һәм урман хужалығы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004).
Биографияһы
Ғәлим Сәлим улы Асҡаров 1959 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған[2].
Юғары белемле механик-инженер: Башҡортостан ауыл хужалығы институтының[3] ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү факультетын тамамлаған[4].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылдың ноябрендә Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозының күп көс талап иткән процестар буйынса инженеры булып башлай. 1983 йылдың апреленән — хужалыҡтың баш инженеры, 1986 йылдың февраленән — колхоз рәйесе[2].
1990 йылдың июненән — «Башмедьстрой» тресының 292-се механизацияланған күсмә колоннаһы начальнигы[5].
1995 йылдың сентябренән — Хәйбулла районының «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы рәйесе[2].
1996 йылдың сентябренән — «Башсельстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Хәйбулла колхоз-ара механизацияланған күсмә колоннаһы начальнигы[4].
1999 йылдың июненән — Хәйбулла районының «Агропромэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе[2].
2000 йылдың октябренән — Хәйбулла районының «Ремонт-техник предприятиеһы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры[4].
2003 йылдың майынан Хәйбулла районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы[2].
2006 йылдың мартынан — Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының иген, ҡатнаш мал аҙығы һәм компоненттарҙың, шулай уҡ иген эшкәртеү продукттарының сифатына һәм хәүефһеҙлегенә дәүләт контролен тәьмин итеү бүлегенең баш белгесе; Башҡортостан Республикаһы Милек мөнәсәбәттәре министрлығының Милек менән идара итеү комитетының ер ресурстары менән идара итеү бүлеге начальнигы; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге мөдире урынбаҫары; 2007 йылдың июленән — бүлек мөдире[5].
2008 йылдың июленән — Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары[2].
Класс чины — Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт советнигы[5][4].
2018 йылдың 12 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004)[7] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
- ↑ Хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты.
- ↑ 1 2 3 4 ДепДела.ру - Депутатские Дела. Информационно-политический портал России. Главная > Аскаров Галим Салимович > Биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). Аскаров Галим Салимович – биография. 6 июля 2022 года
- ↑ Скоропостижно скончался наш земляк, выпускник Абишевской средней школы Аскаров Галим Салимович. Сайт Абишевцы. 12 ноября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ Указ от 14.10.2004 г № УП-512 О присвоении почетного звания «Заслуженный работник сельского хозяйства Республики Башкортостан». Аскарову Галиму Салимовичу - первому заместителю главы администрации - начальнику управления сельского хозяйства Хайбуллинского района
Һылтанмалар
• Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
• ДепДела.ру - Депутатские Дела. Информационно-политический портал России. Главная > Аскаров Галим Салимович > Биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)
• Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). Аскаров Галим Салимович – биография. 6 июля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2024)