Башҡортостан АЭС-ы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан АЭС-ы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Урынлашҡан Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Төҙөлә башлағын йыл 1980
Эксплуатацияға башланған йылы
Эксплуатация туҡталған йыл 1990 йылда төҙөлөш туҡтатыла
Эксплуатациялаусы ойошма «Росэнергоатом» концерны филиалы
Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте 4000 МВт(планда ҡаралған)
Ҡорамалдар характеристикаһы
Энергоблоктар һаны 0
Төҙөлөүсе энергоблоктар 3, 1993 йылда консервациялана
Реакторҙар тибы ВВЭР-1000
Эксплуатациялағы реакторҙар 0
Картала
Башҡортостан АЭС-ы (Рәсәй)
Красная точка
Башҡортостан АЭС-ы

Башҡортостан атом электр станцияһы (Башҡортостан АЭС-ы) — төҙөлөп бөтмәгән атом электр станцияһы; Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел менән Кама йылғалары ҡушылған урында, Ағиҙел ҡалаһы янында урынлашҡан. 1990 йылда Чернобыль фажиғәһенән һуң башланған йәмәғәтселек хәрәкәте илдә төҙөлөп ятҡан барлыҡ атом электр станцияларын яптырыуҙы талап итә; ошоға сәбәпле бирешеп, Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө туҡтатыла. Уның бындай яҙмышы шулай уҡ төҙөлөш алып барылған Татарстан һәм Ҡырым АЭС-тарыныҡы менән уртаҡ була.

Төҙөлөш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1960-сы йылдарҙың аҙағында СССР-ҙа бөтә илдең һәм уның айырым төбәктәрендә яғыулыҡ һәм энергия сығанаҡтарының етешлеге тикшерелә. 10-15 йылдан илдең Европа өлөшөндә АЭСтарҙа етештерелгән энергияһына мохтажлыҡ бик ныҡ арта, тип табыла. Ошо йәһәттән СССР-ҙың Европа өлөшөнән тыш Уралда ла, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, АЭС төҙөрлөк ер эҙләй башлайҙар.

Буласаҡ АЭС һалыу урынына бик ҡаты талаптар ҡуйыла. Иң мөһиме, был урында ышаныслы һым арзан һыу сығанағы булырға тейеш була; ошо сәбәптән күл-йылға ярындағы урындар һайлап алына. АЭС-ты урынлаштырыр төбәктәр шулай уҡ геология, юлдар барлығы, ерле халыҡ һаны, ғәҙәттә өргән елдәр йүнәлеше һ.б. иҫәпкә алына. Ошо талаптырҙың барыһына ла Башҡорт АССР-ының Краснокама районындағы майҙан тап килә; ошо урында АЭС һәм уны хеҙмәтләндереүсеэшселәр ҡалаһы һалына.

Башҡортостан АЭС-ы КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1980 йылдың 26 июнендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә шул уҡ йәйҙә төҙөлә башлай. АЭС эргәһендә 15 мең кешегә иҫәпләнгән Ағиҙел ҡалаһына нигеҙ һалына. Шуның менән Башҡортостан символик “Атом клубы” ағзаһы булып китә. Проект ВВЭР-1000 реакторҙары ҡоролған дүрт энергоблок төҙөүгә нигеҙләнә. Һәр реакторҙың ҡеүәте 1000 МВт тәшкил итә. Артабан реакторҙар һанын алтауға, станцияның дөйөм ҡеүәтен 6000 МВт-ҡа еткереү планлаштырыла. Станцияны Мәскәүҙәге “Атомтеплопроект” институты проектлай. ВВЭР-1000 реакторы проекты авторҙары – И.В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты (инженер халҡы телендә – “Курчатник”, Мәскәү) һәм “Гидропресс” тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (Подольск. Был бюроның исеме есеменә тура килмәүе сәйер күренеүе ихтимал: ул, әлбиттә, бер ниндәй ҙә “гидравлик пресс” проектламай, реакторҙар менән генә шөғөлләнә). Реакторҙарҙы етештереүҙә Ленинград өлкәһендәге “Ижора заводы” берекмәһе, Волгодонск ҡалаһындағы “Атоммаш”, Чехословакияның “Шкода” берекмәһе составындағы, В.И. Ленин исемен йөрөткән Пльзень заводы ҡатнаша[1].

Ун йыл барған ҙур төҙөлөш 1990 йылда БАССР Юғары Советы ҡарары нигеҙендә туҡтатыла. Сәбәбе 1986 йылдың 26 апрелендә Украиналағы Чернобыль атом электр станцияһының 4-се блогында РБМК-1000 реакторы (НИИ № 8, йәғни НИКИЭТ проекты, баш конструктор академик Н.А. Доллежаль) шартлағандан һуң йәмғиәттә күтәрелгән көслө протест тулҡынына бәйле. Бер юлы Татарстандағы һәм Ҡырымдағы оҡшаш төҙөлөштәр ҙә туҡтатыла. Белгестәр был ҡарарҙы нигеҙһеҙ тип баһалай, сөнки Чернобылдәге РБМК-1000 һәм Башҡортостанда ҡуйылырға тейешле ВВЭР-1000 реакторҙары араһында айырма ҙур. Йәнә Чернобыль аварияһы сәбәптәре бик ҙур дәрәжәлә кеше факторына бәйле.

Проекты буйынса, Башҡорт АЭСы ҡеүәте 4000 МВт тәшкил итергә тейеш була; киләсәктә уны 6000 МВт-ҡаса арттырыу күҙ уңында тотола[2].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]