Нәзифуллин Вил Лотфи улы

Вил Лотфи улы Нәзифуллин (рус. Виль Лутфиевич Назифуллин ; 1950 йылдың 18 июле, Дүртөйлө, Башҡорт АССР-ы2023 йылдың 3 декабре, Өфө) — совет һәм Рәсәй терапевт-ғалимы. 1982—2023 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2023 йылдарҙа — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)[3].

Биографияһы

Вил Лотфи улы Нәзифуллин 1950 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Дүртөйлө ауылында[4] тыуған[5].

1976 йылда ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтының[6] дауалау факультетын тамамлай[3].

1977—1979 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһында терапевт-табип булып эшләй[5].

1982 йылда аспирантура тамамлай. Шул уҡ йылдан — Башҡорт дәүләт медицина институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы[5], шул иҫәптән 1994—2023 йылдарҙа — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте кафедраһы мөдире[3][7].

Табип-педагог 2023 йылдың 3 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була[7].

Фәнни эшмәкәрлеге

19791982 йылдарҙа аспирантурала уҡый[8] һәм уны, «кардиология (рус.)баш.» һөнәре буйынса «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, диссертация яҡлау менән тамамлай.

2002 йылда, «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «эске ауырыуҙар», «аллергология һәм иммунология» һөнәрҙәре буйынса диссертация яҡлай[8]. 2004 йылдан — профессор[5].

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙар, шул иҫәптән йөрәктең ишемия ауырыуы, панкреатит, хроник ҡурылдай үпкә ауырыуҙары булғандарҙың клиник иммунология һәм биохимия проблемаларына арналған. Ул шулай уҡ хроник бронхит менән интегеүселәрҙең иммунитетын тергеҙеү һәм нығытыу өсөн шифахана курорт шарттарында ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген тикшерә. Халыҡҡа беренсе медицина санитар ярҙамды камиллаштырыу мәсьәләләрен дә өйрәнә[3].

Уның ҡатнашлығында тишекле гастродуоденаль сей яраларҙы тегеп тоташтырыу ысулы эшләнгән[5].

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре

  • Циклоферон в комплексной терапии хронического панкреатита у пожилых. Уфа, 2008 (соавтор)[3]
  • Внутривенное лазерное облучение крови в комплексной терапии больных хронической обструктивной болезнью лёгких. Уфа, 2009[3]
  • Бальнеотерапия и борьба с табакокурением в системе дифференцированной реабилитации и иммунореабилитации больных хроническим бронхитом. Уфа, 2018[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007)[3]
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)[5]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 https://vk.com/wall-175226346_1578?ysclid=mdjuxeo793980448159
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 Нәзифуллин Вил Лотфи улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  4. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһы.
  5. 1 2 3 4 5 6 Назифуллин Виль Лутфиевич. Дюртюлинская энциклопедия (2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  6. Хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты.
  7. 1 2 Уходят лучшие... Городская клиническая больница № 8 г. Уфы, страница в ВК (6 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  8. 1 2 Назифуллин Виль Лутфиевич. Официальный сайт Башкирского государственного медицинского университета (Web Archive). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.