Баҡай (Кушнаренко районы)

Баҡай (рус. Бакаево) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 446 кеше[2]. Почта индексы — 452244, ОКАТО коды — 80240810001.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
541555446
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы күпселек  татарҙар (57 %) һәм башҡорттар (41 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Кушнаренко): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 83 км

Тарихы

Баҡай ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышта 25 саҡрым һәм Өфө тимер юл станцияһынан 83 саҡрым алыҫлыҡта Сәрмәсән йылғаһы буйында урынлашҡан.

Ауылға XVIII башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Баҡай Төмәтов исеме менән аталған. 1716—1717 йылдарҙа керҙәшлек килешеүҙәре буйынса ауылға мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. 1795 йылда 30 йортта — 186 кеше, 1865 йылда 152 йортта — 849 кеше йәшәй. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Улус идараһы, мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда Баҡай исеме менән ике ауыл теркәлгән: 1‑се Баҡайҙа 560 кеше йәшәгән, мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй, 2‑се Баҡайҙа — 834 кеше, мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған, улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр уҙғарылған. 1920 йылда 1-се Баҡайҙа 562 мишәр йәшәй, 2-се Баҡайҙа — 990 башҡорт йәшәй, 1930 йылдан бергә иҫәпкә алыналар. Халҡы: 1906 йылда — 1394 кеше; 1920 йылда—1552 кеше; 1939 йылда — 1667 кеше; 1959 йылда —1050 кеше; 1989 йылда — 647 кеше; 2002 йылда — 541 кеше; 2010 йылда — 446 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана бар[4][5].

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә