Поспелов Пётр Иванович
Пётр Иванович Поспелов (1924 йылдың 10 авгусы, Ләүәле, Башҡорт АССР-ы — 2006 йылдың 11 декабре, Златоуст ҡалаһы, Силәбе өлкәһе) — эшсе, токарь, слесарь-инструменталсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гаубица артиллерия полкының разведчик-күҙәтеүсеһе, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
1924 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[1] Ләүәле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. Урыҫ.
Атаһын иртә юғалтыу сәбәпле, колхозға эшкә сыға, ҡустылары менән бергә көтөү көтә. Тарҙау ауылында ете йыллыҡ мәктәп тамамлай. 1938 йылда Поспеловтар ғаиләһе Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына күсә. Бында Пётр ФЗУ мәктәбендә токарь (рус.)баш.һөнәрен үҙләштерә, артабан Ленин исемендәге заводта эшләй[3].
1942 йылдың ноябрендә Златоуст ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 539-сы гаубица артиллерия полкына ебәрелә, унда хәрби әҙерлек үтә һәм артиллерия разведчигы-күҙәтеүсеһе итеп тәғәйенләнә[4].
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың декабренән. Тәүге хәрби һынауҙы Орёл өлкәһенең «Касторная» станцияһы өсөн һуғышта ала. Курск дуғаһында барған һуғышта ҡатнаша, Днепрҙы һуғышып аша сыға, Белоруссияны азат итә, Буг, Висла, Одра йылғаларын кисеүҙә, ә һуғыштың аҙаҡҡы этабында дошмандың ҡамауҙа ҡалған Берлин төркөмөн юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана, әммә госпиталдә дауаланғандан һуң һәр саҡ үҙенең часенә әйләнеп ҡайта.
1947 йылда старшина П. И. Поспелов демобилизациялана (рус.)баш.. Тәүҙә Златоуст станцияһында вагондар буйынса слесарь, шунан вагондарҙы ҡарап тикшереүсе була. Башҡортостандың Учалы ҡалаһына күсеп килгәс, тимер-бетон изделиелар заводында слесарь-инструменталсы булып хеҙмәт һала.
1982 йылдан хаҡлы ялда, 2006 йылдың 11 декабрендә вафат була[4].
Батырлығы
Үҙәк фронттың 12-се артиллерия дивизияһы 539-сы гаубица артиллерия полкы 32-се гаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе рядовой Пётр Поспелов 1943 йылдың 15 сентябрҙән алып 23 сентябргә тиклем осорҙа Белоруссияның Гомель өлкәһе Жиличи һәм Березовец ауылдары янында дошмандың ут нөктәләрен асыҡлай, күрһәтмәләрҙе полктың команда пунктына тапшыра һәм батареяларҙың утына төҙәтмәләр биреп тора. Һөҙөмтәлә унға яҡын дошман дзоты һәм егермегә яҡын пулемёт нөктәһе сафтан сыға.
Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 12 артиллерия дивизияһының 1943 йылдың 17 ноябрендәге бойороғо буйынса (№ 029/н) ҡыҙылармеец Поспелов ПётрИванович III дәрәжә Дан ордены (№ 94057) менән бүләкләнә[4].
1944 йылдың 15 авгусында Польша ҡалаһы Пулаванан көнбайыштараҡ урынлашҡан Войшич тораҡ пункты янында 539-се гаубица (рус.)баш. артиллерия полкы 32-се гаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе ҡыҙылармеец П. И. Поспелов ҡул аҫты саралары менән көслө дошман уты аҫтында Висла йылғаһы аша сыға һәм, дошмандың ут нөктәләрен асыҡлап, уларҙың координаттарын кисекмәҫтән полк штабына тапшыра. Алыш ваҡытында ҡыйыу яугир һөжүм итеүсе дошмандың тылында ҡала, яралана, әммә хәрби бурысын үтәүҙе дауам итә.
Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта 1-се Белоруссия фронтының ғәскәрҙәр буйынса 1944 йылдың 21 сентябрендәге бойороғо менән (№ 0278/н) командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн рядовой Поспелов Пётр Иванович II дәрәжә Дан ордены (№ 252) менән бүләкләнә[4].
1945 йылдың 20 апрелендә Лебус ҡалаһынан (Германия) көнбайыштараҡ урынлашҡан Карциг ауыл янында Пётр Поспелов дошман тылына йәшерен үтеп инә һәм танкыға ҡаршы граната менән дзотты шартлата һәм уның расчетын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн рядовой Поспелов Пётр Иванович I дәрәжә (№ 181) Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I, II һәм III дәрәжә Дан ордендары,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4],
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[4],
- 13 миҙал.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Дан орденының тулы кавалеры Пётр Иванович Поспеловтың исеме Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль (рус.)баш. районы Поляковка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Тыуған ауылында Поспелов уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ беркетелгән;
- Златоуст ҡалаһының Геройҙар аллеяһында П. И. Поспеловҡа бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы
- ↑ Ғ. Һ. Булатов. Поспелов Пётр Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
- ↑ В. А. Ощепков (автор-составитель). Белокатайский район история и современность / Историко-краеведческое издание. (билдәһеҙ). — Уфа: «Диалог», 2004. — С. 444. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)}
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Поспелов Пётр Иванович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Андреев Г. И., Вакуров Д. И. Солдатская слава. М., 1981. Книга 5.
- Ваганов И. М. Солдатская доблесть. Челябинск, 1968.
- Кавалеры ордена Славы трёх степеней: крат. биогр. слов. — Москва, 2000.
- Подвиги их — бесмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Полные кавалеры ордена Славы: биогр. слов. Т.2. — Москва, 2010.
- Славные сыны Башкирии. Книга 5. Уфа, 1985.
- Ушаков А. П. Во имя Родины. — Челябинск: Юж.- Урал. кн. изд-во, 2004.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Поспелов Пётр Иванович (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Поспелов Пётр Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Поспелов Пётр Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Сайт «Златоуст». Златоустовская энциклопедия. Поспелов Пётр Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. К 75-летию Великой Победы: учалинцы — полные кавалеры Ордена Славы. Поспелов Пётр Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Сайт «LiveInternet». 10 августа родились: 1924 — Пётр Иванович Поспелов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)